Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
20 Март 2022, 09:45

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист Венер Айҙар улы Исхаҡов бөгөн 55 йәшлек юбилейын билдәләй!

Хәйер баштан һөйләйем әле. Һөнәрем буйынса мал духтыры мин. Колхоз бөткәндән бирле тәкә йә үгеҙ бесеп йөрөгәнде иҫәпкә алмағанда, йүнле генә эшләгән урыным да юҡ ине. Мәктәптә физиканан ярты йыл ғына уҡытып өлгөрҙөм, ябып ҡуйҙылар. Бер көн саҡырып алдылар ҙа:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист Венер Айҙар улы Исхаҡов бөгөн 55 йәшлек юбилейын билдәләй!
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист Венер Айҙар улы Исхаҡов бөгөн 55 йәшлек юбилейын билдәләй!

Йәшәһен интернат! Венер Исхаҡов

Ҡайҙа барма, көрсөк, кемде күрмә, ҡыҫҡартыуға эләктем, тип зар илай. Берәүһе өс юғары уҡыу йорто тамамлаған, икенсеһенең биш-алты дипломы бар. Бәғзеләренеке хатта ҡыҙыл. Шул бер ҡатырға өсөн әллә кемдәрҙе майлағандарҙыр, әллә күпме аҡса түккәндәрҙер. Барыбер “безработныйлыҡҡа” аҡса ашайҙар. Ә миңә көрсөк бар ни ҙә, юҡ ни! Эшем харап хутҡа китте.

Хәйер баштан һөйләйем әле. Һөнәрем буйынса мал духтыры мин. Колхоз бөткәндән бирле тәкә йә үгеҙ бесеп йөрөгәнде иҫәпкә алмағанда, йүнле генә эшләгән урыным да юҡ ине. Мәктәптә физиканан ярты йыл ғына уҡытып өлгөрҙөм, ябып ҡуйҙылар. Бер көн саҡырып алдылар ҙа:


- Бесәйҙәргә, эттәргә приют асабыҙ. Һине шуның директоры итеп ҡуйырға уйлайбыҙ, - тинеләр.
Тәүҙәрәк, мәктәпкә ҡарағанда, унда яҡшыраҡ булыр, эт-бесәйҙәр менән ыҙғышып йәшәйһе түгел, тип яңылыш шунда уҡ ризалыҡ биреп ҡуйғайным да, аҙаҡтан:
- Ыступ, әле өҙөп кенә әйтә алмайым, тәүҙә ҡатын менән һөйләшәйек, уйлашайыҡ. Ул нимә әйтер? - тинем.
Минең ҡатын алтын бит. Унан да шәберәк аҡыл биреүсе табылмаҫ. Иң тәүҙә гел үҙе менән кәңәш-төңәш итәм. Нисек атларға, һөйләшергә кәрәклеген дә ул өйрәтә. Кәңәштәрен булмаған мыйығыма урап ҡуйғанмын.
- Эшеңдә кеше менән артыҡ һөйләшмә, берәйһе хаҡында шулай шикелле тип әйтһәләр, бер үк ризалыҡ белдергәндәй башыңды һелкеп ҡуйма. Юғиһә, башыңды ашарҙар. “Әлләсе, белмәйем, ишетмәнем” тиң. Кеше һүҙенә ҡушылма. Һәр ваҡыт хужаңды эргә-тирәһендә йөрөгәндәргә маҡтап һөйлә. Етәксе янында күберәк уралырға тырыш, - тип кенә тора.
Ҡайттым. Ҡатыныма был хаҡта әйткәс, ҡыуанысынан ҡулын сәпәкәйләп ебәрҙе.
- Риза бул! Ауыҙыңды ла асма, - тине ул. - Үҙең беләһең, хәҙер бесәй менән эт кешегә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк. Ана бағана тулы иғлан, кемдең эте юғалған, кемдең бесәйе, тигәндәй. Табып биргәндәргә аҡсаһын да мулдан вәғәҙә итәләр. Әле берәүҙең дә “ғәйеп булған әҙәм өсөн күп аҡса бирәм” тигәнен күргән юҡ әле.

Ҡатыным дөрөҫ һөйләй шул. Ана былтыр күршебеҙҙе балнисҡа алмай аптыраттылар, өйҙә йән бирҙе. Берәүҙәр, фатирын бикләп китеп, бесәйе асҡа үлгәс, “Ни өсөн улай, һеҙ фашист тип оло ғауға ҡуптарҙылар. Ул хаҡта әллә күпме һөйләнеләр, телевизорҙан күрһәттеләр, гәзиттәрҙә яҙҙылар, аҙаҡ штраф сәпәнеләр.
Эш хутлы ғына башланды. Атаҡ, шулай булмайса! Ауыл уртаһында ҡып-ҡыҙыл кирбестән һалынған, былтыр япҡан әптекте бирҙеләр. Шуны ғына көткәндәр тиерһең, тиҙ арала приют бесәй-эттәр менән тулды. Ысынлап та, был йән эйәләре кешеләрҙән дә ҡәҙерлерәк шул. Улар менән матур итеп һөйләшәбеҙ, иркәләп, һыйпап алабыҙ. Иң тәүҙә йыуындырып, һаулығын тикшерәбеҙ. Унан прививкалар яһайбыҙ. Магазиндарҙан яҡшы, ҡыйбатлы аҙыҡ-түлек алабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта беҙ ашаған колбасанан ун тапҡырға ҡыйбатыраҡ. Ундай затлы һый-ниғмәтте йортта көн иткән бесәй-эттәрҙең күпселеге төшөндә лә күргәне юҡтыр.
Ашап туйғас, аҡбайҙар беҙгә ҡарап, баштарын һелкеп-һелкеп ала. Кем белә, бәлки, ҡыуаныстарынан "Йәшәһен интернат!" тип рәхмәт уҡыуҙарылыр.

Бер аҙҙан дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы ҡалаларҙа үткәрелгән төрлө конкурстарға йөрөтә башланыҡ. Еңеп ҡайтабыҙ, бүләктәр алабыҙ. Үҙемә маҡтаулы исем биреп ташланылар.
Китте дан! Хәҙер эшебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, төрлө яҡтан тәжрибә уртаҡлашырға киләләр, гәзиттәргә яҙалар, телевизорҙан күрһәтәләр.
Беҙҙә яҡшы эшләгәндәрҙе күреп баралар бит ул. Шулай һәйбәт кенә йөрөгәндә, йәнә саҡыртып алдылар. Етемдәр өсөн балалар йорто асырға булғандар икән.
- Күреп торабыҙ, эшең шәп бара, тәжрибәң ҙур. Һинән дә ҡулай кешене тапманыҡ, - тинеләр.
Был юлы ла саҡ ризалашмай ҡалдым.
- Ыступ, тәүҙә ҡатын менән һөйләшәйем, ул нимә тип әйтер. Шунан һуң ғына инде, - тинем.
Яңылыҡты ҡатыныма әйткәс:
- Әллә инде, - тине, уйланып. – Эшләгән урының майлы түгелме? Буш менән хитланмайҙармы икән?! Ул детдомға ҡайҙан ғына бала йыйырҙар һуң? Хәҙер бит кешегә ҡарағанда эт менән бесәй күберәк. Ана, балалар булмағанлыҡтан, үҙең эшһеҙ ҡалдың түгелме ни?! Булғандарына ла талаш, сират, ҡырылышып аҫрамаға алып торалар. Белмәйем инде, белмәйем.

Мин уйға ҡалдым. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта "патронат тәрбиә" тигән нәмәләре барлыҡҡа килде шул. Ҡайһы бер ҙур йөрәкле әҙәмдәр барлыҡ етем-еҫерҙе үҙенә алыр өсөн зыҡ ҡуба. Йә биште, йә етене алалар. Әллә күпме ҡағыҙ-ҡоғоҙ йыйырға ла йыбанмайҙар. Аҡсаһын түләйҙәр бит. Икенсенән, ундайҙар харап тырыш була. Өйҙә ҡырып-һепереп эшләйҙәр. Үҙеңдекеләргә инәлгән кеүек, “Шуны башҡарһаң, быны әпирәм, быныһын таҙартып ҡуйһаң, тегене” тип инәләһе юҡ инде.
Унан ҡатыным йәнә теҙҙе:
- Кит, кеше бала тапҡансы эт аҫрай хәҙер. Ана, аптырағас, маткапитал биреп ҡарайҙар. Биш бөртөк бала тапҡан булһа, миҙалын ҡаҙайҙар, килештереп. Берлинды алған тиерһең. Ана быйыл “бер бөртөк бала тапҡанға ла 300 мең һум бирәбеҙ” тип мәж киләләр.
Шулай икеләнеп-микеләнеп йөрөгәндә:
- Эшһеҙ ҡалғың килмәһә, бөгөндән тотонаһың, мә, асҡыс, - тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙылар.
Балалар йорто өсөн айырым бина төҙөп хитланаһы түгел ине. Ике ҡатлы мәктәп буш тора. Өр-яңы, өс йыл элек кенә төҙөлгән, теге ерен, быныһын йүнәтеп мәшәҡәтләнәһе юҡ. Шулай ҙа күңел урынында түгел. Биш кредитым бар, быйыл машина алғайным. Эшһеҙ ҡалһам, нисек түләрмен?
Иртән шөбһәләнә-шөбһәләнә эшкә киттем. Урамда әҙәм заты күренмәй. Ауыл тулы буш йорт. "Балалар булырмы?" тигән уй йөрәкте кимерә. Мәктәпкә етһәм, күҙемә күренәме тип торам, ишек төбөндә алты-ете бала менән бер ҡатын тора. Иҫәнлегемде әллә алды, әллә юҡ, ни хәжәттән килеүен теҙҙе.

- Дитдум директоры һеҙ булаһығыҙмы?
- Эйе.
- Беҙҙә дитдум асыла тигәс, шатлығымдың сиге булманы, - тине, матур итеп йылмайып. - Хөкәмәткә рәхмәт инде. Бына мин балаларымды һеҙгә ыздавать итергә килдем.
Эреле-ваҡлы ҡыҙ-малайҙарға күҙ ташлайым. Береһе сей һары, икенсеһе сиған кеүек ҡара бөҙрә сәсле, берәүһе бөтөнләй Африка кешеһенә оҡшап тора.
- Былар барыһы ла һеҙҙекеме?
- Әтеү! Сит баланы эйәртеп йөрөмәм инде.
- Әйҙәгеҙ, инеп һөйләшәйек. -Ҡунаҡтарҙы эш бүлмәһенә саҡырҙым. Әсә кешенең ни өсөн балаларын бында алып килеүе менән ҡыҙыҡһынам.
- Йәшәргә өйөм дә, урыным да юҡ. Был тиклем баланы ҡайҙа ҡуяйым? Хәҙер йәтимдәргә пачут бит, телевизорҙы асҡан һайын дитдум балаларына фатир бирәләр. Исмаһам, бында үҫһәләр, лутсы буласаҡ, минекеләргә лә бирерҙәр. Аҙаҡ үҙҙәре янына мине лә алырҙар.
Тейешле ҡағыҙҙарҙы тултыра башланым. Атаһы тигән урынға еткәс, ханым:
Унда һыҙыҡ ҡуйығыҙ ҙа вәссәләм! - тимәһенме.

- Атайҙары үлдеме әллә?
- Уларҙың атайҙары булғаны ла юҡ.
- Улай тип яҙырға ярамай.
- Яраһа ла, ярамаһа ла, булмаған атайҙы ҡайҙан алайым!
Балаларҙы урынлаштырғас, әсә шатланып бөтә алманы.
- Йәшәһен интернат, йәшәһен дитдум! - тип ҡосаҡлап, яратып-үбеп сығып китте әсә кеше. Был тиклем дә рәхмәтле кеше булыр икән.
Улар китеп өлгөрмәне, ҡулына ун йәштәрҙәге улын етәкләгән икенсе ханым килде. Үҙе тәтәй кеүек кейенгән. Бер түгел, хатта ике юғары уҡыу йорто тамамлаған.
- Үҙем Италияға ҡарттар ҡарарға китәм, баламды ҡарарға кеше юҡ, зинһар, алығыҙ инде, - тип үтенде ул.

Шул көндә үк интернат шыпа тулды ла ҡуйҙы. Хатта урын етмәгәс, карауаттарҙы өҫтө-өҫтөнә ҡуйҙыҡ.
Эш уңышлы барҙы. Хөкәмәткә рәхмәт, етемдәрҙе матур ҡарай, ҙур-ҙур түрәләр машина-машина емеш-еләген, тәмлекәстәрен килтерә, экскурсияларға, шифаханаларға йөрөйбөҙ. Сапылдатып алма, хөрмә ашаған балалар ҡыуанып бөтә алмай. Ашхананан сыҡҡанда дәррәү:
- Йәшәһен балалар йорто! - тип рәхмәт әйтәләр.
Шулай дәртләнеп эшләп йөрөгәндә тағы саҡыртып алдылар.
- Бына ҡарттар өсөн интернат асырға ниәтләйбеҙ. Уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та һинең кандидатураға туҡталдыҡ. Күреп-белеп торабыҙ, эшең шәп бара. Мәктәптәргә бала таба алмаһалар ҙа, һеҙгә үҙҙәре килә. Бындай етәкселәр үрләргә, тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашырға тейеш, - тинеләр.
Был юлы ла саҡ ризалашмай ҡалдым. Ҡайтып, ҡатыныма ошо хаҡта әйткәс, тағы ла етди генә әңгәмә ҡороп алдыҡ.

- Әллә инде, - тине ул. - Хәҙер ҡарттар ҡәҙерле бит. Балаларының балаларын ҡарайҙар, дары еҫкәмәгәндәргә лә һуғыш ветераны тип фатир бирәләр, умырып пенсия алалар. Ана, күрше ауылда эшһеҙ ятҡан алты ул атай-әсәйҙәрен ҡарау өсөн сеймә-сей килеп һуғышып бөткәндәр. Ҡуй, ризалашма, тик торғандан эшһеҙ ҡалырһың, - тип кире һүрҙе.
Әммә тағы ла мәсьәләне етди ҡуйҙылар:
- Хәл ителгән! Эшләйһең!
Ҡарттар йортона һыйыр фермаһының өйөн бирҙеләр. Ишеген асып инергә лә өлгөрмәнек, геүләтеп яҡшы машина килеп туҡтаны. Унан таҙа, ыҫпай кейенгән ир менән ҡатын сыҡты. Атлауҙары ла, ҡыланыштары ла икенсе. Өфөнән ҡайтҡандар икән. Ире университетта уҡыта, ҡатыны ҡунаҡхана тота.
- Ҡарттар йорто асылыуын ишеткәс, харап ҡыуандыҡ. Бик шәп бит. Бына атай ҡартты алып килдек әле , - тине улар, әле шаҡтай шәп күренгән ирҙе күрһәтеп. - Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфө яҡын ара түгел, йыш ҡайтып булмай, юл йөрөһәң дә, әллә күпме расхуд. Һеҙҙә беҙҙең ҡартҡа бик шәп буласаҡ.

- Эйе, эйе, - тип уның һүҙен ҡеүәтләне эргәһендә йылҡылдап торған шәшке тун кейгән туп кеүек йоп-йомро ҡатын. - Ауырып-фәлән китһә, эргәлә генә духтыры бар, әллә нисә тапҡыр ашаталар, иртән торғас, ҡаштыр-ҡоштор килеп мейес яғаһы түгел. Утыны булһа бер хәл әле.
- Шулай шул, - тип уны йөпләне ире муйынындағы суҡмар кеүек галстугын рәтләй-рәтләй. - Ана былтыр күрше ауылда бер ҡарт өйөндә туңып ятҡан.
Алып ҡалдыҡ ҡартты. Быға үҙе лә, балалары ла ҡыуанып бөтә алманы.
- Рәхмәт төшкөрө, йәшәһен интернат, - тип ҡулымды ҡыҫып-ҡыҫып хушлаштылар.
Улар артынан уҡ ашығып бер ханым инде. Таныш һымаҡ. Ә-ә-ә, иҫемә төштө: былтыр Италияға китәм тип малайын ҡалдырған ханым бит.
- Мин ашығам, - тине ул, битендәге тир бөрсөктәрен һөртө-һөртә. - Бер нисә сәғәттән самолетым оса, өлгөрөргә кәрәк.

Ҡатындың хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынам. Һаман да Италияла йөрөүе икән. Әбейҙәрҙе ҡарай. Күптән түгел атаһы мәрхүм булып ҡалғас, ауылға ҡайтып, үҫкән йортон, мал-тыуарын һатып, әсәһен интернатҡа алып килгән.
- Уға бында яҡшыраҡ булыр, - тине ул. - Ашаталар, эсерәләр, ятһа йылы, торһа йылы, тигәндәй. Әлдә ошо интернат бар әле…
Уларҙы оҙатырға тип ултырғыстан торһам, аптырап ҡалдым: оҙон сират барлыҡҡа килгән. Эсемә йылы йүгерҙе...
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: