Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
21 Июль 2020, 00:50

Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл

Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.

Мәжит Ғафури 1880 йылда Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килә. 1923 йылда яҙыусыларҙан беренсе булып Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемен алды.

Мин ҡайҙа?

Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була,
Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була.
Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау, юҡ уларҙа эс сере,
Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.
Юҡ тәкәллеф, юҡ эрелек, ултырышаһың һин дә мин,
Юҡ күңел ҡырылыр тигән уй, ул йәһәттән мин имен.
Читайте нас: