Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
5 Май 2020, 12:40

Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Риза инең барына һин, әсәй.

“Өс һүҙ”
Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.
Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул;
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.
Көнсөллөк
Көнсөллөк ул ғәйбәттән дә яман,
Көнсөллөктән алыҫ түгел мәкер.
Көнсөллөккә батһа ҡатын йә ир,
Донъяһының ҡото, йәме китер.
Көнсөл әҙәм меңгә берәү булһа,
Кәрәкмәҫ тә ине һүҙ ҡуҙғатыу.
Ул — йөрәкте кимереү, рухты
емереү,
Ул бит — үҙ — үҙеңде аңһыҙлатыу.
Көнсөллөк ул ҡояшыңды ҡаплай,
Һүнә дуҫлыҡ, берҙәмлектәр
ҡаҡшай.
Ҡар башына ҡар етеүҙән былай,
Ҡара көнсөллөктәр башты ашай.
Асыу, нәфрәт — бер хәл, күтәрһә
ул
Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ
ҡушҡандарҙы.
Ҙурҙан ҡубып әйтһәк, нәфрәт
менән
Еңмәнекме яуыз дошмандарҙы?!
Ә көнсөллөк — яман, аҫтыртын
шеш,
Изге уйҙа әйтәм халҡым өсөн :
Арынайыҡсы беҙ ошо сирҙән,
Арынайыҡ Алла хаҡы өсөн!
Таҡта сәй
Бәхеттәрең һинең ябай булды,
Риза инең барына һин, әсәй.
Эй һөйөнә инең — баҙарҙарҙан
Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.
Еҙ самауыр гөрләп ултырғанда,
Сәйҙәр яһап, сынаяҡ сыңлаһа,
Өй эстәре, гүйә, тулы ырыҫ,
Өй эстәре, гүйә, сынъяһау.
Сәйеңде лә эсеп бөтмәйенсә,
Китеп барҙың, әсәй, эңерҙә.
Белеп кенә булмай, таҡта сәйһеҙ
Тыныс ятаһыңмы ҡәберҙә?
Бөттө нигеҙ... Таҡта сәй ҙә юҡ
ул...
Ул ғынамы хәҙер хәстәрҙә.
Таҡта сәйең, яҡты сырайың тик
Мәңгелеккә, әсәй, хәтерҙә.
Читайте нас: