Билдәле виртуоз баянсы Айнур Фәтихов фажиғәле үлеп ҡалған. Уға ни бары 37 йәш булған. Музыкант 1983 йылдың 22 февралендә Өфөлә ижади ғаиләлә тыуған. Атаһы - Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов, әсәһе - көлкө оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Фәтихова. Яҡындары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта мәрхүмдең ата-әсәһе дауаханала ята.