Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
31 Март 2022, 19:35

Профессор Азамат Әхтәмовҡа 60 йәш тулған булыр ине

Азамат Әхтәмов байтаҡ математик физика мәсьәләләренә яуап табыуға өлгәшкән. 200-ҙән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәте донъя күргән.

Профессор Азамат Әхтәмовҡа 60 йәш тулған булыр ине
Профессор Азамат Әхтәмовҡа 60 йәш тулған булыр ине


Азамат Мөхтәр улы Әхтәмов 1962 йылда билдәле телсе ғалим Мөхтәр Әхтәмов ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын, Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлаған. Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡыта, 1993 йылдан БДУ-ла эшләй.

Азамат Мөхтәр улы Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы, иҡтисадты математика алымдары менән фаразлау кафедраһы мөдире булып эшләй. 2009 йылдан БДУ-ның тотош мөхит механикаһы кафедраһын етәкләй, математик моделләү кафедраһы профессоры була. Ғилми хеҙмәттәре ҡаты есемдең үҙгәреше механикаһы, операторҙарҙың спектраль теорияһы, иҡтисадта математика алымдарын ҡулланыу мәсьәләләренә арналған.

Азамат Әхтәмов байтаҡ математик физика мәсьәләләренә яуап табыуға өлгәшкән. 200-ҙән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәте донъя күргән.
Джон Локкер тарафынан 2006 йылда шундай мәсьәлә шарты бирелә: спектры бөтә тулайым яҫылыҡты биләгән таҡ рәттәге дифференциаль тигеҙләмәләр менән спектраль мәсьәләләр бармы? Азамат Әхтәмов һәр таҡ рәт өсөн спектры бөтә яҫылыҡты биләгән дифференциаль операторҙар барлығын иҫбатлай. Был мәсьәлә өҫтөндә эшләгәндә, ғалим үҙе сығарған алымды ҡуллана. Ул- спектраль мәсьәләләрҙең ситке шарттарын үҙ мәғәнәләре буйынса идентификациялау теорияһы авторы.

Азамат Әхтәмов- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.Уның монографиялары, уҡыу әсбаптары төрлө конкурстарҙа еңеү яуланы.
“Социологтар һәм иҡтисадсылар өсөн математика” уҡыу әсбабы юғары һөнәри белем биреүҙә социаль –иҡтисади һөнәрҙәре өсөн математика дәреслектәре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Ул РФ Мәғариф министрлығы тарафынан юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы булараҡ раҫланған. Тағы бер нисә хеҙмәте министрлыҡ тарафынан ошондай баһа алған.

Фото:ru.m.wikipedia.org

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: