Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
9 Апрель 2021, 06:40

Андрей Губинды оҙаттыҡ

Йырсы рәсми рәүештә ғаилә ҡормаған, балалары юҡ.

1990 – 2000 йылдарҙа "Зима-холода", "Звезды как она", "Милая моя далеко", "Мальчик-бродяга" йырҙары менән танылыу яулаған Өфө егете Андрей Губин Мысырға сығып китә. Йырсы Акаб ҡултығы ярындағы Дахаб ҡалаһында ҡуртымға алған йортта йәшәйәсәк.
Әйткәндәй, Губин нервы системаһына бәйле ауырыу менән яфалана, бит һәм күҙ мускулдары тартышыуҙан йонсой. Беренсе каналдағы "Бөгөн иртән" тигән тапшырыуҙа ул: "Миңә табиптар күптән ҡул һелтәне. Мин күптән аяҡ һуҙырға тейеш инем, әммә Андрюша тиҙ генә бирешмәй", – тине.
Йырсы рәсми рәүештә ғаилә ҡормаған, балалары юҡ.
Әйтеүҙәренсә, яҡташыбыҙ хушлашыр алдынан тыуған ҡалаһына ҡайтып, яҡындары, эшҡыуар Андрей Бурматов менән осрашҡан.
Читайте нас: