Бөгөн сатира һәм юмор оҫтаһы, шағир Тимер Арыҫландың тыуыуына 105 йыл. Буласаҡ әҙип Туймазы районының Кәкребаш ауылында тыуған. Уның тәүге китабы 1934 йылда донъя күрә. Йәштәр араһында тырыш хеҙмәтте һәм ихлас дуҫлыҡты данлай. Икенсе китабы окоп еҫе һеңгән ҡуйын дәфтәренән тупланғаны 1944 китап булып сыға. Яҙыусы Тимер Арыҫлан үҙ башынан өс һуғышты үкәргән. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышын яуҙарында ҡатнашҡан яугир тиҫтәләгән яралар алған. Әммә йор һүҙле, асыҡ күңелле ир-уҙаман бер ҡасан да һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн алған бер костюмдан ашҡан миҙалдарын маһайып тағып йөрөмәгән.
Туймазы ерендә йор һүҙле шағир рухына тоғро халыҡ йәшәй. Уның ижадын мәктәп уҡыусылары лә ентекле өйрәнә. Сәхнәләрҙә шиғырҙары тасуири уҡыла.Кинәйәле мәрәкә менән яҙылған әҫәрҙәр аңлайышлы һәм оҫта рифмаға ҡоролоуы менән уңышлы.
Яҙыусы-сатириктың «Аҡ күгәрсен», «Һүҙ артынан һүҙ», «Ҡоҙасалар» юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары халыҡ араһында бик популяр.
Төхфәт ағай һөйләй: “Күкрәгемдә
Һигеҙ кейәү бар барлығын да,
Ләкин береһенән дә уңманым”.
- Булған эштәр булған, – тинем уға, –
Кейәүҙәрем, тиеп көйөнмә,
Һигеҙ ҡыҙың һиңә һигеҙ яҡлап
Ярҙам итер ҡартлыҡ көнөңдә.
-Юҡ, тине ул, – ҡыҙым икәү генә –
Ләкин мин уларҙың һәр береһенә
Туй үткәрҙем дүртәр мәртәбә.
Төхфәт ағай һигеҙ кейәүен дә
Гел рәнйеү менән хәтерләй,
Ярты ҡыйыҡ һүҙ ҙә еткермәй.