Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Май 2020, 19:40

Сәғит Агиштың ҡарауылсыны ата яҙғаны

- Зинһар, үл-үлтерә күрмә, мин-мин, хәҙер, - ти ҙә иң яҡшы юртағын йүгәнләй.

Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы осоронда була. 1942 йылда “Йондоҙ” колхозының бер төркөм кешеләре игенле ылау менән Ырымбур өлкәһенә юл тота. Танылған яҙыусы Сәғит Агиштың Сәйетбаба мәктәбендә уҡытып йөрөгән сағы. “Ҡалай йәтеш булды әле, яйы сыҡҡан да тыуған яҡтарымды ҡайтып күреп киләйем” тип, ул да ылаусыларҙан ҡалмай. Юл алыҫ. Килә торғас, аттары ла, үҙҙәре арый. Ял итергә ниәтләп, аттарын туғарып тышайҙар ҙа, бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, йоҡларға яталар. Уянып китһәләр, аттары юҡ. Баҡһаң, улары баҫыуға төшкән дә ҡарауылсылар бикләп ҡуйған икән. Шул саҡ, русса иң арыу белгән кеше булараҡ, Сәғит Агиш: “Ҡана үҙем барып һөйләшәйем әле “, ти. Әммә, ҡәһәрең уның үҙен дә бикләп ҡуялар. Шулай ҙа ылаусылар аңшайып тормай – тегеләр күрмәгән дә аттарын шым ғына сығарып алалар ҙа һыҙыу яғын ҡарайҙар.
Бер сама ваҡыттан Сәғит Агишты ла сығаралар. Иптәштәренең инде апаруҡ юл ыратҡанын аңлаған тотҡондоң башына кинәт кенә бер уй килә. Түбәһендәге күн фуражкаһын пистолетка оҡшатып төрә лә һаҡсының тура йөҙөнә тоҫҡап:
- Мине хәҙер үк ылау артынан алып барып еткермәһәң, ошонда уҡ теге донъяға оҙатам, - ти етди ҡиәфәт менән. - Быны көтмәгән ҡарауылсы шөр ебәрә, йөҙө ап-аҡ була. Ул ҡурҡышынан тотлоға-тотлоға:
- Зинһар, үл-үлтерә күрмә, мин-мин, хәҙер, - ти ҙә иң яҡшы юртағын йүгәнләй.
Ылау артынан барып еткәс, Агиш пистолет тигән нәмәһен йәйеп ебәреп, башына кейеп ҡуйғас, тегенең күҙе шарҙай була. Икеһе лә көлөп ебәрә. Ҡайһы ваҡыт йәтеш кенә итеп алдаша белеү ҙә күңелһеҙ ваҡиғаларҙан ҡотҡарып ҡуя шул.
Читайте нас: