Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
14 Ноябрь 2020, 18:15

Талбазылағы Башҡорт гимназияһына шағир исеме бирелерме?

Тағы ҡайһы гимназияларға әҙиптәрҙең исемен биреү тәҡдим ителә?

Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Данлыҡлы яҡташы менән ғорурланып йәшәй Ауырғазы халҡы. Улар күптән Талбазылағы Башҡорт гимназияһына шағирҙың исемен биреү ниәте менән янып йөрөй.
Башҡорт теле йылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы республиканың дүрт белем усағына башҡорт әҙиптәренең исемдәрен биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Асыҡлап әйткәндә, ҡоролтайҙа үткән онлайн-кәңәшмәлә Ауырғазы, Учалы, Дәүләкәндәге башҡорт гимназияларына, Ишембай районындағы мәктәпкә башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының исемдәрен биреү тураһында һүҙ барҙы. Унда ҡатнашыусылар әлеге тәҡдимде Башҡортостан Башлығы исеменә еткерергә ҡарар итте.
“Рәшит Назаровтың исеме күптән беҙҙең тарафтан ҙурыраҡ иғтибар талап итә ине. Уның тыуған ауылы Төрөмбәттәге мәктәп бәләкәй, унда 20-гә яҡын бала уҡый, шуға күрә билдәле башҡорт шағирының исеме менән Талбазылағы Башҡорт гимназияһы аталһа, маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр, тип уйлайбыҙ. Шағирә, драматург, фольклорсы, тәржемәсе Рәсимә Ураҡсинаның исемен Дәүләкәндәге 3-сө башҡорт гимназия-интернатына бирергә тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин - Ишембай районының Ҡолғона ауылынан. Бөйөк яҙыусының исемен Ҡолғона мәктәбе оло ғорурлыҡ менән йөрөтөр тип ышанабыҙ. Учалылағы Башҡорт гимназияһын билдәле Рәсәй һәм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың исеме менән атарға тәҡдим итәбеҙ”, - тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: