Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Февраль 2022, 15:48

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтановаға — 85 йәш

Матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ-сә­ләмәтлек теләйбеҙ!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтановаға   —  85 йәш
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтановаға — 85 йәш

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Солтанова (ҡыҙ фамилияһы Мөхәмәтйәнова) Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районыЛаҡлы ауылында күп балалы ғаиләлә 1937 йылдың 16 февралендә тыуған. Моңло тауыш йырсыға атаһынан бирелгән. Бик бәләкәйҙән, мәктәп, ауыл клубында йырлап үҫә.

1960 йылда — Свердловск ҡалаһында П. И. Чайковский исемендәге музыка училищеһын, 1968 йылда — Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлай. Юғары белемле йәш йырсы, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.

Артистың репертуары халыҡ йырҙарынан һәм композитор әҫәрҙәренән тора. Ул Советтар Союзы ҡалаларында, сит илдәрҙә сығыш яһай. Сәнғәт белгестәре әйтеүенсә, Ғәлиә Солтанова башҡарыуында “Ашҡаҙар” йыры юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып иҫәпләнә. Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театрында, сәнғәт институтында, педагогия колледжында, сәнғәт училищеһында эшләй. Ғүмерен сәнғәткә һәм белем биреүгә арнай. Уҡыусылары араһында йырсы, музыкант, дирижер һәм театр артистары бар. 

Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙә ике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ. Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы оҫта педагог та булып таныла. 1980 йылдан башлап Өфө педагогия колледжында, 1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт академияһында студенттарҙы театр, музыка буйынса уҡыта. Тырышлығы, уңғанлығы менән коллегалары, студенттар араһында абруй ҡаҙана.

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы бөгөн дә кисәләрҙә, мәҙәни сараларҙа тыуған халҡы өсөн моңло йырҙар башҡара.

 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: