Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
3 Март 2020, 21:15

 Фидан Ғафаровты «Ашығыс ярҙам» алып киткән...

Ул уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға, уның тап үҙен бер күрер өсөн халыҡ театрға эркелеп йөрөнө.

«Өфө йүкәләре», «Һиңә килдем иркәм»... Яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаров үткән быуаттың 70-се йылдарында ошо йырҙары менән тамашасылар күңеленә килеп инде. Ул уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға, уның тап үҙен бер күрер өсөн халыҡ театрға эркелеп йөрөнө. Сәхнә йондоҙо әле лә тамашасыларҙың иң яратҡан артисы булып ҡала. Үкенескә ҡаршы, һуңғы ваҡыттарҙа ул беҙҙе ҡурҡытып ала. Күптән түгел, юл фажиғәһенә тарып, ғүмере өҙөлгән, тигән хәбәр ҙә булып алғанйы. Бәхеткә күрә, ул ысынбарлыҡҡа тап килмәне.

Ошо көндәрҙә “КП-Уфа” гәзите һөйөклө артисыбыҙҙы ашығыс рәүештә 22-се дауаханаға һалыуҙары хаҡында хәбәр итә. Тәүҙә Фидан Сафа улы тәүҙә реанимацияла ятһа, әле - ғәҙәти палатала. Күрәһең, хәҙер шөһрәтле артистың сәләмәтлеге үтә ҡурҡыныс түгелдер. Сәнғәт әһеленең тиҙерәк шәбәйеп, тағы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында үҙенең миллионлаған тамашасыһын ҡыуандырыр әле.

Фото: gtrk.tv

Читайте нас: