Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
9 Апрель 2022, 11:35

Беҙ уның һуҡырлығын аңламаныҡ та хатта

Йәй кинәнеп беҙ һыу индек, балыҡ ҡармаҡланыҡ. Ауырға тура килһә лә, ул да беҙҙән артта ҡалманы. Йылдар уҙҙы, уҡырға барырға ваҡыт етте. Атай уны Өфөләге һуҡырҙар өсөн интернатҡа алып барҙы.

Беҙ уның һуҡырлығын аңламаныҡ та хатта
Беҙ уның һуҡырлығын аңламаныҡ та хатта

Ул көй яҙған йырҙар радио, телевидение эфиры аша көн һайын моңсолдар күңеленә ашҡына. Уның йырҙары менән башҡорт эстрадаһы үҙенең яңы үрҙәренә артылды. Үҙе иҫән сағында уҡ башҡорт профессиональ йыр сәнғәтендә тотош бер йүнәлеш булдырған композитор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың ижади ҡаҙанышы, фиҙакәр ҡаһарманлығы тураһында бик оҙаҡ һөйләргә була. Уның хаҡында киләсәктә лә замандаштары күреп белгән, йырҙарына ғашиҡтар үҙ фекерҙәрен әйтер, мәҡәләләр яҙыр, фәнни яҡтан өйрәнер.
Ә бөгөн гәзит уҡыусыларға уның яҡындарының хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ. Туғандарса мөнәсәбәттә ниндәй кеше булған һуң Салауат Әхмәҙи улы? Әйҙәгеҙ, бергәләп иҫтәлектәр донъяһына сумайыҡ.
Ғәли Әхмәҙей улы, ағаһы:
– Салауаттың бала сағы ғаиләбеҙҙәге башҡа балаларҙыҡы кеүек үк үтте. Нисек кенә теләһәк тә, артыҡ шатлығы ла, туҡлығы ла тәтемәне. Шулай ҙа рух юғарылығынан мәхрүм түгел инек.
Йәй кинәнеп беҙ һыу индек, балыҡ ҡармаҡланыҡ. Ауырға тура килһә лә, ул да беҙҙән артта ҡалманы. Йылдар уҙҙы, уҡырға барырға ваҡыт етте. Атай уны Өфөләге һуҡырҙар өсөн интернатҡа алып барҙы. Тәүге осорҙа нисек өйрәнеп киткәнен күҙ алдына килтерәм мин, еңелдән булмағандыр, әммә ялға ҡайтҡанында тәьҫораттары ташып торор ине. Ундағы көн тәртибен, ял мәлдәрен, дәрес­тәрҙе һөйләне. Ике-өс йыл уҡыуҙан һуң мәктәптә музыка йүнәлештәре барлыҡҡа килде.
Миндәктә беҙ йәшәгән урамда бер егет баянда уйнай ине. Кистәрен иһә уның тирәһендә төрлө йәштәгеләр йыйыла торғайны. Ә 3-4-се кластан һуң бер ҡайтҡанында Салауат та ҡулына баян алды. Бәләкәй булғанлыҡтан, баян артынан башы ғына тырпайып күренде. Бына ул “Сиртаки” тигән грек бейеүен уйнай башланы. Мин бейеп ебәрҙем. Барыһына ла шул тиклем оҡшаны, хатта Салауаттың уйнауын, минең бе­йеүемде ҡабат-ҡабат һоранылар.
Музыка мәктәбендә, училищела уҡыға­нында ул уҡытыу­сы­лары, тәрбиәселәре М.Ғ. Мырҙа­баев, Д.М. Таһиров, И.А. Пеняев, Н.Н. Ивановтар тураһында ҙур ихтирам менән һөйләне. Хол­ҡонда маҡсатҡа ынтылыш, эш­һөйәрлек, намыҫлылыҡ булды. Танылыу алған көйҙәр яҙҙы.
Шулай бер күрешкәндә Салауат минән: “Көйҙө башҡортса яҙырғамы, әллә руссамы?” – тип һораны. Мин башҡортса яҙырға кәңәш иттем. Был йәһәттән ул туған телен камиллаштырҙы, төптәнерәк өйрәнде. Шулай итеп яңынан-яңы йырҙары, “Ай тотолған төндә” операһы кеүек етди әҫәрҙәре барлыҡҡа килде. Күпме көс түгелгән! Салауат ныҡышмалы эшләне, ләкин уға ҡамасаулаған мәлдәр ҙә булды. Ғаиләләге ыҙғыш, айырылышыу кеүек проблемалар ҙа урап үтмәне үҙен.
Аныҡ ҡына иҫләмәйем, 1974 йылдамы икән, әллә 1975 йылдамы, Одессаға барырға бул­ғайныҡ. Ул заманда ундағы Филатов исемендәге күҙ ауырыу­ҙары ғилми-тикшеренеү институты илебеҙҙә иң көслөһө ине. Салауат операцияға, дауала­ныуға, күреү һәләтенең ҡайты­уына өмөт итә ине.
Йәйге эҫе көндәр. Йылы яҡҡа барырға теләүселәрҙең һаны ла байтаҡ. Билет табыу ҡатмарлы. Бына беҙ, бер поездан икен­сеһенә күсеп ултырып, барып та еттек һәм ҙур ауырлыҡ менән табипҡа эләктек. Тик тикше­ренеүҙең һөҙөмтәһе ҡыуандыр­маны: күҙ нервылары һулыған, дауаланмай. Хөкөм сығарылған, әммә артабан йәшәргә кәрәк ине. Һәм ул йәшәне, намыҫлы һәм лайыҡлы йәшәне!
Һуңғы арала, бигерәк тә 2013 йылдың июнендә арыуы тура­һында әйтер булды. “Мин һине шундай яратам!” операһын яҙған ваҡыт. Эште ситкә һалып торорға кәңәш иттем. Тик ул “Башлаған ғәмәлде аҙағына еткерергә кәрәк” тип һүҙемә ҡолаҡ һалманы...
* * *
Йомаҙил Әхмәҙей улы, ҡустыһы:
– Ғаиләбеҙҙә һигеҙ бала инек. Мин иһә Салауат ағайҙан ике йәшкә генә кесе булғанлыҡтан, бергә уйнап үҫтек, ҡайғы-шатлыҡты ла бергә кисерҙек. Ниҙәр генә булманы. Бер мәл утын ярып маташ­ҡанында, яҙа һуғып тубығына ла эләкте. Һыу ингәндә бата яҙғаны ла булды. Өләсәйҙә сәй эсеү буйынса бәйгеләр ҙә уҙғарҙыҡ.
Һуңғараҡ ул Өфөгә уҡырға китте. Унда Салауат ағай музыка менән шөғөлләнә башланы. Алтынсы класта атай уға баян һатып алып бирҙе. Башҡаларға ҡамасауламаҫ өсөн ул төндәрен иҫке өйөбөҙҙә шөғөлләнде. Радиоһы ла булды уның. Яңылыҡтар, хоккей, футболды шунан тыңланы. Бах, Чайковский, Шостакович көйҙәренә ҡолаҡ һалды. Йылдар менән музыкаға нығыраҡ ылыҡты. Поезда юл буйына уйнап, йырлар булды. Барыһы ла уға ҡушылып көйләр ине. Уҡыусы ғына булһа ла, мәк­тәпкә сығыш яһарға саҡырҙылар Салауат ағайҙы. Һуңғараҡ мәҙә­ниәт йортонда вокаль-инструменталь ансамбль ойошторолдо.
Бер заман барыбыҙ ҙа ғаиләле кешеләр булып киттек. Атай-әсәй мәрхүм булғас та, тыуған йортта йышыраҡ осрашырға тырыштыҡ. Салауат ағай барыһына ла ярҙам итергә ынтылды. Миңә лә өй һалышыуҙа ҙур булышлыҡ күр­һәт­те. Ә уға ҡунаҡҡа барғанда, Өфө урамдары буйлап экскурсиялар ойошторҙо.
80-се йылдар айырыуса иҫтә. Һәр экскурсовод та ҡала менән уның кеүек таныштыра алмаҫ ине. Троллейбуста, авто­буста, трамвайҙа йөрөнөк, һәр магазин, һәр туҡталыш тураһында ихлас һөйләр ине...
* * *
Асия Әхмәҙей ҡыҙы, апаһы:
– Миңә – ололарына икенсе әсәй булырға тура килде. 15 йәш үҙемә, ә балалар дүртәү берсә. Ҡараным. Салауат тәүҙә күргән кеше кеүек ине. Беҙ уның һуҡырлығын аңламаныҡ та хатта. Бер көн күрше инәй беҙгә инде, туғаныбыҙҙы ҡулына алып уйнай башланы, ә һуңынан: “Мәскүрә, ул күрмәй бит”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Әсәй ышанманы: “Булыуы мөм­кин түгел!” Әлбиттә, беребеҙҙең дә быға ышанғыһы килмәне. Һуң үҙе күңелсәк һәм шуҡ, гел йылмая һәм һирәк илай...
Үҫә биргәс, ҡыҙыҡһыныусанға әйләнде Салауат, күп һорауҙар бирҙе. Өфөгә уҡырға барыу тураһында баш ватып торманы, шунда уҡ ризалашты. Ә музыка мәктәбенә ингәс, баян кәрәк булып китте. Ғаилә ҙур, атай үҙе генә эшләй. Шул саҡ “Ҡайҙан аҡса алырға?” тигән һорау тыуҙы. Үгеҙҙе һуйып һатырға ҡарар иттек һәм шулай эшләнек тә. Салауат ныҡ ҡыуанды. Баяны ла үҙе хыялланғанса биш рәтле һәм концерт өсөн ине. Ә бер аҙҙан ялдарға ҡайтҡанында дуҫтарын үҙенең йырҙары менән ҡыуандыра башланы...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: