Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Апрель 2020, 21:15

Рәшиҙә Туйсина һөт ваннаһында йыуына...

Бейеүсе нимәнән ҡурҡа?

Һәр ваҡыт мөләйем, ҡушы итеп кейенгән. Яҡындан танып-күрмәгән кеше лә уны тәү күреүҙән сәхнә кешеһе тип уйлауына шик юҡ. Шөһрәтле бейеүсегә был ҡайҙан килә был сифат? “Кеше гел көлөп йөрөгәс тә ауырлыҡ күрмәй, тип уйлай. Бер заман “шул тиклем матур күренә, һөт ваннаһында йыуыналыр” тигәндәрен ишеттем. Иҫем китте!, - тип иҫем китте сәхнә алиһәһе. - Беҙ бәләкәйҙән аҡҡа хөрмәт менән ҡарап үҫтек. Мин хатта таҙа һыуға ла аяҡтарымды ҡомған менән йыуып ҡына инәм. Артист халҡын ғүмер буйы һөйләйҙәр бит инде. Аҡылың булһа, ишеткәнеңдән фәһем алаһың да, йәшәй бирәһең. Йәшлегемдә үтә хисле инем. Әммә һиҙгерлегем арҡаһында алдан тойомлап, үҙемә һүҙ тигеҙмәҫкә тырыштым. Бала саҡтан Хоҙайҙан ҡурҡтым. Күпме генә булышмаһындар, тыйнаҡ булдым. Көнләшмәҫтәр ҙә ине – тоталар ҙа сит илгә саҡыралар. Сәхнәлә лә, тормошта ла оҡшата инеләр мине. Валентина Толкунова, Людмила Зыкина, Эдита Пьеха, Алла Пугачевалар менән осрашҡаным булды. Үҙемдә бала саҡтан алдан сабып сығыу тигән нәмә юҡ ине. Барыһы ла шулай тәбиғи рәүештә, үҙ яйынса һалына барҙы.
Тағы ла шуны өҫтәр инем: ғүмер буйы зауыҡлы итеп кейенә, үҙемде тота белдем. Шуға күрә лә ялтырайымдыр инде. Мине аңлаған кешеләр булһа, көләм-шаярам. Аңламаған кешеләр янында ябылам. Көнбағыш кеүек. Ныҡ һиҙгермен. Шул мине ҡотҡарҙы ла, хәүефләндерҙе лә”.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.
Читайте нас: