Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Декабрь 2020, 14:10

Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ!

Азат Шамил улы Башҡортостан тарихында был вазифаға тәғәйенләнгән иң йәш кеше.

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙрановтың тыуған көнө!

Азат Шамил улы студент йылдарында уҡ шаҡтай уңыштарға өлгәшкән, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан шәхес. Рәсәйҙең баш ҡалаһында белем алғанда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары, аспиранттары ассоциацияһын ойоштороп, йәштәрҙе берләштереүгә, уларҙы юғары уҡыу йорттарына индереүгә ҙур көс һала. Бөгөн ул ҙур эштәр башҡара, республикабыҙҙың ысын патриоты.

“Шоңҡар” журналы коллективы Азат Шамил улын күркәм байрамы менән ҡотлап, уға яуаплы эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ!

Читайте нас: