Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
11 Февраль 2020, 15:37

ҺАҒЫНДЫРА БУЛАТ РАФИҠОВ

Бигерәк тә заман үҙенең сираттағы һынауы менән алдыбыҙға баҫҡанда, албырғап ҡалғанда һағындыра шул Булат Рафиҡов! Ул һәлмәк кенә баҫып килеп инер ҙә, йылмайып баш ҡағыр, хәлебеҙҙе һорашыр ҙа, шунан тәмәкеһен тоҡандырыр, шунан бер аҙ уйланғандан һуң үҙенең алтын кәңәштәрен бирә башлар кеүек.Уның көслө ихтыяры теләһә кемде үҙенә буйһондорор, һис юғы, үҙе һөйләп бөткәнсе шым ғына тыңлап бөтөргә мәжбүр итер. Ошоларҙың өҫтәүенә, әгәр ҙә уның әҫәрҙәрен быға тиклем уҡыған булһаң, яҙыусы менән бергә уның хикәйәһенә, повесына йә романына, үҙең дә һиҙмәҫтән, инәһең дә китәһең.Дауамы:

Милләтебеҙҙең һөйөклө улы, күренекле яҙыусы, шағир, прозаик, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Булат Заһрый улы Рафиҡов хаҡында һүҙ барғанда уны заманабыҙ Бәпәнәйенә, ил ағаһына, ҡанбабаға тиңләйҙәр. Икенсе бер күренекле яҙыусыбыҙ, Булат Рафиҡовтың замандашы һәм ҡәләмдәше Рәшит Солтангәрәев уның “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире вазифаһын иңендә тартыу менән бер рәттән тағы ла егерме төрлө яуаплы ижтимағи вазифа башҡарыуы хаҡында яҙып үткәйне: “Булат Рафиҡов – мәрхүм тип әйтергә һаман тел бармай – яҙыусы, әҙип кенә түгел, ә күренекле йәмәғәт йәмәғәт эшмәкәре лә ине. Хәтеремдә, бер саҡ ул үҙенең йәмәғәт эштәрен һанап ултырҙы... Ҡыҫҡаһы, егермегә яҡын вазифа бер кеше башына...” (“Ваҡыт миңә йүгәнһеҙ тай булды”. “Китап”, 2008, 198-се бит).
Билдәле шағир, яҡташы Ғәлим Дәүләди иһә үҙенең яҙыусыға бағышланған шиғырын шулай тамамлай:
Һәйкәл ҡойҙо бит ул халҡыбыҙға,
Ҡаһарманлыҡ илен яратып...
Аҙ яҙабаҙ!
Артыҡ күп һөйләйбеҙ...
Һағындыра Булат Рафиҡов.
Бигерәк тә заман үҙенең сираттағы һынауы менән алдыбыҙға баҫҡанда, албырғап ҡалғанда һағындыра шул Булат Рафиҡов! Ул һәлмәк кенә баҫып килеп инер ҙә, йылмайып баш ҡағыр, хәлебеҙҙе һорашыр ҙа, шунан тәмәкеһен тоҡандырыр, шунан бер аҙ уйланғандан һуң үҙенең алтын кәңәштәрен бирә башлар кеүек.
“Өйһөҙ ҡалған тауыштар”
Булат Рафиҡов әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең төрлө йылдарҙа донъя күргән “Ғәжәбстан”, “Мөғжизәләр иле”, “Кисеүҙәр”, “Йыһан сәғәтсеһе” тигән шиғыр китаптары, “Тауҙарҙа ҡар иртә ята”, “Үр елдәре”, “Бәләкәй баҡса сәскәһе” тигән юғары художестволы повестары, шулай уҡ халҡыбыҙҙың яҙмышы, уның данлыҡлы тарихи үткәне тураһында киң күләмле “Сал ҡылған”, “Ҡараһаҡал”, ”Ахырызаман көткәндә”, “Көнгәк” тигән эпик әҫәрҙәре, “Үлсәү йондоҙлоғо”, “Эйәрләнгән ат”, “Тәңреләр һәм төркиҙәр”, “Ғәрәп” тигән тарихи фараздары, “Лоулла”, “Һуҡайлының һуңғы байрамы”, “Һуңғы ахмаҡлыҡ” исемле фантастик повестары, “Замана беҙҙең ҡулда”, “Париж башҡорто” тигән сәхнә әҫәрҙәре (улар Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры тарафынан ҡуйылды), башҡа күп һандағы әҙәби әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләре менән яҡшы таныш. Улар хаҡында әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә эшләүсе ғалимдар тарафынан тейешле фекерҙәр әйтелде, киләсәктә лә әйтелер, баһалар ҡайта-ҡайта бирелер.
Үҙе “төп китабым” тип атаған “Өйһөҙ ҡалған тауыштар” тигән автобиографик повесына айырым туҡталып китке килә. Яҙыусы үҙе иҫән саҡта был повестың тәүге ике киҫәге 1994 йылда “Ағиҙел” журналының 8-се һанында донъя күрә, ҡалған өлөшө вафатынан һуң баҫыла. Беҙ өйҙәрҙең тауышһыҙ ҡалыуы, йәғни унда йәшәүселәрҙең донъялыҡтан киткәндән һуң ташландыҡ йорт рәүешен алыуы хаҡында күп тормош ваҡиғаларына шаһитбыҙ. Ә бында иһә, тауыштарҙың өйһөҙ ҡалыуы хаҡында һүҙ бара. Әгәр ҙә яҙыусы, тағы ла аҙ ғына ғүмере булып, ошо китабының дауамын яҙа алған булһа, беҙ, моғайын, китап исемендәге парадоксаль мәғәнәне тулы килеш аңлай ҙа алған булыр инек. Шуға күрә яҙыусының был әҫәре менән әйтергә теләгән төп фекерен шулай итеп формалаштырырға мөмкин булыр ине: тауыштарға – өйһөҙ, халыҡҡа – ауылһыҙ, милләткә дәүләтһеҙ ҡалырға яҙмаһын. Үҙен теге йәки был милләт ағзаһы тип иҫәпләгән кешегә йәшәү программаһы, тормош маҡсаты булырлыҡ “өйһөҙ ҡалған тауыштар” һүҙбәйләнеше. Был һүҙбәйләнеш бигерәк тә хәҙерге заманда актуаль яңғырай. Һәр хәлдә, был повесын яҙыусы “төп китабым” тип атаған икән, башҡа төрлө аңлатма биреү ҙә мөмкин түгелдер.
Яҙыусы Булат Рафиҡов – башҡорт әҙәбиәтендә тарихи тематиканы хәҙерге көн күҙлеге аша яҡтырта алыусы, ошоларҙың барыһын үҙ зиһене, үҙ йөрәге аша үткәреп уҡыусыға еткереүгә өлгәшә алыусы атаҡлы һүҙ оҫтаһы. Беҙгә ҡалһа, хәҙерге көндән сығып ҡарағанда, яҙыусы ижадының төп әһәмиәте ошо фекергә ҡайтып ҡалалыр ҙа. Был фекер шағир, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовҡа берҙәй үк ҡағылалыр тип уйланыла.
Шәхес Булат Рафиҡов тик ижад итеп кенә йәшәмәне, үҙе етәкләгән “Ағиҙел” журналының мең мәшәҡәтенән тыш әллә ни саҡлы йәмәғәтселек бурыстарын да үҙ иңендә күтәрҙе. Беҙ уның янында үҙебеҙҙе һәр ваҡыт яҡлаулы һәм һаҡлаулы итеп тойҙоҡ. Ул, хәрбиҙәр лөғәте менән әйткәндә, кәрәк саҡта ҡәләмен штыкка, штыгын ҡәләмгә әйләндерә белде. Һүҙендә, әҙәби әҫәрҙәрендә генә түгел, ғәмәлдәрендә лә үҙ халҡын тәрән һөйгән патриот булып ҡалды. Был күптәргә бирелмәгән халәт.
Ә бына йәмәғәт эшмәкәре, ижтимағи тормош хеҙмәткәре булараҡ сығыш яһаусы Булат Рафиҡов хаҡында беҙ нимәләр беләбеҙ һуң? Әлбиттә, беҙ яҙыусының иң әүҙем эшмәкәрлеге осороноң үткән быуаттың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарына тап килеүен, ул йылдарҙа “Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте”н ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе икәнлеген дә яҡшы хәтерләйбеҙ. Ул йылдар беҙҙең күҙ алдында үтте. Әҙиптең һыны тап ошо осорҙа милләтебеҙ аҡһаҡалы кимәленә күтәрелде.
Тыңлауһыҙ малайҙар була
Әле партия номенклатураһы үҙ көсөндә булған, әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫә башлаған саҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы Ғәбиҙулла Зарипов менән икебеҙҙе Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына командировкаға ебәрҙе. Беҙ өлкә комсомол комитеты тарафынан ошо районда ойошторолған йәштәр форумында ҡатнашырға тейешбеҙ икән. Был районда милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгәнен белгәнгә, уғата ҡанатландыҡ, дәртләндек. Беҙҙе бигерәк тә райондың башҡорт ауылдары халҡы, ундағы йәштәр менән осрашып һөйләшеү теләге илһамландырҙы. Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға иғтибарҙың көсәйә барған мәле булғанға күрә беҙ хатта ниндәйерәк шиғырҙарыбыҙҙы уҡырға, нимәләр хаҡында һөйләргә кәрәклеген дә самалап ҡуйҙыҡ. Ғәбиҙулла ҡобайырҙарын ятланы, мин иһә рухиәткә бағышланған шиғырҙарымды барланым, ҡурайҙарыма ҡын табып һалып ҡуйҙым.
Өфө–Силәбе араһын поезда үттек. Алдан килешеү буйынса Силәбе вокзалында беҙҙе ҡаршыланылар. Ҡоншаҡҡа машинала барған саҡта форумға бәйле үтәсәк саралар планы менән таныштырҙылар. Байтаҡ ҡына урындарҙа осрашыуҙар, әңгәмәләр, кәңәшмә-диспуттар үткәрергә итәләр икән. Етмәһә, саралар шундай итеп теҙелгән, уларҙың араһында тын алырлыҡ та ваҡыт ҡалдырылмаған. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе тулы көскә эшкә екмәкселәр икән.
Әммә беҙ уларҙың планында үҙебеҙҙең ниәтебеҙгә бәйле пункттарҙы тапманыҡ. Ни өсөн тигәндә, унда ҡаралған саралар барыһы ла тиерлек комсомол, партия тормошона, хеҙмәт мөнәсәбәттәренә, производство тематикаһына арналғайны. Шундуҡ күңелебеҙ төштө. Сөнки беҙ нисек кенә булмаһын, райондың башҡорт ауылдарына барыуҙы күҙ уңында тотҡайныҡ. Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышҡан булдыҡ. Бер нәмә лә эшләп булмай: саралар планы ВЛКСМ-дың Өлкә Комитеты тарафынан раҫланған. Ҡултамғалар ҡуйылған, мөһөрҙәр баҫылған.
Форумды асыу сараһы район үҙәге Ҡоншаҡта үтте. Бер нисә рәсми сығыштан һуң беҙгә лә һүҙ бирҙеләр. Өлкәнән беҙҙе оҙатып йөрөүселәрҙең әйтеүе буйынса, беҙ үҙ сығышыбыҙҙа йәштәрҙе коммунизм төҙөү эшенә дәртләндерергә тейеш инек. Икәүләп сәхнәгә сығып баҫып, тәүҙә Башҡортостан йәштәре, Башҡортостан комсомолдары исеменән форумға сәләм күндерҙек тә, аҙаҡ икебеҙ ҙә башҡортса шиғыр уҡыныҡ та, туп-тура артҡы ишектән сығып “һыҙҙыҡ”.
Был хәл, нисектер, үҙенән-үҙе килеп сыҡты, форумды ташлап китеү хаҡында Ғәбиҙулла менән алдан һөйләшмәгәйнек тә.
Көн кисәүләп барыуға ҡарамаҫтан, башҡорт ауылдарына табан тәпәйләнек. Ауылдарҙа үҙебеҙҙең егеттәрҙе осратып, улар менән уртаҡ тел табып, күмәгерәк халыҡ йыйылған урынға барып милли яңырыу хаҡында фекер алышып, уларҙың һәм үҙебеҙҙең рухты күтәреп ике көн буйы ауылдан-ауылға йөрөнөк. Ҡайтышлай Ғәбиҙулланың тыуған ауылына, Тирмәнгә һуғылдыҡ.
Өфөгә ҡайтҡас та беҙҙе ул саҡта Яҙыусылар Союзында яуаплы сәркәтип булып эшләүсе, беҙҙе мәтриләп Силәбегә оҙатып ҡалыусы Булат ағай Рафиҡов үҙ янына саҡырып алды. Баҡтиһәң, Силәбе Өлкә комитетынан беҙҙең Өлкә комитетҡа шылтыратып, беҙҙең “юғалыу” хаҡында әйтеп, тоҙло-боросло сәләмдәр тапшырғандар икән. Барҙыҡ. Булат ағайға барыһын да һөйләп бирергә тура килде. Ярһып әрләп ташлар тип көткәйнек, ағайыбыҙ беҙҙе әрләмәне, бары тик үҙенсә бер кинәйә менән: “Эш боҙоусы тыңлауһыҙ малайҙар була, уларҙың башына һуҡтырмай торған ағайҙары ла була. Ярай, барығыҙ, Өлкә комитет менән эште үҙем көйләрмен”, - тип беҙҙе сығарып ебәрҙе ул. Беҙгә, бигерәк тә компартия ағзаһы булған Ғәбиҙуллаға был башбаштаҡлыҡ өсөн ныҡ ҡына эләгә ине. Булат ағай беҙҙе нисек аралап ҡалғандыр, ҡыҫҡаһы, артабан Ҡоншаҡҡа сәйәхәт мәьәләһе буйынса беҙҙе борсоусы кеше булманы.
Урынбаҫар бүлмәһендә
Иҫемдә: тап шул йылдарҙа Ҡөрьән сүрәләре тәржемәләре, тәфсирҙәре, милләт яҙмышы хаҡында мәҡәләләр баҫылып, ул етәкләгән “Ағиҙел” журналы милли зыялыларыбыҙҙың иғтибар үҙәгенә әүерелә башлағайны. Баш мөхәррир кабинетына бер туҡтауһыҙ милли хәрәкәт етәкселәре бер-бер артлы килер булды. Булат Заһрый улының тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре барыһына ла кәрәк булды.
1988 йылда Булат Рафиҡовты “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләп ҡуйғанда мин дә, яңы ғына әрме сафынан ҡайтып, Рәмил Ҡолдәүләт менән икәүләп (баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Рәшит Солтангәрәев беҙҙе корректура уҡырға, тип ваҡытлыса эшкә алып торғайны) ошо редакцияла эшләп йөрөгәйнек. Булат ағайҙың баш мөхәррир креслоһына ултырғанда әйткән тәүге һүҙе ғүмерлеккә хәтеремә уйылып ҡалды. Ул коллектив алдында шулай тине: “Ҡаты бәғерле кеше түгелмен, әммә журналдың сифатын яҡшыртыу, уны уҡымлыраҡ итеү мәсьәләләрен бойомға ашырыуға килгәндә талапсан да, ҡаты ла була белермен...”
Артабан беҙҙең журналда эшләү мөҙҙәте үткәс, Ҡолдәүләт – “Китап” нәшриәтенә, мин Башҡортостан радиоһына эшкә киттек. Радиола ярты йыл да эшләп өлгөрмәнем, Булат ағай мине үҙе телефондан шылтыратып, кире янына саҡырып алды. “Һинең кеүек егеттәр “Ағиҙел”дә эшләргә тейеш”, - тине ул эшкә урынлашырға ғариза яҙған сағымда. Мин бының менән нимә әйтергә теләйем һуң? Әле йүнле китап та сығармайынса, тормош һәм ижад тәжрибәһе лә булмаған кешене шундай абруйлы баҫмаға эшкә алған тәжрибәле етәксе “Бер – олоно, бер кесене тыңла” тигән принциптан сығып эш иткәндер, тип уйлайым. Ысынлап та, башына килгән бик күп идеялары менән уртаҡлашып, был мәсьәләгә ҡарата фекеремде һорай торғайны ул. Тап шул саҡта хәҙерге “Аҡбуҙат” журналы “Ағиҙел” эсендә “Бәпембә” тигән исем менән журнал эсендә журнал рәүешендә сыға башланы, һуңғараҡ беҙ хәҙерге “Шоңҡар”ҙың журнал эсендәге журнал вариантын әҙерләнек.
“Шоңҡар” журналы тигәндән, 1994 йылда редакция Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер бүлмәһендә урынлашты. Беҙ унда журналдың тәүге офисынан – баш мөхәррир Таңһылыу Ҡарамышеваның фатирынан күсеп килдек. Шул саҡта Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары шағир Рәмил Йәнбәк “Китап” нәшриәтенең директоры булып китте бер мәл. Иртәнсәк “Шоңҡар”ға эшкә килһәм, Яҙыусылар союзы рәйесе күренекле яҙыусыбыҙ Динис Бүләков мине үҙ бүлмәһенә саҡырып индерҙе. Унда мине Булат Рафиҡов ҡаршы алды. Һаулыҡ һорашып хәл белешкәс, Динис ағай сейфынан фармандар кенәгәһен алып яҙа башланы. Үҙе яҙып тора, яҙған бер һүҙен әйтеп бара. Ҡыҫҡаһы, фарман мине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләү хаҡында ине. Булат ағай кинәйәле йылмайып, Динис ағайҙың һәр һүҙен хуплап, “Эйе, эйе...” тип баш ҡағып тора. Был үҙенә күрә урыҫтарҙың “Мине минһеҙ өйләндерҙеләр” тигән лаҡабы һымаҡ килеп сыҡты. Ағайҙар минән ризалыҡ та һорамайынса быны эшләне. Ул ғына етмәй, өсәүләп ҡабул итеү бүлмәһенә сыҡтыҡ. Идара рәйесе ҡаршы яҡтағы урынбаҫар бүлмәһенең ишеген асты. Мине урынбаҫарҙың өҫтәле артындағы креслоға ултырырға ҡушты ағайҙар. Уларға ҡаршылашыу, ниндәйҙер дәғүә белдереү бөтөнләй мөмкин булмаған ғәмәл ине. Ҡалайтаһың инде, барып ултырҙым. Ағайҙар өҫтәлгә ҡаршы диванға барып ҡунаҡланы.
- Нисек, Булат ағай, егеткә оҡшаймы был урын? – тип миңә күҙ ҡыҫып һораған булды идара рәйесе.
- Бына тигән, – булды Булат ағайҙың яуабы.
...Шулай тине лә Булат ағай, урынбаҫар өҫтәленең килеүселәр өсөн текәтеп ҡуйылған бүлкәте янындағы ултырғыста һын яҙғас, тәмәкеһен тоҡандырҙы ла, миңә шулай өндәште.
- Ҡасандыр был бүлмәлә мин дә ултырҙым. Шуға күрә бында тәмәке тартырға хоҡуғым барҙыр тип уйлайым. Минең өсөн бында махсус көлдөксә алып ҡуй, – тигән булды үҙенә генә хас ишара менән ихластан йылмайып.
Шулай итеп, идара ағзалары Рәмил Йәнбәктең тәҡдиме, Булат ағай Рафиҡовтың хуплауы менән мин уйламағанда-көтмәгәндә идара рәйесе урынбаҫары булып киттем. Ижади яҙмышым формалашыуында Булат Рафиҡовтың роле ҙур булды. Әйткәндәй, ул тап ошо бүлмәлә ултырған сағында яңы ғына ауылдан килгән студент булараҡ, тәүге шиғырҙарымды тотоп Булат ағай янына бик күп тапҡырҙар килгәнем булды.
Халҡың менән һөйләшкәндәй
Һәр яҙыусы үҙенең әҫәрендәге геройҙарын уҡыусыла тойҙора алһа ғына маҡсатына өлгәшәлер. Минең бала саҡтан алып ундай геройҙарым бар. Әйтәйек, Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман”ындағы бәһләүән Төлкөсура батырға оҡшарға тырышып, төндәр буйына гер, штанга күтәрә-күтәрә, йә булмаһа Рәшит Солтангәрәевтың нефтселәре кеүек “вагончик романтикаһы” менән йәшәүем.
Булат ағай менән аралашыу үҙенсә кинәйәле булды. Быны күптәр һиҙгәндер. Һәлмәк кенә атлап килеп, эйәк ҡағып, аҡһаҡалдарса һиңә һүҙ ҡатыр ҙа, үҙең дә һиҙмәҫтән, булмышыңды икенсе бер донъяға сорналдырыр. Уның көслө ихтыяры теләһә кемде үҙенә буйһондорор, һис юғы, үҙе һөйләп бөткәнсе шым ғына тыңлап бөтөргә мәжбүр итер. Ошоларҙың өҫтәүенә, әгәр ҙә уның әҫәрҙәрен быға тиклем уҡыған булһаң, яҙыусы менән бергә уның хикәйәһенә, повесына йә романына, үҙең дә һиҙмәҫтән, инәһең дә китәһең. Улай ғына ла түгел, шул әҫәр геройҙары араһында йөрөйһөң, улар менән бергә шатланаһың-ҡайғыраһың, көләһең йә илайһың. Бындай йоғонтоноң сәбәптәре хаҡында күп уйланғаным булды һәм шундай шундай һығымта һымаҡ нәмә лә яһаным: әҫәр уҡыусыны арбай икән, етмәһә, уның геройҙары менән ваҡиғаларҙа ҡатнашаһың икән, был яҙыусының таланты, тағы ла ихтыяр көсө тураһында һөйләй. Яҙыусы әҫәре аша уҡыусының ихтыярына тәҫир итә, был – психологизм.
Мин иһә Булат Рафиҡовтың “Тауҙарҙа ҡар иртә ята” повесындағы Миҙхәт Байтурин менән бергә тимер юлы төҙөүҙә ҡатнаштым кеүек, “Сал ҡылған”дағы Ибраһимовтыр менән атай-олатайҙар тамырын юлланым һымаҡ, “Ахырызаман көткәндә”ге юрматылар менән ҡиәмәт көнөн көттөм төҫлө, “Эйәрләнгән ат”тағы Салауаттар менән тыуған илемә ынтылдым, “Ҡараһаҡал” яуында ҡатнаштым, шикелле...
Яҙыусы ижадына ошонан да ҙурыраҡ баһа юҡтыр тип уйлайым. Булат Рафиҡовтың тағы ла бер үҙенсәлеге уның әҫәрҙәрен уҡымлы итә. Ул да булһа – шағирлығы һәм бай фантазияһы. Яҙыусы бик ҡыйыу рәүештә фаразлай һәм үҙенең хаҡлығын төрлө дәлилдәр менән раҫлауға ла өлгәшә. Асылда тарихи романдар авторы булып танылған яҙыусы бер нисә шиғыр һәм фантастик әҫәрҙәр авторы ла. Уның “Эйәрләнгән ат” һәм “Тәңреләр һәм төркиҙәр” тарихи фараздары әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уйлап ҡараһаң, тарих беҙгә XX быуат аҙағында, XXI быуат башында ғына ысын йөҙөн асты. Был йәһәттән әҙәбиәт өсөн мөмкинлектәр бихисап. Был йәһәттән Булат Рафиҡов башлаған “тарихи фараз”ды айырым жанр итеп тә атарға мөмкин булыр ине.
Донъяла шундай кешеләр була. Улар менән осрашҡанда-һөйләшкәндә халҡың менән аралашҡандай-һөйләшкәндәй булаһың, үҙеңә ниндәйҙер ышыҡты, илеңде, халҡыңды, уның бөйөклөгөн тояһың. Булат ағай Рафиҡов ана шундайҙарҙан булды.
Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа Булат Рафиҡовтың арабыҙҙа юҡлығы ныҡ тойола. Милләтебеҙҙең, айырым коллективтың, бер кешенең яҙмышына бәйле ниндәй генә сетерекле хәл-проблемалар килеп тыуһа ла, Булат ағай ҙур портфелын тотоп республикабыҙ етәкселеге урынлашҡан йортҡа йә берәр министрлыҡҡа барып, ундағы кәрәкле кешеләр ултырған бүлмәләрҙең ишектәрен асып инеп, ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеп, һис юғы булмаһа, ыңғай юҫыҡҡа бороп ҡайта торғайны. Булат ағай Рафиҡов ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе ине.
Читайте нас: