Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Ғинуар 2021, 21:55

Риза Мәһәҙиев вафат булған

Ул тамашасылар күңелендә үҙенсәлекле образдары, моңло йырҙары менән оҙаҡ йәшәр әле.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев вафат булған. Уға ни бары 48 йәш ине.
Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районының Ибрай ауылында тыуған. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Шул уҡ ваҡытта Салауат дәүләт башҡорт драма театры труппаһы менән эшләй.
Башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарған актер барлыҡ республиканың, халыҡ һөйөүен яуланы. 2003 йылда - «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 2010 йылда - «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемдәренә лайыҡ була. «Актер йыры – 1994» конкурсы дипломанты. «Дуҫлыҡ моңо» республика конкурсы лауреаты (2002й.) . «Йыл актеры» (2003й.).
Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: