Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
30 Март 2022, 14:40

Халыҡ артисы, ҡатыны юл фажиғәһендә һәләк булған

Мәрхүмдәрҙең ғаиләһенең, балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирҙен. "Шоңҡар"ҙар. 

Халыҡ артисы, ҡатыны юл фажиғәһендә һәләк булған
Халыҡ артисы, ҡатыны юл фажиғәһендә һәләк булған

Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны Белорет районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған. Әхмәтйәновтар Әбйәлил районына туғанын ерләргә ҡайтып барған. Актерҙың тормош иптәше Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Уларҙың ике балаһы ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә киске сәғәт 8 тирәһендә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 190-сы саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Great Wall менән ҡаршыға килгән Маn йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел машина водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы 1964 йылдың 1 июлендә Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенең башҡорт театры актеры булып эшләй башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә артист шунса уҡ ролдәр башҡара, ижади биографияһында – күп жанрҙарҙа (комедияларҙа, трагедияларҙа, драмаларҙа) төрлө образдар. Бер йыл элек Фәим Әхмәтйәнов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Фото:sgtko.ru/bashdramteatr

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: