Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
25 Март 2022, 09:28

Онота алмайым...

Алла бирһә, Башҡортостандың халыҡ артисы, алтын тауышлы һәм “Алтын балдаҡ”лы Роза Аҡкучукова хаҡында китапты ҡулға алырға яҙһын. Ә әлегә буласаҡ китаптан өҙөктәр уҡып, ҡәйнәмде иҫкә алып үтәйек... Йәне йәннәттә булһын...

Онота алмайым...
Онота алмайым...

Рауза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә — бер йыл... Килен һәм ҡәйнә тураһында биргән интервьюһында ул гел минең хаҡта маҡтап ҡына һөйләй ине. Ысынлап та, 18 йыл бергә йәшәнек һәм бер тапҡыр ҙа әрләшеү тигән күңелһеҙлектәр булманы. Киреһенсә, йылдар уҙған һайын бер-беребеҙгә әхирәт кеүек булып киттек. Тормош иптәшемә ҡарағанда ҡәйнәм менән беҙ йышыраҡ күрешә инек. Уның үҫентеләрен тейәп йә Абҙаҡҡа сығып китә инек, йә лимонарийҙан экзотик сәскәләр барып алып ҡайтабыҙ...

Ейәндәре өсөн инде ул өләсәй булманы, ә дуҫ-иптәш ине. Бергәләп берәй тәмлекәс бешерәләр, Салауат Юлаев һәйкәленә йөрөйҙәр, балалар байрамдарына барып күңел асалар... Ситтән ҡараһаң, өс үҫмер аралашҡан кеүек: көлөшәләр, төртмә һүҙҙәр ҙә ысҡына шунда, бер һүҙ менән әйткәндә, мәж килешәләр... Яратҡан Розочкаларының үлемен малайҙар ауыр кисерҙе. Һәм мин уларға шундай ҡарар ҡуйҙым: “Өләсәй тере! Ул эштә, филармонияла! Ҡайтып етмәгән әле! Һуңғараҡ ҡайта...”
Ошо һүҙҙәр менән уларҙы әүрәтә-әүрәтә бер йыл ғүмер ҙә үтеп киткән. Тормош иптәшемә кейәүгә сыҡҡандан бирле, ҡәйнәмдең үҙе хаҡында һөйләгән бар хәтирәләрен мин күңел ҡапсығына һалып барҙым. Ковид зәхмәте уны алып киткәс, уның хаҡында китап сығарам тигән яуаплылыҡты ла шуға үҙ өҫтөмә алдым. Алла бирһә, Башҡортостандың халыҡ артисы, алтын тауышлы һәм “Алтын балдаҡ”лы Роза Аҡкучукова хаҡында китапты ҡулға алырға яҙһын. Ә әлегә буласаҡ китаптан өҙөктәр уҡып, ҡәйнәмде иҫкә алып үтәйек... Йәне йәннәттә булһын...
Ҡатай әбейе

Бәләкәй Рауза дөбөр-шатыр өйгә илап килеп инде:
— Әсей! Әсе-е-ей! Ишбулат әпәт мине “ҡатай әбейе” тип үсекләй! Әйт әле шуға! Мин ҡатай ҙа, әбей ҙә түге-е-ел...
Нәжиә апай ҡыҙының сәсен һыйпап рәтләй, йыуата. Йәшкелт күҙҙәрендә яйлап күҙ йәштәре лә кибә башлай.
– Рауза ҡыҙым! Һин бер ҡасан да үсекләүҙәргә иғтибар итмә. Үҙ эшең, үҙ донъяң менән йәшә. Үсекләгәнгә тыртайып барһаң, ишшеү ҡыҙып китеп тотонорҙар. Ә Ишбулаттың кәрәген бирермен әле... Үҙенең әбейе ҡатай араһынан булып ҡуйыр әле, шулай тип күп һөйләнә бирһә...
— Булһын әйҙә! Ҡатайҙан әбей алһын! – Ҡыҙсыҡ һаман тыныслана алмайынса, әсәһенең алдында ултыра бирҙе.
Нәжиә апай ҡыҙының йыр яратҡанын белә, шуға ла шым ғына мөңгөрләп йыр башланы.
...Рауза үҙенең Абҙағында таң атыуын күҙәтергә ярата... Һиллек... Ауыл осонда көтөүсенең һайтылдап малдарҙы йыйыуы ишетелә. Әсәһенең выжт-выжт итеп тимер биҙрәгә һөт һауыуы, атаһы Сабирйәндең ат йүгәнләп йөрөгән тауышы... Быларҙың барыһы ла күңеленә яҡын. Шул йәнгә яҡын кешеләрҙең мәж килеп йөрөүен ишетеп, уянғас та тороп китмәй, юрған аҫтында иркәләнеп ята бирә ул.

Ҡурылған картуф

– Ишбулат! Ишбулат! – Раузаның ҡысҡырыуын ағаһы ишетмәмеш була. – Ағый! Ағый, тим! Нимә бешерәһең, ағый?!
— Нимә? Ағый икәнемде иҫләнеңме инде?! Ҡатай әбейе! Мин һәҙер тәмде итеп тороп картуф ҡыҙҙырам! Ә һиңә ашатмайым! Үсекләшергә тиһәң, һиңә ҡуш! Асығып ал, әйҙә! Мужыт, аҡыл инер һиңә...
Рауза ағаһына бызмырлап торған йәшкелт күҙҙәре менән мөлдөрәп тә ҡарап ҡараны, әммә был ярҙам итмәне. Бер таба тултырып Ишбулат ағаһы картуф ҡыҙҙырҙы. Унан табаһы менән өҫтәлгә ҡуйып ашай башланы. Ҡыҙсыҡтың өмөтө һүрелмәне. Ағаһы табаның яртыһындағы картуфты, бәлки, уға ҡалдырыр? Сабыр ғына күҙәтә бирҙе. Ишбулаттың ауыҙына ҡалаҡ артынан ҡалаҡ ҡурылған картуф инеп китә торҙо. Раузаның картуф ашау өмөтө һүрелә барҙы. Бер аҙҙан таба ялтырап ҡалды. Ул иламаны, асимес-абжур ағаһының кәрәген бирергә булды. Йүгереп сыҡты ла аяҡ аҫтында осраған ташты эләктерҙе. Асыҡҡан кеше – асыулы кеше тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит!
— Ишбулат! Ишбулат, урамға сыҡ әле!
Ағаһының соланда башы күренеү менән үсекләп, һамаҡлап та ебәрҙе:

Ишбулат барған баҙарға
Тәмле перәник ашарға!
Тәмле перәник кикертә,
Ишбулат ... һикертә!

Ағаһының енләнеүен күреп, Рауза йәнә лә бар урамға ишетерлек итеп таҡмаҡлай башланы:

Ишбулат картуф ярата,
Туҡтай алмайса ашай!
Ишбулаттың ҡорһағы
Тиҙҙән ишеккә һыймай!

Һуңғы юлдарҙы йырлағанда Ишбулат һеңлеһе яғына уҡталды. Әммә Раузаның ҡулындағы таш уның башына килеп бәрелде. Һеңлеһе башы ҡанаған ағаһынан ҡасыу яғын ҡараны. Картуф ашарға яратҡан Ишбулат әсәһенең эше яғына – пионер лагерына айыу кеүек олой-олой йүгерҙе.
— Әсе-е-ей! Әсей! Ҡатай әбейе мине үлтерә! Әсей, мин һәҙер үләм! Ҡотҡарығыҙ!
Әлбиттә, башы апаруҡ ҡына яраланһа ла, Ишбулат тере ҡала. Әммә киләсәктә картуф ҡыҙҙырған һайын һеңлеһе менән бүлешеп ашай башлай. Шулай итһәң, тамаҡ та туҡ, баш та иҫән-һау ҡала тип уйланы ул. Ҡолағы ла тыныс. Сөнки һеңлеһе ас булмаһа, ауыл тултырып әрһеҙ таҡмаҡтар ҙа әйтмәй.
...Роза Аҡкучукованың ғәҙеллек, тигеҙлек, дөрөҫлөктө яратыуы, үҙһүҙлелеге ана шул бала саҡтан башлана.

Хәлүә ниңә тәмһеҙ?

Сабирйән ағай Биләриттән ҡайтып төштө. Ҡулында йәшник, унда гәзиткә төрөлгән оло киҫәк – Раузаның яратҡан хәлүәһе. Ҡыҙҙың ауыҙы асылды. Бығаса анау сама тәмлекәсте күргәне юҡ бит! Бер йәшник хәлүәне нисек бүлерҙәр, кемгә күпме өлөш сығыр тигән уйҙа атаһы менән әсәһен күҙәтте. Ғәҙәттә, күп балалы ғаиләлә ундай тәмле-татлы ризыҡ оҙаҡҡа бармай. Сабирйән ағай тәмлекәсте алты балаға бысаҡтың осо менән ярғыслап бүлеп сыҡты. Тәмләп, шурпылдап тороп, барыһы ла сәй эсте. Рауза хәлүәнең йәшниктә ятҡанына нисек кенә ымһынып, һонолоп ҡарамаһын, атаһы иғтибар итмәне. Бәлки, күрмәмешкә һалышҡандыр. Күп балалы ғаиләлә татлы ризыҡ йыш ҡунаҡ түгел шул. Әпәр итеп барыһы ла өҫтәл артынан торҙо. Кемдер көтөү ҡарарға китте, кемдер сүп утарға юлланды. Ә Раузаны шул хәлүә йәшнигенә күренмәҫ бер еп менән бәйләп ҡуйҙылармы ни! Уралып-суралып хәлүәне күҙәтә, бармағы менән төртә лә аҙаҡ уны ялап ҡуя. Өйҙә бер кем дә ҡалмағанын күреп, ҡыҙсыҡ хәлүәне донъялағы иң зиннәтле әйбер кеүек аймап тотоп алды ла картуф баҡсаһына йүгерҙе! Иң мөһиме – бер кем дә күреп ҡалмаһын! Дөпөлдәгән йөрәгенә ҡыҫып тотҡан хәлүәнән ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Рәхәт! Картуф оҙон итеп үҫкән быйыл, Аллаға шөкөр тип уйлап ҡуйҙы Рауза. Бер кем дә күрмәй....Ҡыҙыҡай кинәнеп-кинәнеп хәлүә ашаны... Башта тәмләп, йотлоғоп ашаны. Аҙаҡ тәмһеҙ кеүек тойола башланы. Әммә ул артабан ашаны ла ашаны. Ҡасан ишеү бындай тәмлекәс эләгә ул, бер кем белмәй бит. Булғанда ашап ҡалайым тип тырышып ашаны. Һуңғы киҫәктәрҙе ауыҙына оҙатҡанда, ныҡ итеп эсе ауырта башлауын тойҙо ул. Ә артабан күҙен асҡанда ул урындыҡта ята ине. Ҡаршыһына баҫҡан атай-әсәйен күреп ҡурҡып китте, торорға маташты. Әммә эсендә ҡапыл энә менән сәнскән кеүек ауыртыу уны урынына кире ятырға мәжбүр итте. Сабирйән ағай ҡыҙына: “Шунан, ҡыҙым, картуф баҡсаһында ашаһаң, хәлүә тәмлерәкме әллә?” – тип өндәште. Тегеһе “юҡ” тип баш сайҡаны. “Өйҙә ашағанда тәмлерәк ине”, – тип мыш-мыш иларға тотондо. Нәжиә апай ҡыҙын әрләргә итһә лә, иренең бер бөртөк ҡыҙына һүҙ тейҙермәҫен белә ине, аласыҡҡа ҡатыҡ ҡайнатырға тип сығып китте. Сабирйән ағай ҡыҙының эсен һыйпап ауыртыуын кәметергә маташты: ”Күмәкләп ашаған аштың да тәме татлы, бергәләп-ҡайнап башҡарған эш тә ырамлы, ҡыҙым, аңланыңмы? Бүтәнсә яңғыҙың ҡасып ашама, яраймы?”
Атаһы әйткәндең барыһын да аңланы Рауза. Тәмле әйберҙә лә сама кәрәклегенә төшөндө. Ә был хәлүә тарихын туғандар гел көлөп иҫкә алыр булды.
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм....

Раузаны Нәжиә апай етәкләп Абҙаҡ мәктәбенә алып китте. Ҡыҙ баҡсала йәй буйы уҡытыусыға бүләк ителәсәк сәскәгә һыу ҡойоп үҫтерҙе. Һыу ғына ҡойоп ҡалманы, улар менән бытыр-бытыр һөйләште. Сәскәләр менән мәктәпкә нисек әҙерләнеүе менән бүлеште. Мәктәптә йырлаясаҡ йырҙарын бер туҡтауһыҙ йырлап, барыһын да йөҙәтеп бөтөрҙө. Ниһайәт, ул көн етте бит! Ниндәйҙер көй мөңгөрләп китеп барған ерҙән: “Рауза, туҡтат йырлауыңды!” – тигән әсәһенең һүҙе һиҫкәндереп уятып ебәрҙе. Тик ҡайҙа ул?! Бәхетле ҡыҙ тәүге тапҡыр мәктәпкә китеп бара бит! Гөлләмәне тотоп, матур таҫмаларҙы елберләтеп, йырлай-йырлай тәүге уҡыу йорто ишеген асты.

“Шул ҡыҙҙы эҙләп табығыҙ!"

Был фоторәсем Раузаны уйҙары менән гелән йәшлеккә алып ҡайта... Педагогия училищеһында уҡып йөрөгән сағында Нариман Сабитовтың Мәҡсүт Сөндөклө һүҙҙәренә яҙылған "Ҡыр ҡаҙҙары" йырын яҙҙыра ул. Ул мәлдәрҙә был йыр радионан бик йыш яңғырай. Шул йырҙы филармонияның режиссеры Фәтих Ихсанов ишеткән дә:
– Шул ҡыҙҙы эҙләп табығыҙ!" – тигән.
Эргәһенә алып барғас, ул:
– Филармонияла эшләгең киләме? – тигән һорау биргән.
– Әлбиттә! – тип яуап бирә Аҡкучукова.
– Улайһа, ғариза яҙ! Иртәгә – репетиция!
Тап шул йылдан алып Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Роза Аҡкучукованың изге төйәгенә әйләнә. Үҙ заманының ысын мәғәнәһендә бөйөк сәнғәт эшмәкәрҙәре менән эшләү бәхете тейә уға. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Венер Килмөхәмәтов, Редик Фәсхетдинов, Рамаҙан Йәнбәков, Бәхти Ғайсин, Әхәт Уразмәтов, Илфаҡ Смаковтар менән бер сәхнәлә сығыш яһау – үҙе бер ғүмер. Тап шул йылдарҙа визит карточкаһына әйләнгән "Алтын балдаҡ" һәм "Һин ултыртҡан муйыл" йырҙары ижад ителә...

Шул тиклем дә оҙон булыр икән...

“ –Һинме Роза Аҡкучукова?
...Башымды күтәреп ҡараһам, алдымда күккә олғашҡан оҙон ҡуйы тулҡын сәсле егет тора."Шул тиклем дә оҙон кеше була икән", – тип эстән уйлап ҡуйҙым шул саҡта. Үҙем аптырауымды еңеп: "Эйе, мин", – тип өндәштем.
Филармонияға яңы эшкә килгән Бағанай – Фәрит Шәйхетдинов минең менән шулай килеп танышты. Ул саҡта минең иң популяр булып, халыҡ араһында танылыу яулаған осор ине. Эшкә яңы төшкән йәш әртис, мине ныҡ күргеһе килеп, ана шулай килеп танышты. Яҙмыш ҡауыштырҙы беҙҙе. Тәүҙә дуҫлашып йөрөнөк, аҙаҡ өйләнештек. Мөхәббәт емешебеҙ – улыбыҙ Руслан тыуҙы. Тормош иптәшем Фәрит Ғилметдин улы менән беҙ ҡыҙыҡлы проекттар эшләнек, күп гастролдәрҙә йөрөнөк. Матур ғүмер юлы кисерҙек. Йәл, ейәндәрен күреп өлгөрмәне...
Ғүмер аҡҡан һыу кеүек тиҙ генә үтә лә китә шул, ҡәҙерҙәрен белегеҙ!”

Атайым уға ғашиҡ ине

Атайым Шәкирйән Зәкирйән улы Салауатов агроном булып эшләгән сағында тәүге тапҡыр радионан иҫ киткес йыр ишетеп ҡала ла шул йырға мөкиббән китеп ғашиҡ була.

Һин ултыртҡан муйыл...

Мин иҫ белгәндән алып атайым шул йырҙы ярата. Ул агроном булғас, кеҫәһендә ул мәлдең "валютаһы" – симешкәһе лә гел мул. Теге матур йыр шәп, гел ҡолаҡта сыңлап тора, ә радио ул мәлдә әлеге кеүек тәүлек әйләнәһенә эшләмәй. Атайым юлын таба. Эльмира балдыҙына симешкә хаҡына килешеп, "Һин ултыртҡан муйыл"ды йырлата ла йырлата... Кем белгән, ваҡыт үтеү менән тап шул йырҙы башҡарыусы үҙенең ҡоҙағыйы булып китер тип?!
Бала сағымда атайым артистар килһә, халыҡҡа бушлай концерттар ҡуйҙыра ине. Таҡтанан дөбөр-шатыр тау итәгенә сәхнә әтмәлләйҙәр ҙә, тауға тыпырлап халыҡ йыйылып ултыра ла, рәхәтләнеп тамаша ҡылалар. Ә бер мәл артистар килер булғас, нишләптер тирмәне һабантуй яланында ҡорҙолар, ҡаҙан аҫып, мул итеп ит бешерелде, бызмырлап торған әсе бал да ҡойолдо... Зиннәтле ҡунаҡ көтөлгәне һиҙелде, баҡһаң, “Һин ултыртҡан муйыл”ды башҡарыусы Роза Аҡкучукова үҙе килгән икән! Атайымдың яратҡан йырсыһы тирмәлә башҡарған йыр тик уның өсөн генә яңғырай кеүек! Хәтәр бит!
...Руслан Шәйхетдинов тигән егет менән дуҫлашып йөрөгән мәлдә уның ата-әсәһе кем икәнен дә белмәй инем. Аҙаҡ эш туй яғына киткәс, аптырауымдың сиге булманы. Ә атайымдың, әлбиттә, ауыҙы йырылды.
Тормошомдо яҙыусы сценарисҡа яҙмышым өсөн рәхмәтлемен! Төрлө-төрлө боролоштар аша тик яҡшы фиништарға ғына илтә бара...
Зәһәр зәхмәт килеп сыҡмаһа, ҡәйнәм йәшәр ҙә йәшәр ине. Сөнки һаулығы шәп ине. Төҫ-башҡа килгәндә уға бер ҡасан да уның йәшен бирмәйҙәр ине. Гел 20 йәшкә әҙерәк һан атала ине. Әхирәттәрем минән йыш ҡына былай тип төпсөнә ине: "Ҡәйнәң ниндәй косметологка йөрөй, ҡайһы процедураларға өҫтөнлөк бирә? Кремдарҙың ҡайһыһын ҡуллана?" Көлөп кенә ҡуя инем. Дәрәжәле йырсы булғас, уны косметология үҙәктәренә лә бушлай йыш саҡыралар ине. Әммә уның косметологы беҙгә генә билдәле ине. Ул—Абҙаҡ һауаһы, Сатра йылғаһының тәмле һыуы, туғандар менән аралашыу, баҡса ултыртыу, яҡындарын тәмле­кәстәр менән һыйлау, концерттарҙа яратҡан тамашасыһы өсөн йырлау, улының яңынан-яңы үрҙәре, ейәндәр шатлығы... Шат күңелле, позитив тулҡында йәшәгән Роза Сабирйән ҡыҙының планында бер ниндәй насар уй ҙа,ауырыу ҙа юҡ ине... Әммә тормош үҙенсә әйләндереп һуға шул. Ҡәйнәмдең үлеменән һуң, уның ҡағыҙға төшөрөлгән Яңы йыл теләктәре ҡулға килеп эләкте. Уларҙа ла йәшәүгә дәрт-дарман урғылып тора. Ҡайһы берәүҙәрен һеҙгә лә тәҡдим итәм:
Яңы йылға теләктәрем:
1. Улым ауырымаһын! Хоҙайым, ғаиләһе бәхетенә улымды ҡурсалап тор инде!
2. Килен менән балалар һау булһындар,аталары менән имен-аман йәшәһендәр!
3. Хоҙайым һаулыҡ бирһен!
4. Бөтә туғандарыма эш бәхете теләйем, ғаилә бәхете яҙһын!
5. 80 йәшемә тиклем концерттар биреп йөрөргә яҙһын ине!
6. Илебеҙ тыныс булһын,һуғыш булмаһын!

Роза Аҡкучукованың ижади тормошо ҙур усаҡтай көслө булып дөрләне, ялҡыны менән барыһын да йылытты, үҙ моңонда. Ижады көслө усаҡ ине, ә ғүмере ҡыҫҡараҡ булыуы беҙҙең —яҡындарының йөрәген һаман да өтә...

Ғүмер — шәм... һүнә... Ер шары
Туҡтарға ла уйламай.
Өрөп һуға ергә ҡуша,
Теләгеңде һанламай.

Өлгөрмәйһең тыуған көнгә,
Туйҙарыңды туйлатмай....
Өҫтән фарман — ҡанун беҙгә,
Атҡаралар һуңлатмай.

Йөрәк ҡанын төйөрләтә
Һәр бер өҙөлгән ғүмер...
Ҡайғыларҙы ел тарата,
Ҡала тик көйгән күмер,
Шәмдәй тиҙ һүнә ғүмер....

Роза Сабирйән ҡыҙына арнап уның тыуған ауылы Абҙаҡта быйыл вокалистар конкурсы уҙасаҡ. Әлеге көндәрҙә халыҡ артисы хаҡында китап туплана. Беҙҙең күңелдәрҙә ул "Һин ултыртҡан муйыл"ы менән мәңгелеккә уйылып ҡалған шәхес, яратҡан өләсәй, ҡәҙерле әсәй, хөрмәтле ҡәйнә, ихтирамлы апай... Беҙ һине онотмаҫбыҙ, Роза Аҡкучукова...

 

Рәзилә САЛАУАТОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм
киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: