Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
20 Август 2020, 12:25

Был һөнәр мине бәхетле итте

Был онотолмаҫ сәйәхәттәрҙе мин әле лә һағынып иҫләйем.

Билдәле шағирә, талантлы журналист, бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған Зөһрә Ҡотлогилдинаның бөгөн тыуған көнө. Үҙенең гел бер урында хеҙмәт итеүенең сәбәбен былай тип аңлата шағирә.
–Әлбиттә, радиоға ла, телевидениеға ла, башҡа гәзит-журналдарға, ҙурыраҡ эш хаҡы булған урындарға ла саҡырҙылар. Хатта ҡайһы берәүҙәр, һинең ғүмер буйы балалар баҫмаһында эшләүең менән риза түгелбеҙ, тип күҙгә ҡарап әйтеүселәр ҙә булды. Тик бишенсе кластан яҙышҡан, мине журналист, шағирә иткән яратҡан гәзитемде, тоғролоҡ һаҡлап, ташлап китә алманым. Шул ваҡытта китһәм, яҙмышым, бәлки, башҡа төрлөрәк яҙылыр ине, тип уйлап ҡуйған саҡтар ҙа булды. Ләкин үкенмәйем, ошо осорҙа республикабыҙ әҙәбиәтенә, журналистикаға үҙ өлөшөн индереүсе гәзиттә эшләүем менән ғорурланам ғына. Башҡоростан уҡыусыларын йәш хәбәрселәр сменаһына Бөтә Союз "Артек" пионер лагерына, Бөтә Рәсәй пионер лагеры "Орленок"ка алып барырға тура килде. Был онотолмаҫ сәйәхәттәрҙе мин әле лә һағынып иҫләйем. Бөгөн бөтә гәзит-журналдарҙа тиерлек беҙ үҫтергән "Йәш хәбәрсе"ләр эшләй, ҡайһылары әҙәбиәт күгендә билдәле яҙыусылар, шағирҙар булып танылды. Уларҙың үҫешендә үҙемдең дә өлөшөмдө күреү миңә оло ҡыуаныс бирә. Шуға күрә әҙәбиәткә ҡарағанда иғтибарым журналистикаға күберәк бүленде, тип тә һис үкенмәйем. Был һөнәр мине бәхетле итте.
Шағирәне тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.
Тынлыҡтарҙы тыңлай белһәң, Унда — бөгөн, үткән дә
Шиғриәт

Бәхетлеләр шиғыр яҙмай,
Улар — үҙҙәре шиғыр.
Яҙмыштары балҡып тора,
Ғүмерҙәре — тотош йыр.

Бәхетһеҙҙәр шиғыр яҙмай,
Һағышлы йыр — үҙҙәре.
Шиғырға түгел, романға
Һыймалы ғүмерҙәре.

Шиғырҙы яҙа ғашиҡтар,
Хыялыйҙар, тилеләр.
Шиғыр яҙған саҡта улар
Ни тере, ни үлеләр.

Шиғырҙы яҙа ғәмлеләр,
Уйлылар шиғыр яҙа.
Шиғыр яҙа белеү ҡай саҡ
Үҙе бер тотош яза.

Ҡулға ҡәләм тотҡандарҙың
Ил хаҡында ғәмдәре.
Дөрөҫлөктө яҙа-яҙа
Теткеләнә йәндәре.

Күҙ йәштәренә төйөлөп,
Улар яҙа тарихты.
Кәрәк саҡта шул шиғри һүҙ
Күтәрә бит халыҡты.

Илен, ерен, телен һаҡлап,
Шағирҙар яҙа шиғыр.
Шиғриәттең бурысы ла,
Иманлы юлы шулдыр.

Ә шиғырҙы уҡый барыһы —
Бәхетле, бәхетһеҙҙәр.
Хыялыйҙай ғашиҡ булғас,
Ҡабына шиғри һүҙҙәр.

Шул саҡ инде үҙҙәре лә
Ни аҡыллы, ни тиле.
Уйлылар, ғәмлеләр барҙа,
Шиғриәт мәңге тере.

Әкиәт бабай

Күренекле ғалим, фольклор белгесе
Әхмәт ағай Сөләймәновҡа

Әкиәттән сыҡҡан мәллә
Ап-аҡ сәсле был бабай.
Уның менән бергә йәнәш,
Әйтерһең, дәүер атлай.
Геродоттың йәштәше ул,
Күсәк бейҙең нәҫеле.
Нисә йәш икән һуң уға?
Урал батыр йәшеме?
Тарихтарҙың төпкөлөнән
Тыуған хикмәтле малай,
Әкиәт һөйләп йөрөй торғас,
Булған сал сәсле бабай.
Әкиәттәре ябай түгел,
Һәр береһе — кинәйә.
Кинәйәһен аңлағандың
Нур инә күңеленә.
Нурлы итеп донъябыҙҙы
Йәшәй хикмәтле бабай.
Аҡылы ғына бабай уның
Үҙе һаман шуҡ малай.
Мең ғүмер һыйған йөрәге
Күпме тарихты һаҡлай.
Уның менән бергә йәнәш,
Әйтерһең, дәүер атлай.

Хәлдәр нисек,
тип һорайҙар…


Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Гөлдәр баҡсала, туғайҙа
Үҫәләр балҡып, көлөп.

Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп,
Йылмаялар барыһына.

Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡаршы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә.

Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙәр бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер менән йәрәшкәнен.

Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.

Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә…

Ирҙәр илағанда

Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,
Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.
Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙың
Сараһыҙлыҡтарын ул аңлау.

Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.

Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.

Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит тос ғаилә йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.

Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта,
Илаҡ, тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.

***

Рәнйетеп бала үҫтермә,
Рәнйеш төшөр үҙеңә.
Ауыр һүҙ әйтерҙән алда
Ҡара балаң күҙенә.

Ҡарғап үҫтермә баланы,
Ҡарғыш ҡайтыр үҙеңә.
Донъя — ҡуласа, ҡалырһың
Шул баланың иңенә.

Һуғып үҫтермә баланы,
Йөрәктә ҡалыр йөйө.
Балаң яраһы үҙеңдә
Һыҙлар ғүмерең буйы.

Илатып бала үҫтермә,
Ер-һыу илар ер үҙе.
Ул бала бит — һинең ғәзиз
Йәнеңдең игеҙәге.
Читайте нас: