Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Октябрь 2021, 08:50

Урал Мортазин алтын юбилейын билдәләй

Шөһрәтле бейеүсене күркәм юбилейы менән ҡотлап, ырыҫлы тормош, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Урал Мортазин алтын юбилейын билдәләй
Урал Мортазин алтын юбилейын билдәләй

Үҙебеҙсә бейей белергә тейешбеҙ

– Мин “Башҡорт бейеүҙәре”нә йөрөй башланым!
– Нисек, ҡыҙыҡмы?
– Хәтәр шәп! Ныҡ итеп тыпырҙатырға өйрәндем. Бына ошолайтып...
– Ә минең ҡурай уйнарға теләгем ҙурыраҡ шул...
– Беҙҙе уға ла өйрәтәсәктәр. Киләһе йыл хатта атҡа мендерәм, тине әле уҡытыусыбыҙ!..
Ҡала мәктәбенән ҡайтырға сыҡҡан ике башҡорт малайы мөкиббән китеп һөйләшеүен дауам итте. Аҙымдары дәртле, ышаныслы. Тауышта – ғорурлыҡ, ҡараштарҙа – осҡон. Ниндәй хис-тойғо ҡайнай был малайҙарҙың күңелендә? Ниңә ҡапыл етдиләнеп, етеҙләнеп киткән улар? Бының серҙәре хаҡында –  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал МОРТАЗИН.

– Яңы уҡыу йылы башында малайҙарҙан төркөм туплап, уларға башҡорт халыҡ бейеү­ҙәрен өйрәтә башлағанһығыҙ. Эштең төп маҡсаты ниҙә, Урал?

– Малайҙарыбыҙҙы ысын ир-ат итеп үҫтереү. Бала саҡтан бейегән кеше булараҡ, шуны беләм: был шөғөл ихтыяр көсө тәрбиәләй, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Йәмғиә­тебеҙҙә бит һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыҡтау, зарланыу йышайып китте. Ул юҡ, быныһы етмәй, нисек көн итергә тип ҡаңғырыуҙар эсендә күптәр үҙенең кеше икәнлеген, донъяға матурлыҡ өҫтәп йәшәргә тейешлеген онотоп ебәрә. Барыһы ла бар бит һуң! Матди йәһәттән ҡолға әйләнһәң, ниғмәт күҙгә күренмәй башлайҙыр, моғайын. Кешегә ғүмер ошоноң өсөн биреләме? Артыңдан нимә ҡалыр? Халҡың иҫкә алырмы? Уның үҫешенә аҙ ғына булһа ла өлөш индерҙеңме? Тамыр­ҙарыңды беләһеңме?
Минеңсә, рухи байлыҡтан ситләшеп, матди ихтыяжды “туйындыра” алмай сабыу – тормошта үҙ урыныңды тапмауҙың бәләһе. Ә күңеле бөтөн кешегә күп кәрәкме? Йәшәр урыны, яратҡан эше, үҙенән һуң ҡалды­рыр нәҫеле булһа, барыһынан ҡәнәғәт ул. Балаларыбыҙ, айырыуса тормош тотҡаһы буласаҡ малайҙар, ошоно аңлап үҫергә һәм йәмғиәтебеҙ киләсәктә әлеге сиренән арынырға тейеш. Мин быны йәш быуынға бейеү аша һөҙөмтәлерәк төшөн­дөрә алырмын, тинем.
– Әлегә нисек?
– Ҡәнәғәтмен! Малайҙар түңә­рәккә ҙур теләк менән йөрөй. Уларҙың ышанысы көсөмдө тағы ла арттырып ебәрҙе. Әлбиттә, бала саҡ бит инде, ҡайһы берҙә иғтибарын ситкә йүнәлтеп, шашып та алалар. Ваҡытым күберәк булһа, үҙем дә улар менән рәхәтләнеп баҫтырышыр инем дә!
Мәскәү дәүләт мәҙәниәт инсти­тутының хореография факультетында алған белемем дәрес биреүҙә ныҡ ярҙам итә. Унда профессор Михаил Петрович Мурашконың класында уҡыр­ға насип булғайны. Әйткәндәй, остазым – заманында Мари Илен күтәреүгә ҙур өлөш индергән кеше: хас беҙҙең Фәйзи Ғәскәров кеүек халыҡ фольклорын йыйып, бейеүҙәр сәхнәләштергән. Классик һәм халыҡ бейеүҙәренең методикаһын төплө өйрәтте, уны балаларға нисек күрһәтеү, ҡыҙыҡһындырыу алымдарын да төшөндөрҙө уҡы­тыусым. Әле дәрес биргәндә был һабаҡтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡта шундай һыҙат бар: малайҙарҙы бейеүгә бирергә тырышып бармайҙар. Мәҙәниәтебеҙ өлгөһөн кем дауам итергә тейеш һуң? Милләтебеҙҙең буласаҡ атайҙары, ғаилә башлыҡтары башҡортса баҫа белмәһә, сит “көй”гә эйәреп китмәҫме? Бейеү түңәрәгенә йөрөү киләсәгеңде мотлаҡ ошо һөнәр менән бәйләү тигәнде аңлатмай бит. Һәр кем милли мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Мәғлүм булыуынса, Кавказ халыҡтары был мәсьәләгә ифрат етди ҡарай. Мәҫәлән, барыһы ла “лезгинка”ны бейей белә. Тимәк, балалары, ейәндәре, артабанғы нәҫелдәре был йоланы дауам итәсәк. Беҙҙә лә ошондай маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. “Башҡорт икәнһең, ниндәй кимәлдә булһа ла үҙебеҙсә бейей белергә тейешһең” – үҙ арабыҙҙа ошондай ҡағиҙә булдырыу мөһим тип иҫәпләйем.
Был йәһәттән айырыуса ҡалала үҫкән башҡорттарға иғтибар бүлеү зарур. Үҙем дә Өфөлә тыуып, ошонда буй еткергәнлектән, шуға инанған­мын: төрлө милләт вәкилдәре ғүмер иткән ерҙә милли һыҙат­тарыңды һаҡлайым тиһәң, мәҙәниәттең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Тамырҙарыңды, асы­лыңды беләһең икән, һиңә йәшәү, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороу, абруй яулау күпкә еңелерәк.
– Тимәк, ҡайҙа ғына йәшәһәң дә үҙең булып ҡалыу мөһим?
– Һис шикһеҙ. Ҡалала баш­ҡорт­ҡа ауыр, ти күптәр. Ниңә улай булырға тейеш, ул кемдән кәм? Башҡорт – ауыл кешеһе, тип тә ебәрәләр. Улай тип фекерләүҙән арынырға ваҡыт беҙгә. Башҡорт бөтөн ерҙә лә үҙ урынын табып, лайыҡлы тормош көтөргә тейеш. Айырыуса ир-егет. Глобалләшеү мәлендә ул телебеҙҙе, мәҙәниә­тебеҙҙе һаҡлауҙа төп көс, терәк-таяныс булып ҡала. Шул уҡ ваҡыт­та ошо осорҙа һәр кемебеҙ көсөнән килгәнсә милли ҡиммәттәребеҙҙе юғалтмауға үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.
Бейеү түңәрәгенә йөрөгән малайҙарға тарихыбыҙ тура­һында һөйләп алам, ҡартаталары тураһында белешәм. Башҡорт хәрәкәттәрен күрһәткәндә боронғо көнкүреш шарттарын, йолалары­быҙҙы бәйән итәм. Тора-бара ҡурай уйнарға күсербеҙ, бәлки, өзләргә, йырларға ла өйрәнә башларбыҙ тип ниәт ҡорам. Аллаһ бирһә, һыбай йөрөтөргә лә иҫәбем бар. Тамырҙарын онотмаһындар. “Үҙеңде белеүең менән байһың” тигән һүҙҙәр бар бит. Әгәр кемдер, хайран ҡал­малы ғилемле булып та, тарихын, нәҫелдәрен белмәй йә ихтирам итмәй икән, унан да хәүефлерәк кеше юҡ тип иҫәпләйем. Тамыр­һыҙҙы төрлө яҡҡа бөгөргә мөм­кин, осороп алып китеү ҙә бер ни тормай. Шуға күрә нәҫеле­беҙҙе дауам иткән, киләсәгебеҙҙе ҡулына аласаҡ балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.
– Ә үҙегеҙ ниндәй мөхиттә буй еткерҙегеҙ?
– Өфө малайы булһам да, атайым – Учалынан, әсәйем – Мәләүез ҡыҙы. Мәскәүҙә юғары белем алып йөрөгәндә танышып ҡауышҡан улар. Бәләкәй сағым Башҡорт дәүләт университе­тының 4-се ятағында үтте. Йәш математик булараҡ, атайыма унан бүлмә биргәндәр.
Балалыҡ йылдарым шундай йылы хәтирәләре менән иҫтә ҡалған. Телевизорҙан һирәкләп булһа ла башҡортса концерт күрһәтә торғайнылар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең сығышын керпек тә ҡаҡмай ҡарап ултырыр инем.

Атайым менән әсәйем йыш ҡына ҡунаҡ саҡыра торғайны. Табындар шул ҡәҙәр күңелле үтте, күмәкләп халыҡ йырҙарын башҡарырҙар ине. Ә мин, үҙ сиратымды көтөп, тыпырсынып торам: “Ҡасан мине бейетерҙәр?” Бер аҙҙан таҡмаҡ әйтеү башлана, уртаға сығып баҫам...
Бәләкәйҙән шулай бейергә яраттым. Атайымдан күскәндер: ул да оҫта баҫа торғайны. В. Комаров исемендәге Пионерҙар һарайында уҙғарылған бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, унан “Әкиәт” тигән ансамблдә шөғөлләндем. Уҡытыу­сыларым Эльза һәм Тәлғәт Урма­новтарға, Әлфирә менән Әхәт Фәсхетдиновтарға ғүмерлек рәх­мәтлемен.
Шулай ҙа, тормошомдо бейеү­һеҙ күҙ алдына килтерә алмауыма ҡарамаҫтан, уның менән математика араһында ҙур һайлау үтергә тура килде. Заманында икенсеһенә өҫтөнлөк биреп, БДУ-ны тамамла­ғаныма ла һис үкенмәйем. Физика-математика факультеты миңә күп нәмә бирҙе. Уҡыу йортоноң “Ирәндек” ансамблендә солист та булып йөрөнөм. Һөҙөмтәлә күңелемдә сәнғәткә һөйөү көслөрәк икәнен төшөнөп, урау юлдан булһа ла, уға килдем. Атайымдан фатиха алып, Сибайҙың яңы асылған филармонияһында өр-яңы тормош башланым. Унан, алда әйткәнемсә, Мәскәү дәүләт мә­ҙәниәт институтын тамамланым, аҙаҡ яҙмыш елдәре мине кире Өфөгә алып килде.
– Балаларығыҙҙы киләсәктә кем итеп күрергә теләр инегеҙ?
– Күңеле теләгән һөнәрҙе һайлаһындар. Шул саҡта яуап­лылыҡты ла нығыраҡ тоясаҡ улар. Әлбиттә, дөрөҫ йүнәлеш алһындар өсөн барлыҡ мөмкин­лекте тыуҙырырға бурыслымын.
“Ҡалала өс бала үҫтереүе ҡыйындыр бит”, – тип әйтеп ҡуя ҡайһы берәүҙәр. Һис тә ауыр түгел, киреһенсә, шәп! Бала күмәк булған һайын маҡсаттар ҙа, көс тә арта ғына бара ул. Был йәһәттән байтаҡ милләттәш­тәребеҙҙең ҡалала ишле ғаилә ҡороп йәшәүенә шатланам. Шулай кәрәк! Башҡорт балалары ауылда ғына түгел, ҡалала ла артып барырға тейеш. Тик уларға ваҡытында дөрөҫ тәрбиә, йүнә­леш биреү шарт.

Ғаиләлә тәү сиратта атай абруйы юғары булырға тейеш. Үҙем дә шундай мөхиттә үҫкәс, беләм: айырыуса малайҙар өсөн үткер аҡыл, ҡорос сыҙамлылыҡ өлгөһө кәрәк. Атайҙың һынаулы бер ҡарашы ғына ла тәнде уттай яндырып үтә бит ул.
Ғаилә башлығы, төп эшенән тыш, төрлө һөнәр белергә һәм уны балаларына ла өйрәтергә бурыслы. “Бер ни белмәйһегеҙ!” – тип әрләшкән атай тәү сиратта үҙенә дәғүә белдерергә тейеш. Малайҙарҙы көслө итеп үҫтереүгә лә ныҡлы иғтибар бүлеү мөһим, тип иҫәпләйем. Ишетеп беле­үемсә, борон ата-бабабыҙ улына 12-13 йәш тулһа, уға ҡолонсаҡ бүләк иткән. Малай йән эйәһен йөкмәп йөрөп үҫтергән. Күпме көс кәрәк бит бының өсөн! Ҡолонсаҡ хужаһына шул ҡәҙәр өйрәнгән, ҙурайғас та улар айырылмаҫ дуҫ, яуҙаш булған. Ошоно өлгө итеп алып, беҙгә малайҙарҙы көслө итеп үҫтереүҙең төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк.
Барлыҡ батырҙарыбыҙҙың иманлы булғанын да тәрбиәлә төп нигеҙ итеп ҡулланыу зарур. Йәш быуынды яҡшылыҡҡа, изгелеккә әйҙәйек. Ҡаныбыҙға һалынған яугирлекте, мәргән­лекте юғалтмау өсөн малайҙарҙы уҡ атырға өйрәтә башларға кәрәк тигән һүҙҙәр менән тулыһынса ризамын.
– Милли һыҙаттарыбыҙ бейеүҙәребеҙҙә айырыуса асыҡ сағыла...
– Эйе, ир-егеттәрҙекендә яугир­легебеҙ, ихтыяр көсөбөҙ ярылып ята. Һуғышсан халыҡ түгел беҙ, әммә көрәшергә, еребеҙҙе яҡларға тура килгән. Бейегәндә ҡулдарҙы көслө ҡуйыу, кәүҙәнән, ҡараш­тарҙан ғәйрәт бөркөлөп тороуы, хәрәкәттәрҙең һәр саҡ өҫтә башҡарылыуы, аяҡтарҙы ныҡ итеп тыпырҙатыу – барыһы ла башҡорт­тоң холоҡ-фиғелен, тормош ҡанундарын асып һала. “Был ергә мин хужа!” тигән мәғәнә ята уларҙа.
Башҡорт бейеүе – милли байлығыбыҙ. Ул күптән донъя кимәленә сығып, үҙ урынын тапты, тип әйтергә мөмкин. Яраталар беҙҙең бейеүҙе. Ләкин өлгәшел­гәндәр менән сикләнмәҫкә, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға тейешбеҙ. Беҙҙәге хәрәкәттәр бер кемдә лә юҡ икән, уларҙы тулы асылында дөрөҫ итеп күрһәтә белеү зарур. Шул уҡ ваҡытта музыкаль йәһәттән икенсе төрлөрәк биҙәү мөһим, тип уйлайым. Боронғо милли музыка ҡорал­дарын яңынан туплап, оркестрға индерергә кәрәк. Әйтәйек, ҡумыҙ­ҙың, ҡылҡумыҙҙың, дөңгөрҙәрҙең төрлө тоналлеге булырға тейеш. Шул саҡта бейеүҙәребеҙ ҙә яңы һулыш аласаҡ, төрлө халыҡ, быуын тарафынан тағы ла яҡшыраҡ ҡабул ителә башлаясаҡ, тип уйлайым.
Милли һыҙаттарыбыҙҙы һаҡ­лау, үҫтереү өсөн тарихи башҡорт фильмдарын күпләп төшөрөү кәрәк тигән һүҙҙәр йыш ишетелә башланы. Тулыһынса хуплайым. Тәҡдим итһәләр, уларҙа ҡат­нашырға, ролдәрҙе башҡарырға ризалашыр инем.

Сәхнәгә әйләнеп ҡайтҡанда, барлыҡ халыҡ бейеүҙәрен дә яратып башҡарам. Шулай ҙа үҙебеҙ­ҙеке еңелерәк бирелә, сөнки мин – башҡорт. Ҡалала үҫеп, заманында милли мәктәптә уҡымаһам да, туған телемде белеп, яратып, хөрмәт итеп үҫтем. Бының өсөн атай-әсәйемә ҙур рәхмәт! Тамырымдан яҙҙырма­йынса, улар мине кеше итте. Балалар баҡсаһындағы төркөмдә лә, класта ла берҙән-бер башҡорт булдым, әммә биреш­мәнем. Бер ҡасан да милләтемә бәйле уңайһыҙлыҡ, оялыу кисер­мәнем, киреһенсә, гелән ғорур­ландым һәм әле лә шулай. Башҡа халыҡ вәкилдәре араһындағы үҙ телен, мәҙәниәтен яратҡан, һаҡларға тырышҡан кешеләрҙе лә ныҡ хөрмәт итәм. Нисек барһың, шулай булып ҡалырға кәрәк. Милләтеңә, телеңә ҡарата һөйөү, тарихыңды, йыр-бейеүҙәреңде белеү башҡалар араһындағы абруйыңды арттыра ғына ул.
– Милләттәштәребеҙгә тағы ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Иң мөһиме шул: телебеҙ бөтә, тип ҡысҡырмайыҡ. Бөтмәй ул. Тарихыбыҙға әйләнеп баҡһаҡ, башҡорттоң ни генә кисермәгәнен күрәбеҙ. Күпме кеше ҡырылған, ауылдар яндырылған... Ләкин беҙ барбыҙ һәм буласаҡбыҙ. Тик тормоштағы төрлө мәшәҡәт­тәрҙән юғары тороп, милләтте үҫтереүҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙы тәү сиратҡа ҡуйып йәшәргә өйрәнәйек, халҡыбыҙ мәнфәғәтен, балаларыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртайыҡ. Ситтәр­ҙекенә эйәр­мәйенсә, үҙ көйөбөҙгә бейейек!

Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: