Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
3 Апрель 2022, 10:55

Йөрәк йылыһын устарында тойоп

Музыкант, композитор  Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Юлай Хәмит улын юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Йөрәк йылыһын устарында тойоп
Йөрәк йылыһын устарында тойоп

 

Кешегә һәләт (өлөш) тыумыштан бирелә. Юлын табып үҫеп китә аламы-юҡмы — уныһы яҙмышҡа бәйлелер. Башҡортостан — таланттар иле. Айырым шәхестәр генә түгел, тотош ғаиләләре менән маһирҙар бихисап. Ундайҙар эске кисерештәрен шиғыр юлдарына, көйгә һала, киндерҙә рәсем йә һәйкәл итеп һынландыра. Байлығы менән бүлешеп, уртаҡлашып, күңел кисерешенә ауаз таба.
Республиканың йыр сәнғәте тарихында Үҙәнбаевтарҙың моңло ғаиләһе бар. Тәнзилә, Флүрә, Юлай ғүмерен илаһи һөнәргә бағышлаһа, Салауат, Фәрит, Венера туғандары ла — берҙәй талант эйәләре. Бер-береһенең һәләтен баһалап, матур йәшәйҙәр. Нескә тойғоларҙы моң итеп таратҡан композитор — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев ошо көндәрҙә үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләй.

“Устарыма һал һин йөрәгеңде”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Тыпырҙатып бер баҫмағас, бейеү буламы бейеү!”, тағы әллә күпме йырҙары менән үҙ башҡарыусыһын да, тыңлаусыһын да тапҡан көй сығарыусы ул. Әҫәрҙәренән ихласлыҡ, йомшаҡлыҡ бөркөлөп торған ижадсы Юлай Хәмит улы — тормошта ла бик ипле, кеше йәнле. Уның йырҙарын яратып тыңлаусыларҙың, башҡарыусыларҙың республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә күп булыуының сере лә тап шундалыр.
Хеҙмәт юлын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Йәдкәр” фольклор төркөмөндә концертмейстер булып башлай йәш музыкант. Илһамлы, әммә ныҡышмалылыҡ талап иткән эшкә сәмләнеп тотоноуын йыш иҫләй ул. Һәр береһе ҡабатланмаҫ шәхес булған Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлет­бай Ғәйнетдинов, Миңлеғәле Ханов, Ишморат Илбәков, Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Азат Айыт­ҡоловтар менән ысын мәктәп үтә, тәжрибә туплай. Һәләтле баянсы Өфөлә тиҙ танылыу яулай, төрлө урынға саҡырыуҙар, тәҡдимдәр булһа ла, композитор Баймаҡҡа юллана.
Ҡалалағы сәнғәт мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Йырҙар ижад итә, тиҙ арала башҡарыусылары ла табыла, “Ҡош юлы” вокаль- инструменталь төркөмө менән дә ижадташ була. Телевидение, радио эфирҙарында яҙмалары йышыраҡ яңғырай. Шул рәүешле Юлай Үҙәнбаев исемле яңы композитор барлығын белдерә. Күп тә үтмәй йәш музыкантты Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына саҡыралар. Сәхнә әҫәрҙәрен музыкаль яҡтан биҙәү, спектаклдәргә йырҙар яҙыу уға бөтөнләй башҡа мөхитте аса, уйланыуҙарына өр-яңы тулҡын өҫтәй. Был легендар башҡорт театрының тарихы бай булған кеүек, актерҙар, режиссерҙар составы ла талапсан, эҙләнеүсән һәм иң мөһиме — рухи яҡтан тотороҡло. Театр етәксеһе Дамир Ғәлимов, өйләнгән йәш белгестең ғаилә хәлен аңлап, уларҙың матди тормошона ныҡлы терәк булдыра. Т. Ғарипованың “Төштәге йыр”, Т. Ғәние­ваның “Тамарис”, Б. Исҡужиндың “Һуңғы аҡсарлаҡ”, Г. Әхмәтҡужинаның “Абыстай”, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” һәм башҡа спектаклдәр өсөн яҙылған йырҙары хәҙер айырым әҫәр булып, үҙаллы йәшәй.
Тынғыһыҙ ижадсының ҡәҙерле тормош юлдашы, фекерҙәше һәм тәнҡитсеһе булған Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы менән улы Салауатҡа, ҡыҙы Ләйсәнгә матур тәрбиә биреп үҫтерә улар. Балаларҙы баш ҡалала уҡытыу теләге Үҙәнбаевтарҙы тағы Өфөгә алып килә. Етмәһә, Юлай Хәмит улын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына музыкаль етәксе итеп эшкә саҡыралар.
Театрҙың оркестры менән дә бик тығыҙ эшләй, етәксеһе лә була. Академик йүнәлешле театрҙа спектаклдәрҙе биҙәүгә, концерттарҙа сығыш яһауға, яңы башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек итеүгә мөмкинлектәр асыла. Тәбиғәттән бүләк ителгән ижад итеү һәләте башлыса һиҙемләүгә ҡорола.
Бер-береһен моң аша аңлаған дуҫтары арта Юлай Хәмит улының. Улар инде сәхнә һәм эстрада йондоҙҙары — Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин, Арыҫлан Йәнбәков, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Фирүзә Париж, Венера Юлгилдина, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Рауил Харрасов, Венер Абдуллин, Лилиә Ишемйәрова ғүмерлек дуҫтарына әйләнә.
Салауат дәүләт башҡорт драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Өфө “Нур” дәүләт татар театрҙары, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе менән дә оҙайлы ижади хеҙмәттәшлек бәйләй Юлайҙы.
— Драматургтың әҫәрен уҡығандан һуң, бар ижади состав ошо тема эсенә инеп, кемдер роль өҫтөндә, икенселәр кейем, сәхнә биҙәлеше хаҡында уйланып йөрөй. Герой кисерештәрен күңеле аша үткәрә. Ә музыкант бар персонаждарҙы ла өйрәнергә бурыслы, — ти Юлай Үҙәнбаев, – шуға биҙәгән спектаклдәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаһа, күңел була, эшеңдең бушҡа түгеллеген тағы бер ҡат төшөнәһең.
2000 йылда, мәҫәлән, Тамара Ғәниеваның “Тамарис” спектакле төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында еңеүсе тип табыла. Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” спектакле “Арлекин” Рәсәй милли театр премияһы лауреаты була. З. Биише­ваның “Тылсымлы ҡурай” драматик легендаһы профессиональ театрҙар араһында үткәрелгән “Ҡолонсаҡ” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спектаклдәрҙең 1-се республика фестивалендә гран-при яулай.
Юлай Хәмит улы башҡорт мәҙәниәтен Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ихлас таныштыра. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә килгәс, ул меңдәрсә тамашасы көтөп алған “Сәң­гелдәк”, “Алтын тирмә” тапшырыуҙарын би­ҙәүҙә лә әүҙем ҡатнаша, “Ашҡаҙар” ра­диоһының моң даръяһын тулыландыра.
Шулай ҙа йырҙар авторы булып популярлыҡ яулай Юлай Үҙәнбаев. Уның ғәжәйеп бер алымы — халыҡ йырҙары милизмына таянып көй яҙа алыуы, минеңсә. Сәнғәтте йылдар менән баһаламаһалар ҙа, 30 йылдан ашыу тәжрибә туплаған, ошо арауыҡта үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы музыкант һәм композитор булып танылған ул. Ул ижад иткән йырҙарҙы Ф. Килде­йәрова, Ф. Бикбулатов, Н. Ҡадирова, С. Фәтхетдинов, Ғ. Сафин, А. Ғәлимов һымаҡ билдәле сәнғәт әһелдәре башҡарыуы менән дә бәхетле кеше Юлай Хәмит улы.
“Исемеңде hалдым йырҙарға” исеме аҫтында ете аудио һәм видео йыйынтығы донъя күргән. Музыка донъяһында ғына йәшәгән, ете нотанан илаһи әҫәрҙәр тыуҙыра алған көй яҙыусының һәр һүҙендә тәрән мәғәнә ятҡан шиғырҙарҙан тоҡанып, халыҡ үҙ итер йырҙары күптер әле.

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: