Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
15 Март 2022, 19:25

Ғалим Әхмәт Сөләймәновҡа бөгөн 83 йәш тулған булыр ине

–Ул минең өсөн ҡәҙимге атай булды тип әйтер инем. Сама менән талапсан, сама менән ҡәтғи, әммә күбеһенсә йомшаҡ күңелле, йылы мөнәсәбәтле булды. Беҙҙең ризаһыҙлыҡҡа, ниндәйҙер ынтылыш­тарға, теләктәргә ҡәтғи ҡаршы булманы, кәңәштәре, ярҙамы менән гел өләшергә әҙер ине

Ғалим Әхмәт Сөләймәновҡа бөгөн 83 йәш тулған булыр ине
Ғалим Әхмәт Сөләймәновҡа бөгөн 83 йәш тулған булыр ине

Үҙе иҫән булһа, ҡыуаныр ине...

Әхмәт Сөләймәновтың донъя күрмәгән әҙәби мираҫы бар.

Ошо көндәрҙә абруйлы шәхес – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһынаң Почетлы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ж. Кейекбаев һәм М. Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында, Бөрйән районының Байназар ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәләре үтте. Был сарала уның яҡындары һәм балалары ла ҡатнашты.

Беҙ Әхмәт Мөхәмәтвәли улын йәмғиәтебеҙҙе үҫтереүгә индергән тос хеҙмәттәре, эшмәкәрлеге аша яҡшы беләбеҙ, ә ғаиләһе иһә уның һәр һулышын иҫтәлек итеп һаҡлай. Шуға ла халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы хаҡында һөйләүен һорап ҡыҙы Нәркәс Хөб­битдиноваға мөрәжәғәт иттек.

– Нәркәс Әхмәт ҡыҙы, һеҙ яңыраҡ атайығыҙҙың тыуған яҡтарында йөрөп ҡайттығыҙ. Был сәйәхәттә үҙегеҙ өсөн уның хаҡында ниндәй яңылыҡтар астығыҙ?

– Атайыбыҙ хөрмәтенә ойошторолған сара Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, муниципаль район мәға­риф бүлеге Ришат Шәрипов ярҙамында Байназар урта мәктәбе уҡыусылары, Әхмәт Сөләймәновтың йорт-музейы етәксеһе Р.Ш. Ғүмәрова көсө менән ойошторолдо. Кисәлә Өфөнән шулай уҡ Башҡортостан халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, туған­дарыбыҙ, дуҫ-иштәребеҙ ҡатнашты.

Үҙе иҫән булһа, оло юбилей көндәрендә ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнашып, кинәнеп, ҡыуанып йөрөр ине. Әммә бөтә ғәмде шаҡ ҡатырып, яҡты донъянан ҡапыл ғына китеп барҙы. Хәтер кисәһенә килгәндә, был һағышлы көндәрҙе беҙ, уның балалары – Ләйсән Итҡолова, Жәлил Сөләймәнов һәм Нәркәс Хөббитдинова, халыҡ менән бергә кисерҙек. Ҡасандыр атайыбыҙ үҙе уҡыған Байназар мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, улар менән аралашып, Әхмәт Сөләймәнов йорт-музейының күсмә күргәҙмәһе менән танышыу, кисәлә ҡатнашыу, әлбиттә, күңелдәрҙе елкендерҙе, Бөрйән ерендә үткән бала саҡты иҫкә төшөрөп, берсә ҡыуандырҙы ла, ғорурландырҙы ла.

Кисә, әлбиттә, беҙгә ныҡ тәьҫир итте. Атайыбыҙ тураһында күптән бөтәһен дә яҡшы белгән кеүек инек, әммә оло быуын ауылдаштарының, замандаштарының уның хаҡындағы иҫтәлектәре уны башҡа яҡтан асҡан кеүек булды. Әхмәт Мөхәмәтвәли улының баласаҡ дуҫы Дәүләтбай Рәхмәтуллин уның әйткән һүҙенә тоғро булыуы хаҡында һөйләне һәм халыҡ йыры “Баяс”ты йырлап ишеттерҙе. Күптәр атайыбыҙҙың ҡулында һәр саҡ китап булыуын иҫләне. Ниндәй генә эштә йөрөмәһен, нимә менән шөғөлләнмәһен, бушыраҡ ваҡыты булдымы, ул гел китап уҡыған. Армия сафында хеҙмәт иткәндә лә, буш ваҡыты булһа, башҡалар төрлө яҡҡа таралышҡанда, атайыбыҙ был осорҙо китапханала үткәргән.

Атайыбыҙҙың ата-әсәһе Мөхәмәтвәли менән Нурикамал Сөләймәновтарҙың йыр-моңға маһир, оҫта булыуы йәнә иҫкә алынды. Олатайыбыҙ төртмәле шаян таҡмаҡ әйтһә, өләсәй шунда уҡ таҡмаҡлап яуап биргән.

Кисәлә лә, унан һуң туғандарҙа ла, атайы­быҙҙың Рәшиҙә Дауытова исемле һеңле­һендә сәй табыны артында ултырғанда ла хәтирәләр ебе байтаҡ һүтелде. Нәфисә Тулыбаева Әхмәт ағайҙарының фольклорҙан биргән дәрестәрен кинәнеп, “иҫтәре китеп” тыңлауы хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Теге йәки был йырҙың фәлән яҡта шулай йырланғанын йәки йола күре­нешенең ҡайҙалыр бүтәнсә башҡарылғанын һөйләп, студенттың тыуған яғында ошо йолаларҙың нисегерәк үткәрелгәнен һорап, эш бирер ине, ти. Әлбиттә, һәр кем йола менән ҡыҙыҡһынып китә, ауылына ҡайтҡас, эҙләнеү эшенә тотона, бирелгән һорауға яуап таба. Шуның менән атайым йәштәрҙең күңелендә халыҡ ижадына иғтибар һәм ихтирам уятыр ине. “Буҙегет” тигән дастан тура­һында һүҙ сыҡҡас, студентка Нәфисә уның бер вариантын тыуған Ейәнсура райо­ны яҡтарынан яҙып алып килеп тапшырған. Ана шул мәлдән, үҙе әйтеүенсә, Әхмәт ағайҙары БДУ-ла ойошторған “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленең беренсе ҡарлуғас­тары булып китеп, ғүмерен халыҡ ижадын тикшереп пропагандалау эшмәкәрлегенән айырылғаны юҡ.

– Осрашыуҙан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

– Кисәнән бай тәьҫораттар менән ҡайт­тыҡ. Атайыбыҙҙың ҡунаҡсыл һәм һәләтле яҡташтары менән йәнә күрешеп, билдәле яҡташтарын байтаҡ оло исемдәргә, дәрә­жәләргә эйә булған шәхес итеп кенә түгел, ә ябай яҡташы, ҡәҙимге ауылдашы итеп иҫкә алып, уның хаҡта йылы хәтирәләр һаҡлауҙарына тағы бер инандыҡ. Бөгөн килеп уның исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ – уның исемендәге стипендия булдырыу, йәшәгән йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу, Өфө ҡалаһы урамына исем биреү һәм башҡалар. Ә бит ата­йыбыҙҙың тыуған яғы, яҡташтары һәм ауылдаштары уның исемен күптән инде мәңге­ләштергән, халҡым тип йәшәгән оло шәхес тураһындағы иҫтәлектәр халҡы күңелендә йәшәй.

Әхмәт ағай һуңғы йылдарҙа нимәләр өҫтөндә эшләне? Ҡайһы хеҙмәттәре донъя күреп өлгөрмәне?

– Әхмәт Сөләймәнов ғүмеренең ахырынаса “Урал батыр” эпосы өҫтөндә эшләне. Халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡомартҡыһы тураһында күптән инде әйтеләһе әйтелгән, тикшерәһе тикшерелгән кеүек, әммә уның “Урал батыр”ҙың асылына төптәнерәк төшөнгөһө килде, аңларға тырышты. Бөтә донъя кимәлендә эпостар өҫтөндә бығаса башҡарылған тикшеренеү һөҙөмтәләренә һәм тәжрибәләренә таянып, ул ҡыҙыҡлы һығымталар яһаны. Шуларҙың береһе – “Оло ”Урал батыр” тигән хеҙмәте. Донъя фәнендә күптән билдәле булып та, беҙҙең милли фәндә телгә алынмаған, әммә бөгөн бик мөһим мәғәнәгә эйә булған художестволы универсалийҙарҙы тикшеренеү ысулына таянып, ул “Урал батыр” эпосында күҙәтелгән (ә эпосты яҡындан бик яҡшы белгән һәр кем быға күптән төшөнгән ине) аҡ тап – лакуналарҙың булыуы, улар асылда башҡа эпостарыбыҙҙа – “Аҡбуҙат”, “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡуңыр буға” кеүектәрҙә табылыуы хаҡында һүҙ йөрөттө ғалим. Был китап бөгөн З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә үҙ сиратын көтә. Үҙаллы әҙерләгән “Башҡорт халыҡ ижады” серияһында һәммәһе ете том, шулай уҡ тиҙҙән уҡыусыларын шатландырып, баҫылып сығыр тигән өмөттәбеҙ.

Бөгөн иһә “Урал батыр вариҫтары” тигән монографияһы БДПУ-ның нәшриәтендә донъя күрҙе. Китап итеп әҙерләнгән йәнә ғаилә, тормош-көнкүреш йолаларына, сәсәндәр ижадына арналған бер нисә ҡулъяҙмаһы ла һаҡланып килә, уларҙы бөгөн баҫмаға әҙерләү – беҙҙең бурыс.

Ғаиләлә ул ниндәй атай ине?

–Ул минең өсөн ҡәҙимге атай булды тип әйтер инем. Сама менән талапсан, сама менән ҡәтғи, әммә күбеһенсә йомшаҡ күңелле, йылы мөнәсәбәтле булды. Беҙҙең ризаһыҙлыҡҡа, ниндәйҙер ынтылыш­тарға, теләктәргә ҡәтғи ҡаршы булманы, кәңәштәре, ярҙамы менән гел өләшергә әҙер ине. Әммә күп ваҡыт эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәне, ҡыҙҙарҙың ҡулында гел бәйләм, сигеү булһын ине, ти торғайны. Беҙ хәлебеҙҙән килгәнсә тектек, сиктек, әммә дөйөм шөғөлгә әйләнеп китмәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай ҙа китап кәштәләре янынан китмәнек, йорт китапханаһы төрлө йәшкә ярарлыҡ китаптарға бай булды.

Өс бала, әлбиттә, шаярырға ла ярат­ҡан­дыр. Шулай зыҡ ҡубып шаулап китһәк, атайыбыҙ беҙҙе тәҙрә аша байыған ҡояшҡа ҡарата ла, инша яҙырға ҡуша торғайны. Йә­ки акварель буяуҙары, бумала биреп, һү­рәт төшөрөргә өйрәтеп, пейзаж яһарға ҡу­шыр ине. Нисек теләйһең, шулай эшләйһең инде!

Бер ҡасан да беҙгә мәжбүрләп һөнәр таҡманы, әммә үҙе теләгәнсә булды, сөнки ул бик итәғәтле һәм дипломатиялы эш итте. Донъя философияһы менән шөғөлләнә торғайны. Ләйсән апайыма йыш ҡына Шопенгауэр, Кант кеүек ғалимдарҙың хеҙмәт­тәрен конспектларға ҡуша торғайны. Күрә­һең, был шөғөл апайыма оҡшап ҡалды, һәм ул киләсәген философия менән бәйләне.

Атайыбыҙҙың тағы бер яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү булды. Әсәйем Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы башланғыс кластарҙа балалар уҡытты. Элек төҫлө сағыу әсбаптар әҙ була торғайны, атайым буяп тороп һүрәтен дә төшөрөр, хәрефтәрен дә теҙер ине. Үҙе студент ваҡытынан алып ҡайҙа мөмкинлек була, шунда стена гәзитен эшләп, шиғырҙар менән биҙәп ҡуйған. Бына ошо рәссамлыҡ маһирлығы Жәлил ағайым иңенә төштө. Ул да һүрәт төшөрөргә яратты, художестволы мәктәпкә йөрөнө һәм дә һигеҙенсе кластан һуң Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡып, юғары уҡыу йортон тамамлап, профессиональ рәссам булып китте.

Һеҙ ҙә Әхмәт ағайҙың юлын дауам итәһегеҙ. Һөнәр һайлауҙа атайығыҙҙың йоғонтоһо булдымы?

– Миңә ҡалһа, медицина юлын һайларға ниәт иткәйнем. Әсәйебеҙ ҡаты сирҙән йонсой ине. Мин, йәнәһе, табип булам да уны ҡарайым, дауалайым тип уйлайым. Тик имтихандар биреү мәле етеп килгәндә, әсәйем әлеге шәхси китапханаға төртөп күрһәтте лә: “Балам, ҡара әле, ни хәтлем рухи мираҫ туплаған атайың, – тине. – Был тиклем байлыҡ, шунан, кемгә ҡалыр, кем уның эшен дауам итер?” – тине. Хыялым­дың тормошҡа ашмаҫын һиҙенеп, миңә ҡыйын булып китте. Әсәйемде ҡайғырта инем бит тәүге сиратта. Ә ул, баҡһаң, тәү сиратта атайымды уйлаған... Әйтерһең дә, үҙ-үҙен ҡор­бан итеп, үҙенә төшөр өлөштө атайға би­рергә теләгән. Бәлки, ысынлап та, ныҡы­шып, үҙем уйлағанса табип булып китһәм, әсәйемдең ғүмере лә оҙайыр ине кеүек.

Ошо ерҙә шуны ла әйтмәү мөмкин түгел. Әсәйебеҙ Флүрә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Сөләй­мәнова (Юламанова) ғүмерен бөгөнгө Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында башланғыс класс балаларын уҡытыуға арнаны. Ул – Башҡорт­остан­дың мәғариф отличнигы, республика­ның атҡаҙанған уҡытыусыһы. Атайым менән студент йылдарынан алып бергә, уның ғилем баҫҡысынан үрләгән саҡтарына шаһит, уға терәк, теләктәш булды, юғары исемдәргә лайыҡ булғаны өсөн шатланып, эргәһендә иңгә-иң терәп, донъя ауырлыҡ­тарын уртаҡлаша барҙы. Тик тормошта мул уңыштарға өлгәштем тигәндә генә, бала-сағалары ишле булып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамына төрөнөп, бәхетле йәшәргә насип булманы. Әсәйе­беҙҙең аныҡ фәндәрҙә һәләтле булғаны хаҡында замандаштары, дуҫтары йыш хәтерләй торғайны. Университетты тамам­лағанда яҙған диплом эше юғары баһаға лайыҡ була, һәм яҡлау комиссияһы рәйесе Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин уға ошо диплом эшен кандидатлыҡ диссертацияһы кимәленә үҫтерергә тәҡдим итә, йәғни аспирантураға инергә димләй. Тик әсәйем: “Ғаиләлә (ә улар был мәлгә өйләнгән була) ике ғалим булһа, донъяны кем көтә, ана, бөрйән айыуы уҡыр инде”, – тип баш тарта.

Күреүебеҙсә, әсәйем бына шулай ғаилә, балалар хаҡына фәндән ваз кисеп, ҡорбан килтерә. Минең осраҡта ла бит шулай булды, баҡтиһәң. Әсәйҙең һүҙенән ары китеп булманы, ул кәңәш иткәнсә, БДУ-ның филология факультетына уҡырға индем. Һәм, атай-әсәйем күҙаллағанса, еңел булмаған, үтә яуаплы фән юлына баҫтым (уның араһында шәхси тормошомда ла үҙгә­рештәр, кейәүгә сығып, бала-сағалы булыу ҙа үҙе бер эш!). Бөгөнгө кимәлгә етеүемдә, әлбиттә, атайымдың өлөшө ҙур. Баш­ҡаларҙан айырмалы рәүештә, ул гел янымда остазым, кәңәшсем, йәнле энциклопедиям, таянысым булды. Бәғзе берәүҙәр: “Һиңә рәхәт, атайың бар, моғайын, ул һинең өсөн диссертациялар яҙалыр әле”, – ти. Юҡ, әлбиттә, барымым булмаһа, бәлки, атайым да ҡул һелтәр ине, булмай бынан тип. Оло ғалимдың балаһы булыу, уның юлын һайлау, әйтеүемсә, башҡаларға ҡарағанда үтә лә яуаплыраҡ һәм ауырыраҡ ғәмәл. Атайҙың йөҙөнә, исеменә тап төшөрмәү, үҙе әйтмешләй, унан да яҡшыраҡ, алдынғыраҡ һәм әүҙемерәк булыу зарур. Хәйер, фольклор һәм әҙәбиәт бәйләнештәре проблемалары өҫтөндә эшләгәндә, атайым менән кәңәшләшеп, яңы йүнәлештәр, методик алымдар хаҡында һөйләшә тор­ғайныҡ. Шуларҙан төп йүнәлештәр – үрҙә телгә алынған художестволы йәки мәҙәни универсаллек, культурологик йүнәлешле алымдар, интертекстуаллек теорияһы һәм башҡалар.

“Атайһыҙ үҫкәс, уның ниндәй булыуын белмәй инем”, – ти торғайны атайым йыш ҡына. Ә һин ысын атай булдың, беҙҙе кеше иттең, күңел йылыһын да, һүҙ йылыһын да, кәңәштәреңде лә, ярҙамыңды ла ҡуш ҡуллап бирҙең, рәхмәт һиңә, атай, тип әйтке килә ҡат-ҡат.

Хәйер, атайыбыҙҙы рәхмәт һүҙҙәренән буш итмәнек, шөкөр, был яғымлы һүҙҙәрҙе ул йыш ишетте һәм беҙҙең мөнәсәбәтте белеп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәре мөхәб­бәтен һәм хөрмәтен татып өлгөрҙө.

Әсәйебеҙ беҙҙең аранан киткәс, ата­йыбыҙ тормошон Фәниә Байгилде ҡыҙы менән бәйләне, улар татыу ғүмер кисерҙе.

– Нәркәс Әхмәт ҡыҙы, атайығыҙ хаҡында йылы хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең кеүек балалары барҙа Әхмәт Сөләй­мәновтың даны киләсәктә лә арта барыр.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, “Таң” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары:

– Әхмәт ағай. Һәр башҡорт, бөрйән өсөн бейек һәм бөйөк, бер үк ваҡытта шундай ғәзиз һәм яҡын исем. Уның юҡлығын тойҙоҡ, тоябыҙ, тоясаҡбыҙ. Урал тауҙарындай бейек һәм уйсан, аҡылы менән һәр даим халҡына дөрөҫ юҫыҡ бирер, хеҙмәте менән халҡын күтәрер, артынан меңдәрҙе эйәртер Ағайыбыҙ – арҡа терәр үҙ кешебеҙ булды ул. Булыр ҙа, сөнки уның һыҙған юлы – яҙған хеҙмәттәре, эшләгән эше – үлемһеҙ.

Эйе, батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил, тигән шиғыр өҙөктәре телгә килгәндә беҙ, бөрйәндәр, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, районыбыҙҙың олуғ шәхесе Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты исемен беренселәрҙән булып телгә алырға бурыслы – ошоно онотмайыҡ!

Ләйсән ИТҠОЛОВА, Әхмәт Сөләймәновтың ҡыҙы:

– Ул бик ябай, кешелекле, тартымһаҡ кеше ине. Беҙҙең йорттан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне, Бөрйән мосафирҙарына ла һәр саҡ урын түрҙән булды. Үҙенең балаларын да ул намыҫлы, эшсән итеп тәрбиәләне. Бөгөн атайым легендар шәхес һымаҡ күренһә лә, ул бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан. Фиҙакәр хеҙмәте, халҡына булған һөйөүе уны ошо үрҙәренә илткән. Ул беҙгә һәр саҡ, үҙ халҡың өсөн йәшәр кәрәк, тип өйрәтте.

 

Йәлил СӨЛӘЙМӘНОВ, улы:

– Атайымдың һөнәре матур һөйләү, яҙыу булды. Минең хәтеремдә ул шулай ҡалған: мин йоҡлап китәм, ул эшләп ултырған була, уянып китһәм, инде тағы эшкә тотонған... Мин кәләш алғас, ҡатыным уның кабинетын йыйыштырған... Атайым бер мәл аптырап шаҡ ҡатып тора: “Бында кем тәртипһеҙлек ойошторған?” – тип. Ҡатыным тегенең ҡағыҙҙарын болғап бөткән шул. Атайыма бер-ике аҙна кәрәк булды тегеләрҙе яйға һалыуға. Компьютер ингәс, унда эшләргә оҫтарып алды. Мин заман техникаһын әле белеп етмәйем, ә атайым бөтәһен дә белә ине. Рәссам булырға ла хыялланған, шуға миңә ошо ойотҡоно һалды. Атайымдарҙың ғаиләһендә бөтәһе лә йор һүҙле, сәсән телле – Бибикамал инәйем хатта шағир-импровизатор булған. Тамырҙар, шөкөр, һутлы, моңло. Атайым бәхетле: 60 – 80-се йылдарҙа фольклор экспедициялары ойоштороп, халҡыбыҙҙың ҡиммәтле хазинаһын һаҡлап алып ҡалыуға, инде баҡыйлыҡҡа күсеп бөткән инәй-бабайҙарҙан ауыҙ-тел ижадын яҙып алып ҡалыуға өлгәшкән. Улар быуынына беҙ ошо баһаһыҙ байлыҡты

беҙгә, киләсәк быуындарға еткергән өсөн рәхмәтле булырға тейеш!

Архив, 2019 йыл.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: