Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Сентябрь 2018, 01:07

"Мин яҙмышҡа ышанам" (№8, 2018)

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың быйыл юбилейҙар йылы: үҙенә 70 йәш тула, Мирас Хәмзә улы менән алтын туй байрамын билдәләйҙәр, ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл, журналистика өлкәһендә эш башлауына – 45 йыл...



Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың быйыл юбилейҙар йылы: үҙенә 70 йәш тула, Мирас Хәмзә улы менән алтын туй байрамын билдәләйҙәр, ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл, журналистика өлкәһендә эш башлауына – 45, ейәне Ирханға – 25, ейәнсәре Ынйыҡайға 20 йәш тула... Һәр бер дата иҫтәлекле, ҡәҙерле, һәр береһенең үҙ тарихы бар. Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Аҡмулла премиялары лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, 35 китап авторы Гөлфиә Юнысованың эске донъяһына күҙ һалып, тормош юлына бер аҙ ғына байҡау яһамаҡсыбыҙ.


Булыр бала биләүҙән

Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева – Әлшәй районы Һарыш ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән үҙ аллы, ныҡыш була ул, һүҙен һүҙ итергә ярата. Ата-әсәһе лә ҙур ҡыҙҙарына ышана, шуға ла өлкәндәр эштә саҡта йорт-ҡура эштәре лә, үҙенән һуңғы дүрт ҡустыһы менән ике һеңлеһен ҡарау ҙа апай елкәһенә төшә. Бәләкәстәрҙе эшкә өйрәтәм, ҡушылғандарҙы кискә тиклем тамамлап өлгөрөргә тырышып, бәлки, етәксе булырға шул мәлдә өйрәнгәндер?)))

Кешенең үҫкәс кем булыры бала сағынан күренә шул. Бер көн әсәһенә күрше әбейҙең: “Тирләгән килеш кисеүҙән Дим аша сығып, һыуыҡ алдырҙым. Мунсала мәтрүшкәле ҡайын миндеге менән сабынғанда сирем ҡул менән һыпырып алғандай булыр ине...” – тип зарланғанын ишетеп ҡала. Ҡыҙыҡайға сиренән ҡотола алмаған күршеһе лә, колхоз эшенән бушамай, мунса яғырға ваҡыттары булмаған ата-әсәһе лә йәл булып китә. Икенсе көндө үк ун бер йәшлек ҡыҙыҡай мәсьәләне хәл итергә тотона: йылғанан һыу ташып, мейескә утын тултырып, мунсаны дөрләтеп яғып та ебәрә. Изгелекле эшкә тотонғас, тағы бер файҙа ҡылырға була: ауылдағы яңғыҙ йәшәгән әбейҙәрҙе мунсаға саҡыра. “Йәйге мунса тиҙ генә һыуынып бармай, эҫе һыуы етерлек, һыуығын ни алып килермен...” – тип уйлай. Кемдер аптырай, кемдер шатланып риза була – береһе лә баш тартмай. Әбейҙәрҙең мунсанан сыҡҡан берен Гөлфиә сәй менән һыйлай тора. Сөгөлдөр утаған өсөн бирелгән шәкәр байтаҡҡа кәмей, бешкән йомортҡаларҙан бер туҫтаҡ ҡабағы ғына ятып ҡала, әсәһенең һаҡлыҡҡа тип тотҡан һинд сәйе лә “йылп” итеп сәйнүккә төшә, һандыҡтағы кәнфиттәр ҙә өҫтәлгә сығып ята... Ниндәй бала бына шулай үҙ аллы ҡарар ҡабул итеп, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, ауыл әбейҙәрен мунса төшөрөп, аҙағынан ҡунаҡ итә ала? Изгелек эшләгәндә, күрәһең, яҡындарың әрләр тип тә ҡурҡмайһың...

Өсөнсө класс балаһының ҡырҡ градус һыуыҡта ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға ҡәләм алырға барыуы ла ғәжәп хәл. Бәләкәй Әхтәр апайҙарының төҫлө ҡәләмдәрен алып ҡаса һәм бер нисәһе иҙән ярығына тәгәрәй... Ауыл магазинында улар һатылмай, район үҙәгендә лә һәр ваҡыт булмай, ә Өфөгә барып ҡайтыуҙары-ы-ы... Уҡытыусылары каникул ваҡытында мотлаҡ төҫлө ҡәләм алып ҡуйырға ҡуша. Себенле ауылында ун ике төрлөһө барлығын да әйтә. Ҡыҙыҡайҙың тиҙерәк ҡәләмле булғыһы килә, ә әсәһе ашыҡмай, көндәр бер аҙ йылынһын, ти. Каникул аҙағында түҙмәй Гөлфиә, ҡәләмгә тип бүленгән аҡсаны ала ла, йылыраҡ кейенеп, китә Себенлегә. Юлда эт-маҙар ҙа, атлы кешеләр ҙә осрамай. Шәлен, пальтоһын, бейәләйҙәрен аҡ бәҫ ҡаплаған ҡыҙ бала кисләтеп кенә магазинға килеп ингәс, ундағы кешеләр “аһ” итә. Бынау һыуыҡта шул тиклем ара юл үтеп килгән ҡыҙҙы йәлләп, уҡыу алдынғыларына бүләккә тип ҡалдырылған өс ҡаптың береһен ҡыҙға бирәләр...

Әлбиттә, уны ҡайтарып ебәрмәйҙәр. Магазинда мәктәп директорының ҡатыны уҡытыусы Зәйтүнә апай ҙа торған була. Ул Гөлфиәне туғандарына алып бара, колхоз радио селтәре аша, ата-әсәһенә ҡыҙҙарының ҡайҙалығын әйтеп, белдереү бирә.

Башланғыс класты тыуған ауылында уҡый Гөлфиә апай, унан әлеге Себенле мәктәбенә йөрөй башлай. Тәүге ике йылда ҡышын интернатта ятһа ла, икенсе йылына был бәхет уның һеңлеһенә эләгә, сөнки ғаиләнән бер кешегә генә интернатта йәшәргә рөхсәт ителә. “Буран ярып китә торғайныҡ, – тип иҫкә алды ул саҡтарын Гөлфиә апай. – Яҙлы-көҙлө-ҡышлы йәйәү йөрөү үҙенә күрә физзарядка ла булған, атай-әсәйемә лә ярҙам итеп өлгөрә торғайным. Юлда класташтарымдан айырылып, яратҡан авторҙарымдың шиғырҙарын ятҡа тасуири уҡырға өйрәнеп барам, ул мәлдә 100-ләгән шиғырҙы ятҡа белә инем. Радио аша тапшырылған спектаклдәрҙең героиняларына оҡшатып, төрлө ролдәргә инеп китеп һөйләй торғайным. Тамашасым да бар: юл буйында үҫкән үләндәр, сәскәләр тыңлай ине мине...” Әкренләп үҙе лә ошо сәскәләргә, ағастарға, ата-әсәһенә, дуҫтарына арнап шиғырҙар сығара башлай. Быларҙың барыһы ла Гөлфиә апайҙың күңел төбөндәге хыялынан сыҡҡандыр: ул бит артист булырға хыялла. Элек төш ваҡытында радиотапшырыуҙаҙа спектаклдәр тыңлатыла ине. Ошондай саҡтарҙа Гөлфиә апай, иҙән йыуып йөрөһә – иҙәнен, һауыт-һаба йыуһа, һауыттарын ташлап, стенаға эленгән радиоалғыс янында ултырғысҡа менеп баҫа ла, онотолоп артистарҙың уйнағанын тыңлай икән, уларҙың һәр береһен исемдәренә тиклем белә икән. Атай-әсәйе лә быға өйрәнеп бөтә, уға өндәшеп, ҡамасауламайҙар. Шуның шауҡымы ла булғандыр, 7-се класта уҡыған сағында район үҙәгендә шиғыр һөйләү конкурсында еңеп, Өфөләгеһенә саҡырыла. “Бер үҙем сығып киттем башҡалаға. Нишләптер минең менән бер кем дә барманы, – тип аптырай әле Гөлфиә апай. – Кешеләрҙән райком комсомолын һорашып, тәүҙә уны барып таптым, уларҙан конкурстың ҡайҙа үткәнен белештем. Мин барғанда сара башланғайны инде, исемлектәр араһында фамилиям булғас, индерҙеләр. Һөйләүемде оҡшатҡандарҙыр инде, бик матур бер апай (аҙаҡ уның Зәйтүнә Бикбулатова булғанын белдем) һигеҙенсене тамамлағас, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә саҡырҙы. Ул ваҡытта дүрт йылға бер алалар ине, миңә тура килә. Дәртләнеп ҡайтып ҡыуанысымды әсәйемдәр менән уртаҡлаштым, ә улар мине ебәрмәйәсәктәрен белдерҙе... Ҡурҡҡандарҙыр инде сибек кенә, хисле генә ҡыҙҙарын әллә ҡайҙа сығарып ебәрергә...” Гөлфиә апай ҙа һүҙен һүҙ итә торғандарҙан: педучилищеға барам, тип сығып китә лә документтарын сәнғәткә алып барып бирә. Әммә Хөмәйрә апай килеп: “Унынсы кластан һуң ҡайҙа теләйһең, шунда уҡырһың”, – тип ҡыҙын алып ҡайтып китә. “Артист булыу хыялы беренсе мөхәббәт кеүек күңелемдә тороп ҡалды, – тип моңһоуланып алды Гөлфиә апай. – Шуға күрә, пьеса яҙып, төп ролдә үҙем уйнармын әле, тип хыялландым. “Осоп булмай ҡанатһыҙ” тигән музыкаль комедиямды хеҙмәт юлын башлаған йәшлек ҡалам Сибайҙың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры 50 йәшемә сәхнәләштерҙе, бер нисә йыл райондарҙа гөрләп барҙы, әммә, үкенескә күрә, төп ролдә дублер булып та уйнай алманым. Ул ваҡытта эштәремдең иң тығыҙ, тормошомдоң ҡайнап торған сағы ине...” Барыһы ла иғтибар иткәндер: Гөлфиә Юнысова ғәҙәттә ижад, юбилей кисәләрен үҙе алып бара, шиғырҙарын да һәр ваҡыт үҙе уҡый. Тормошҡа ашмай ҡалған бала саҡ хыялы сығаралыр уны сәхнәгә.


Ике терәк-таяныс



Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы менән Мирас Хәмзә улының ике терәк-таянысы – улдары: беҙ журналист, прозаик, драматург, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, ғәҙеллек яҡлап утҡа-һыуға ташланыр ир-уҙаман тип белгән Артур һәм билдәле композитор, музыкант, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевтар. Татыу, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап торған, арала тулы ышаныс булған ғаиләлә генә үҫтерергә мөмкиндер ошондай рухлы, талантлы балаларҙы...

“Улдарыбыҙҙы махсус тәрбиәләнек тип әйтә алмайым, – Гөлфиә апай тәрбиә темаһы менән ихлас уртаҡлашты. – Тик шуныһы хаҡ: уларҙы бәләкәй саҡтарынан үҙебеҙ менән бергә йөрөтөп үҫтерҙек. Нисә йәштә булыуҙарына ҡарамай, һәр ваҡыт уларҙың дә кәңәшен тыңланыҡ. Әйтәйек, велосипед алайыҡмы, әллә өйгә икенсе нәмә кәрәгерәк булырмы? Йәйге ялда бергәләп ҡайҙа үткәрһәк һәйбәтерәк булыр? Һәм уларҙың көн дә бирелә торған йөҙәрләгән һорауҙарын да яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ. Шундай мәлдә: “Кит әле бар, башымды ҡатырма!” – тип ҡыуып ебәрһәң, ул башҡаса һиңә килмәйәсәк, ышанысы кәмейәсәк. Күптәр табынға балаларҙы ултыртмау яҡлы, беҙ бының бер хилафлығы да күрәмнек. Ҡунаҡтарҙа эскелек юҡ, кеше һөйләмәйбеҙ, юҡ-бар тикшермәйбеҙ. Һүҙ күберәген әҙәбиәт мәсьәләләре, туғандар көнитмеше, халыҡтың хәле, ил яҙмышы тирәһендә урала ине. Шуға ла улар бәләкәйҙән илем-халҡым тип үҫте. Ояһында ни күрә, осҡанында шул була, тиҙәр бит. Беҙ һәр ваҡыт улдарыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибарлы булдыҡ. Уралға алты йәшендә пианино алып биргәс, бәләкәй генә балаға һыйыр хаҡына уйнай торған әйбер алғандар, тип атайым эй аптырағайны. Бер ваҡыт Артур ҡурай уйнарға өйрәнә. Мин яҙышып ултырам, эшем күп. Йәнгә тейә был сыйылдыҡ һыҙғырыуҙар. Ташлап тор инде, балам, тиһәм, шул хәтлем аптыраған тауыш менән: “Әсәй, нишләп һин ҡурай моңон яратмайһың?!” – ти... Ҡурайың бигерәк моңло шул, тим көлөп. Магнитофон модаға ингәс, өйгә генә ҡуйылмалы ҙурын алып бирҙек. Ситтә йөрөмәһендәр, йәнәһе. Беҙҙең фатир шунан һуң малайҙарҙың йыйылыу урынына әйләнеп китте. Талонға ғына алған бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек бер йыйылыуҙарында – юҡ. Дуҫтарығыҙ килмәһен, уларҙы ашатмағыҙ, тип әйтеп булмай. Элек элитный ял йорттарына осһоҙ юллама алыу проблема түгел ине. Кемдәргәлер бушҡа ла бирелде. Әммә беҙ бер ваҡытта ла балаларҙы ташлап китмәнек. Ял итергә барған хәлдә лә йә “Йәшел сауҡалыҡ”ты, йә “Йоматау”ҙы һайлай инек. Үҙебеҙгә ҡайтып йөрөргә лә, яныбыҙға балалар килеп китһә лә яҡын булыр тип уйланыҡ. Иң яҡшыһы, балалар менән бергә ял итеү. Иҫләйем, малайҙарҙы ялан-ҡырҙарға эйәртеп алып сығып китәбеҙ, йәнәһе, арытып алып ҡайтабыҙ. Уларҙы арытыр урынға үҙебеҙ хәлдән тайып йығыла инек, ә улар ашап ала ла уйнарға сығып йүгерә... Ауылда ҡалдырған саҡтарҙа ла аҙна һайын ҡайттыҡ. Малайҙарға үҙаллылыҡ бирҙек, әммә бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырманыҡ. Улар ҙа беҙҙең ышансыты юғалтмаҫҡа тырышты”.

Әле лә улдары менән кәңәш-төңәш итеп йәшәй өлкән Иҙелбаевтар. Ейәнсәрҙәре менән бигерәк дуҫ-татыу Гөлфиә апай. Ҡыҙҙар өләсәләре менән сер бүлешһә, Гөлфиә апай уларҙан йыш ҡына кейем, мода өлкәһендә кәңәшләшә. Үҙе лә моданан ҡалышмай, килешле генә кейенә, шулай ҙа йәштәрҙә зауыҡ замансараҡ тигән фекерҙә ул. Йәш ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡиәфәттәренә иғтибар итеп өйрәнһен тиеүелер, бәлки. Кешенең нисек кейенеүе уның булмышынан, тип уйлай әҙибә. Бәләкәйҙәр менән аралалашҡанда сағыу, асыҡ кейемдәр кейә балалар шағирәһе. Төҫлө күлдәктәр күңелде лә күтәреп ебәрә, ти.

Ә эшләпәләрҙе Гөлфиә апай бәләкәй сағынан ярата. Мәскәүҙә һатып алып ҡайтҡандан һуң (ул мәлдә Өфөлә осратҡаны булмай әле), тектереп кейә башлай. Нисә эшләпәгеҙ бар, тип һорағас, көлөмһөрәп: “Дөрөҫөн әйткәндә, кеше уйлағанса, улай уҡ ныҡ күп түгел улар. Сәскәләр ҡаҙап, аксессуарҙар менән байытып, кейемеңә ҡарап төрләндереп була бит. Йәйен һалам эшләпә, кизе-мамыҡтан тегелгәнен кейәм. Әле быныһына, күлдәгемә тура килтереп, шәмәхә төҫтәге сәскәне ҡаҙаным. Шунда уҡ икенсе төрлө булып китте...” Яратҡан төҫтәре – ҡыҙыл, аҡ, зәңгәр. Кейемемдең ҡайһылыр өлөшөндә булһа ла ошо төҫтәр мотлаҡ ҡатнаша, ти ул. “Моданы һәр ваҡыт күҙәтеп барам. Әммә хәс тә ундағыса ғына кейенгем килмәй. Үҙемә тап килтереп үҙгәртеп алам. Унан, башҡаларға оҡшарға теләмәйем. Кейемем дә, шиғырҙарым да бүтәндәрҙекенә оҡшамаһын. Элек съездарҙа кейергә башҡорт стилендәге орнаменттар менән биҙәлгән эш кейеме тектереп алғайным. Әле, шөкөр, милли кейемдәребеҙҙе меңәрләгән кеше кейә. Балаларға ла оҡшай бындай күренеш: үҙҙәре лә ҡатнаша был ижади эштә. Әлбиттә, күңелдәр берләшкән сара-байрамдарҙа мин дә кейәм ул кейемдәремде. Шулай ҙа башҡаларҙан айырылып торған берәй нәмә уйлап тапҡым, заманлаштырғым килә.


Тәүге һөйөү, тәүге яратыу...


Мирас Хәмзә улы армияға тиклем БДУла бер йыл белем алған. Сик буйында хеҙмәт иткәндән һуң, уҡыуын дауам итә, Гөлфиә Юнысова менән бер төркөмдә тура киләләр. Шуға ла йәштәр тәүҙә төркөмдәштәр кеүек аралаша. Мирас Иҙелбаевты комсорг итеп һайлайҙар, “Шоңҡар” ижад түңәрәгенә етәксе итеп ҡуялар. “Йәшкә ҙурыраҡ, донъя күреп ҡайтҡан кеше булараҡ, беҙгә ҡарағанда тәжрибәлерәк, аҡыллыраҡ ине ул, армияла ла комсорг вазифаһын башҡарған, – тип көлөп алды Гөлфиә апай. – Филология факультетында күп уҡырға кәрәк бит, ошо мәсьәләне лә яйға һалды Мирас: һәр беребеҙгә әҫәр бүлеп бирә ине лә, беҙ уларҙың йөкмәткеләрен ҡыҫҡаса яҙып әҙерләнәбеҙ, имтихан алдынан йыйылышып, ошо уҡылған әҫәр тураһында башҡаларға һөйләйбеҙ, фекер алышабыҙ...” Ул арала төркөмдәшенең ҡыҙға иғтибары бермә-бер арта: Гөлфиә менән бер парта артында ултыралар, бер үк түңәрәктәргә йөрөйҙәр, ҡыҙыҡһыныуҙары ла бер булып сыға.

Яҙмыш юлдары ҡырҡ саталы һәм борма-борма, ниндәй юлда һине нимә көткәнен алдан һис әйтеп булмай. Әгәр Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ингән ерҙән кире ҡайтып килмәһә, йәштәрҙең яҙмышы ниндәй боролош алыр ине икән? Рәми Ғарипов уның шиғырҙарын әҙерләшеп, ҡатыны Надя машинкала баҫып, икәүләп руссаға тәржемә яһап, мотлаҡ инеп ҡайтырға ҡушып ебәрәләр. Имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға инеүен инә, әммә төрлөһөн уйлай йәш ҡыҙ: бында яңынан беренсе курсҡа ултыра, Өфөләге ике йылы әрәм кеүек, тағы нисәмә йыл уҡытырға, тип атай-әсәйен дә йәлләй. “Әлбиттә, унда уҡыһам, үҙем өсөн күберәк тә алған булыр инем, әммә ҡайтҡаныма бер ваҡытта ла үкенмәнем”, – ти Гөлфиә апай ул саҡтарҙы хәтерләп. Өсөнсө курста уларҙың дуҫлығы әкренләп мөхәббәткә әүерелә. Егет өйләнешеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғата башлай, әммә ҡыҙ ризалашырға ашыҡмай. Бер байрам алдынан егет ҡыҙҙың ата-әсәһе менән танышырға теләүен белдерә. Ҡыҙ кешенең уны ауылға алып ҡайтҡыһы килмәй. Шуға ла Гөлфиә апай уға өндәшмәй генә һуңғы дәрестән ҡасып ҡайтып китә. Егет тә аптырап тормай, уның вокзалға киткәнен белгәс, тиҙ-тиҙ генә йыйына ла электричкаға йүгерә.

– Бар, ҡайт, йөрөмә, – тип ҡыуа уны күреп аптырашта ҡалған Гөлфиә. Илар сиккә етә. Егет яйлап ҡына ыңғайлаған була, әммә электричка ҡуҙғалып китә...

– Ярай, Шишмәгә тиклем барайым да, шунда төшөп ҡалырмын, – тип килешәләр. Шишмәгә килеп еткәс:

– Ҡараңғы төштө, хәҙер нисек ҡайтып етәһең инде, әйҙә, Раевка-Стәрлетамаҡ автобусына ултыртып ебәрәм, шунан тыныс күңел менән ҡайтып китермен, – ти. Әммә унда ла тороп ҡалмай ныҡыш егет.

– Һиңә хәҙер ҡараңғыла Дим аша сығырға кәрәк, нисек ҡурҡмай яңғыҙыңды ебәрәйем? Һеҙгә инмәҫмен, Мәҡсүттәргә барырмын, – тип ҡыҙҙы тынысландыра.

Мәҡсүт Юнысов – Гөлфиә апайҙың нәҫелдәш ағаһы, армиянан ҡайтышлай һеңлеһенә инә, әммә өйҙә тап итмәй, уның ҡарауы Мирас Хәмзә улын осрата. “Мин Гөлфиәнең егете”, – тип таныша Мирас Мәҡсүт менән. Кафеға алып барып, һалдатты һыйлап та ебәрә.

Күрше Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында автобустан төшкәс, Гөлфиә апайға туған апай осрап, йәштәрҙе алып ҡайтып китә. Ире “һуғып” алған була, шуға ла, танышҡас, хәбәрен бажанан һалдыра башлай.

Йәштәр ҡайтырға ҡуҙғала. Тышта әҙерәк ҡар яуып тора, туңдырған, әммә көн шундай матур. Ауылға килеп инеүгә электр утынан урамдар ялт итеп тора. Магазин алды тулы кеше. Әйбер килгән, кешеләр аҡса алған көн икән. Мәҡсүтте лә шунда осраталар. Егеттәр ҡосаҡлашып крешә, Гөлфиә апайҙы ла онотоп, магазинға инеп китәләр... Гөлфиә егете менән ҡайтып килә, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға тарала...

Гөлфиә апайҙың атаһы Аҙнағол һуң ғына өйләнгән, етмәһә, тәүге ике балалары үлгән. Шуға ла әҙ генә “төшөрөп” алһа: “Минән йәштәр килен-кейәү, ейән-ейәнсәр шатлығы күреп бөттө, был яҡтан мин генә бер кемһеҙ йөрөйөм...” – тип зарланыр булған. Атай кешегә өлкән ҡыҙының кейәү менән ҡайтып инеүе иң шатлыҡлы хәбәрҙәрҙең береһе була. Ҡыҙы алғы бүлмәлә туғандарына күстәнәстәрен өләшкәнсе, эскеһендә һүҙ никах тирәһендә ҡуйыра.

Магазинда яңылыҡ ишетеп тороп ҡалған халыҡҡа ла ҡыҙыҡ. Ауыл эштәре тамамланған, аҡса бар, магазинға әйбер килгән, иҫкә алырлыҡ ваҡиғаларҙың күптән булғаны юҡ. Күстәнәстәр алып, Юнысовтар өйөнә ағылалар. Шулай, уйламағанда ауыл халҡы өсөн байрамға әйләнә йәштәрҙең ялға ҡайтыуы. Икенсе көнө никах уҡыталар...


Хеҙмәт юлындағы тәүге аҙымдар


Улдары Артур студент ғаиләһендә тыуа. Бер аҙнанан Гөлфиә апай уҡыуҙарға йөрөй ҙә башлай. Академик ял алып тормай, баланы Мирас ағай менән алмашлап ҡарайҙар. Асҡысты бер-береһенә юл ыңғайы ғына бирешә улар. Береһе практик, икенсеһе теоретик дәрестәргә йөрөй. Ҡайһы бер уҡытыусылар хатта уларҙың балалары бар икәнен дә белмәй.

Практика үтергә уларҙы Сибайға ебәрәләр. Рус теленән уҡытҡан Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнованы шул ваҡытта Өфөгә эшкә алалар һәм уның бөтә дәрестәре пед училищеның, методиканың нимә икәнен дә белмәгән практикант Гөлфиә елкәһенә тора ла ҡала. Аҙнаһына 32-35 сәғәт уҡытырға, шул арала баланы ҡарарға, дәрестәргә әҙерләнергә кәрәк. 4-5 сәғәт кенә йоҡо эләгә йәш уҡытыусыға. Мирас Хәмзә улы радиоға үҙ хәбәрсе булып урынлаша, Урал аръяғындағы унлап районға командировкаларға йөрөй. Эше шул тиклем тығыҙ, өйҙә ярҙамлашыу һирәк эләгә. “Һәр дәрескә ныҡлап әҙерләнә торғайным. План төҙөгәндә тәүге мәлдә хатта “Здравствуйте!” тигән һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмай инем. Студенттар ҙа тырыш булған, иншаны берәр дәфтәр итеп яҙа ла ҡуя торғайнылар, – тип хәтерләй Гөлфиә апай. – Әйтәйек, өс төркөмдөң иншаһын алып ҡайтһам, 100-120-ләп дәфтәр тикшерергә кәрәк. Аҡса дәрес сәғәттәренә ҡарап түләнә торғайны, шуға унда эшләгән тәжрибәле уҡытыусыларҙың өҫтәп уҡытыусы алдыртҡылары килмәне. Сөнки минең дәрестәрҙе яңы уҡытыусыға бүлеп бирһәләр, тегеләрҙең дә нисәлер сәғәтен алырҙар ине...” Шуның араһында диплом яҙырға, уны яҡларға ла өлгөрә Гөлфиә апай. Диплом алғас, шунда уҡ эшкә тороп ҡала. Шул йылды черчение, хеҙмәт, рәсем дәресе уҡытыусыларына малайҙарҙан ғына торған өс төркөм йыялар. Ғәҙәттә имтихандар тапшырып, конкурстан яҡшы уҡығандар ғына үтә, ә ул йылды кем килә, барыһын да алалар. Директор шулай ҡуша. “Имтихан-диктантты хәрефләп яҙҙырырға тура килде”, – тип аптырай 8-ҙе генә бөтөп килгән белемдәре төрлө кимәлдәге шуҡ малайҙар менән уртаҡ тел табып эшләгән йылдарын хәтерләп Гөлфиә апай.

Икенсе улдары тыуғас та декретта ултырырға форсат теймәй йәш уҡытыусыға, ике айҙан эшкә лә сыға. Шул йылдарҙа балалар өсөн “Бәпембә”, “Тылсымлы бүләк” исемле китаптарын баҫтыра. Уларҙан алдағы икәүһе студент йылдарында уҡ сыға. “Матди яҡтан ҙур ярҙам булды. Ул ваҡытта гонорарҙар һәйбәт ине һәм бүлеп-бүлеп түләй торғайнылар: тәүҙә 25 процентын, корректуранан һуң 60 процентын, ҡалғанын – китап сыҡҡас. Миңә шулай ҡулай булды: яңы йәшәй башлағас, телевизоры лә кәрәк, һыуытҡысы ла, яйлап барыһын да алдыҡ. Хәҙерге кеүек, аҡсаң булһа бөтә техниканы бер көндә тейәнең ҡайттың түгел, магазиндарҙа әйбер юҡ замандар ине. Хәтеремдә, аҡса бөтөнләй бөткәс, әсәйем биргән мамыҡ шәлемде осһоҙға ғына Магнит баҙарында һатҡайным. Өфөлә уҡығанда әсәйемдәр аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә ине, Сибай бигерәк алыҫ шул... Әгәр мин ғаиләлә өлкән апай булып , бәләкәйҙән әсәйемдәргә ярҙамсы булып үҫмәһәм, характерым менән оптимист булмаһам, мин быларҙы бер юлы күтәрә алмаҫ та инем, моғайын...” Аҙағыраҡ йәш ғаилә Сибайҙағы фатирҙарын Өфөләге Черниковка биҫтәһенә алыштыра...


“Яҙмышымды төштәремдә күрҙем...”


Гөлфиә Юнысоваға үҙе һайлаған уҡытыусы һөнәре оҡшай, шулай ҙа Өфөгә ҡайтып журналист булыу теләге лә тынғы бирмәй. Атай-әсәйенән йыраҡ йәшәүе лә үҙәген өҙә. Гәзит-журналдарға шиғырҙар менән бергә мәҡәләләр ҙә яҙып ебәрә башлай. Мирас ағайҙың да уҡыуын дауам иткеһе, ғалим булғыһы килә. Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә “Башҡортостан ҡыҙы”нан Сәриә Мәһәҙиева килеп төшә, журналдың баш мөхәррире Кәтибә апайҙан сәләм алып килә. Пенсияға сыҡҡас, үҙенең урынына баш мөхәррир итеп Гөлфиә апайҙы тәҡдим итмәксе икән. Әлбиттә, 24 йәшлек ҡыҙ бының бойомға ашырына ышанмай ҙа, әммә Өфөгә күсеү теләге көсәйә генә. Әмәлгә ҡалғандай, “Совет Башҡортостаны” гәзитенә уны эшкә саҡыралар. Аҙаҡ “балалар өсөн яҙған кеше кәрәк” тип, “Пионер”ҙың ул ваҡыттағы мөхәррире фронтовик шағир Шәриф Биҡҡол Гөлфиә апайҙы журналға эшкә ала. Йәш әҙибә, журналда эш хаҡы бәләкәйерәк булһа ла, балаларын уйлап, ҡыуанып күсә, сөнки гәзиттә бер туҡтауһыҙ командировкаларға йөрөргә тура килә, балам ауырып тора бит әле, тип әйтә алмайһың. Аҙаҡ 29 йәшлек шағирәне “Башҡортостан ҡыҙы” журналына баш мөхәррир итеп ҡуялар. Намыҫ менән, янып-көйөп атҡара был вазифаны Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. Тиражды ла арттыра, журналды ла ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле итеү өҫтөндә ныҡ эшләй, хеҙмәткәрҙәренең бөтәһен дә фатирлы итеп ҡыуандыра, барыһына ла юғары исемдәр алырға ярҙам итә. Республика ҡатын-ҡыҙҙары ла журнал йөҙөндә ысын мәғәнәһендә үҙенең серҙәшен, яҡлаусыһын таба.

Элек хәҙерге кеүек ҡатын-ҡыҙҙар союздары булмай. Эштән сығарылған, төрлө сетерекле проблемалары килеп тыуған ҡатын-ҡыҙ журналға мөрәжәғәт итә. Етәкселәре йә ирҙәре тарафынан рәнйетелгән ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ярҙам итергә тырыша журнал хеҙмәткәрҙәре. “Ҡайһы берҙә көнөнә 15-ләгән ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул итергә тура килә торғайны. Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура, Әбйәлил, Асҡын яҡтарынан әллә нисә машина алыштырып, хәлдән тайып килеп еткән ҡатындарға иң тәүҙә сәй эсереп, ял иттереп алып, шунан ғына хәлдәрен белешә инек,“ – ти был турала Гөлфиә апай.

Ҡатын-ҡыҙҙың барыһы ла өйҙә ултырырға тейеш, тигән фекерҙе һәм шуның менән ризалашҡан ҡатындар менән килешә алмай ул: “Әгәр өйҙә ултырырға тейеш булһа, ни өсөн уға Алла тарафынан һәләт бирелә? Ни өсөн ул юғары белем ала? Бала бәләкәйерәк саҡта эшкә йөрөмәү ата-әсәгә лә, сабыйҙарға ла һәйбәт, әлбиттә. Әммә 20-22 йәштәрҙә бала тапһа, балаһы уҡыуҙы бөткәндә 40 тирәһендә генә була бит һуң. Балаға иғтибар булырға тейеш, уныһы һис шикһеҙ, әммә ул бер осор ғына. Унан, эшләмәгән ҡатынға иғтибар кәмей башлай бит әле. Биргән аҡсаһын ҡайҙа тотоноуын, нимәләр алғанын яҙып барыуын талап иткән ирҙәр ҙә юҡ түгел. Ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт юғары кимәлгә ынтылырға кәрәк. Ире менән сәйәсәт тураһында ла, сәнғәт, әҙәбиәт тураһында ла һөйләшә алһын, балаларына ла өлгө булһын ул. Юҡһа, көнө буйы плитә төбөндә торған әсәй менән һөйләшергә уртаҡ һүҙ ҙә табылмаҫҡа мөкин. ”

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, коллективтарҙың һорауҙарын хәл иткәндә редакция исеменән юғары органдарға хаттар яҙалар, министрҙар советына барғанда үҙҙәре менән берәй депутат та алалар. “Кеше эйәртеп йөрөгәнсе, үҙем депутат булайым да, халыҡтың да, журналдың да проблемаларын хәл итеүе еңелерәк булыр”, тигән ҡарарға килә Гөлфиә Юнысова. Әммә, Мәскәүҙә эшләргә тура килер, тип кенә уйламай. Ҡалған депутаттар кеүек, журналда эшләп депутатлыҡ эшен алып барыу була ниәте.

Рәсәй парламентына һайланғас, бар көсөн һалып, ихлас эшләй ул. “Ҡалғандарға көнөнә өсәр хат килһә, миңә, йөҙ утыҙ мең тиражлы журналдың мөхәррире, билдәле шағирә булараҡ, йөҙәрләгән кеше мөрәжәғәт итә ине. Хәтерегеҙҙәлер, Бөрйән районын һыу баҫҡас, ә бит унда бер районды ғына түгел, Башҡортостанда байтаҡ урындарҙы баҫты, ул ваҡыттағы аҡса менән 200 миллион (хәҙерге аҡсаға әйләндерһәк, миллиардмы икән?) ала алдым. Сығыш яһарға рөхсәт бирмәй интектерҙеләр. Мине секретариатҡа һайлағайнылар, шуны файҙаланып, бер нисә минут алырға өлгәштем. Һәм, туҡтатырға тырышыуҙарына ҡарамай, барыһын да һөйләп өлгөрҙөм. Шул уҡ төндө СССР етәкселеге Башҡортостанға ярҙам итер өсөн республика етәкселәрен, министрҙарын Мәскәүгә саҡырған”. Ошо сығышынан һуң Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына хаттар бөтә ил буйынса килә башлай. Ҡулынан килгәнсә хаттарға яуап бирергә, ярҙам итергә тырыша депутат.

Етәксе кешегә ғаиләһендә ауырҙыр тип уйлайҙар ниңәлер, тип атырай Гөлфиә апай. Етәксе лә шундай уҡ кеше бит. Эш ваҡыты тамамланғас өйөнә, ғаиләһенә ҡайтырға сыға. Өйөнә ҡайтҡас, ғаилә хужабикәһе, әсәй икәнеңде генә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк...

“Яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?” тигәс, уйлап та тормай: “Ышанам! – тип яуап бирҙе Гөлфиә апай. – Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә. Кешенең был донъялағы роле әҙ булыуы хатта йәл. Янып үлергә тейеш кеше батып үлмәй. Самолет 11 км бейеклектән ҡыйрап төшөп, тере ҡалған кеше юл аша сығып барғанда аварияға осрап үлергә мөмкин. Йә булмаһа мин имтихандарымды нисәгә биреремде, премия аласағымды, китабым сығырын да, сыҡмаҫын да, ҡайһы бер яҡындарымды юғалтырымды ла алдан төштә күрҙем. Әгәр был хәлдәр булмаҫҡа тейеш икән, нишләп төшөмә керә һуң? Кейәүгә ниңә уға сыҡтым икән, тип үкенергә лә ярамайҙыр. Сөнки балаларҙың да ғүмере алдан яҙылған. Әгәр һин ошо кешегә сыҡмаһаң, был балалар ҡайҙан булырға тейеш һуң? Ил яҙмышына ла ышанам. Советтар Союзы бөтөрөн дә йөҙәр, меңәр йыл алдан әйткәндәр бит. Германияла самолет шартланы. Бер бала тап шул хәлде һүрәтендә эшләп ҡалдырған. Һәләкәткә дусар самолетҡа, поезға һуңлап ҡалған кешеләр ғәҙәти транспортҡа ултырмай ҡалғандарҙан күберәк икән. Бәләкәй сағында Ирхан: “Нәнәй, параллель донъя бар тип уйлайһыңмы?” - тип һорағайны, ҡара, тим ейәнемә, кешелә әллә нисәшәр йөҙ микроб бар. Шул параллель донъя түгелме ни? Ә эргә-тирәбеҙҙә? Үҫемлектәрҙең тойоп-һиҙеүен дә ғүмер, тормош тип әйтер инем мин. Юҡһа улар үҫмәҫ, үрсемәҫтәр ине. Уларҙың да үҙ донъяһы. Ҡайһы бер гөлдәргә һыу һибеп, матур итеп ҡараһаң да ҡорой, ҡайһы бер ағасты ҡырҡһаң да ниндәйҙер көс менән үҫеп китә...”

Етмешендә лә илһамланып ижад иткән Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысоваға артабан да ижади уңыштар, сәләмәтлек теләп, мәҡәләмде уның үҙенең шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.


... Кисә, бөгөн, иртәгәләр

Араһында сиктәр юҡ.

Ағым һыуҙай аға ғүмер,

Йоҙаҡларға биктәр юҡ.


... Күк йөҙө, ер, яҡты донъя –

Беҙҙең көйлө өй бит ул.

Ғүмер үҙе – серле, моңло,

Тыңлап туймаҫ көй бит ул.


Читайте нас: