Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Октябрь 2021, 20:11

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөн йыл һайын оло байрам итеп уҙғарыу – матур традицияға әйләнгән.

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ
МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуған көнөн йыл һайын оло байрам итеп уҙғарыу – матур традицияға әйләнгән. Сөнки күпме йылдар үтһә лә, театрҙа бик сағыу һәм йылы, ымһындырғыс һәм етди Мостай мөхите йәшәй. Тамашасы уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәргә бик ихлас йөрөй. 19, 20 октябрҙә театрҙың ҙур залында “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль тап әҙиптең тыуған көнөнә арнала. 20 октябрь шулай уҡ интернет селтәрендәге театрҙың үҙ майҙансыҡтарында көн буйы әҙиптең шиғырҙары, әҫәрҙәренән өҙөктәр, йырҙар яңғыраясаҡ. 21 октябрь иһә  театрҙың ҙур залында “Аҡ мөғжизә” спектаклен тәҡдим итәбеҙ. Фойела, театрҙың музейында Мостай Кәрим ижадына, тормошона арналған күргәҙмәләр менән танышыу мөмкинлеге лә бар.

Рәзилә Ырыҫҡужина

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: