Бөгөн башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.
Зәки Арыҫлан улы 1967 йылда Белорет районы Йөйәк ауылында күп балалы ауыл эшсәндәре ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында урта мәктәптә белем ала. Унда яратҡан дәресе башҡорт теле һәм әҙәбиәте була. 1984 йылда Өфөгә килеп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Институт йылдарында Зәки Әлибаевтың фәнгә ынтылышы асыҡлана.
Зәки Әлибаевтың шәхес булыуына ул йылдарҙа университетта эшләгән тотош арҙаҡлы педагогтар төркөмө тәьҫир итә: Роберт Байымов, Нәғим Ишбулатов, Ғәли Сәйетбатталов, Эрнст Ишберҙин, Абдрахман Ғәлләмов.
Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң Зәки Әлибаев үҙ эшмәкәрлеген университетта дауам итә. Аспирантурала уҡый, башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте темаһын өйрәнә.
1996 йылда диссертация яҡлап филология фәндәре кандидаты булып китә. Ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. 2009 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында доцент сифатында әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлеген алып бара.
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Уның әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына республика журналдарында, гәзиттәрендә баҫыла. Һуңғы йылдарҙа ғына Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижады тураһында етди ғилми материалдары донъя күрә. Зәки Әлибаев прозаны өйрәнеү менән генә сикләнеп ҡалмай, уның ижадында атаҡлы шағирҙар Мостай Кәрим, Мәүлит Ямалетдинов, Рәми Ғарипов һәм Аҡмулла ижадтарын тәрән анализлау мәҡәләләре бар. Әле ул башҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди эш өҫтөндә эшләй.
Йәш ғалим 20 йылдан ашыу төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Ул доклад менән Өфө, Яҡут, Астана, Нигде (Төркиә) ҡалаларында сығыш яһай. Уның мәҡәләләре Ашхабад, Истанбул, Таулы-Алтай, Ҡыҙыл, Урал, Тамбов һәм башҡа ҡалаларҙың ғилми баҫмаларында сыға. Һуңғы йылдарҙа бик ҡыҙыҡлы һәм перспективалы тема – хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.
Зәки Арыҫлан улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. 2015 йылда, Әҙәбиәт йылында, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты була. Ул Рәшит Назаров исемендәге республика әҙәби конкурсында жюри ағзаһы. Зәки Әлибаевтың студенттары Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында еңеү яулай. Юҡҡа ғына түгел, ҡәләмдәштәре уны 2016 йылдың ноябрендә республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайлай.
Әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Зәки Әлибаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты.
Ғалим “Шоңҡар”ҙың тоғро дуҫы. Баҫмабыҙҙы таратыуҙа, халыҡҡа еткереүҙә ҙур көс һала, уның студенттары журналға әүҙем яҙыла.
Зәки Арыҫлан улы! Һеҙгә киләсәктә сәләмәтлек, ғаиләгеҙгә именлек, уңыштар теләйбеҙ!