Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
9 Июль 2022, 15:27

Бөркөт осҡанда һынала

Мин ғүмеремде яратҡан ирем – Мусаға ғына бағыш­ланым. Осоштарҙан ҡайтып, ишекте яба ла: “Йортоң­да яратып, көтөп ҡаршы алған кешең булыу – үҙе ҙур бәхет”, — тип күҙемә ҡарап йылмая ине, – ти тормош иптәше Галина Александровна. Муса Ғайса улын дуҫтары, туғандары, яҡындары, ауылдаштары йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

Бөркөт осҡанда һынала
Бөркөт осҡанда һынала

Илеш районының данын йыраҡ­тарға таратҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ, летчик, Башҡорт­остандан сыҡҡан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулды. Эйе, һуғыш тамамланыуға инде ете тиҫтә йыл ваҡыт үтеп бара, әммә батырҙа­рыбыҙ онотолорға тейеш түгел.



Муса Ғайса улы Иләкшиҙе ауылында донъяға килгән. Уның ата-әсәһе ер эшенә мөкиббән киткән крәҫтиәндәр булған. Ғөмү­мән, елдәт башҡорттарына ҡараған иләкши­ҙеләр элек-электән игенселек менән шө­ғөл­ләнгән.
«Крәҫтиән хеҙмәтен бик иртә татыным. Атайым мине баҫыуға бәлә­кәй генә сағымдан үҙе менән алды. Таң атыр-атмаҫ уҡ тора ла оҙон яллы Сулпанды егә һәм минең уянғанды көтә... Ата-әсәйем эшләр­гә яратты. Ба­ҫыуҙа улар һөйләшмәй ҙә, ял да итмәй ине», – тип яҙа Муса ағай үҙе­нең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» тигән иҫтәлектәр китабында.
1929 йылда Гәрәевтәр ғаиләһе Таш­шишмә ауылына күсенгән. Кеше ҡулы теймәгән урман-һыуҙар, яландар, ер ҡуйы­нына һыйын­ған таштар араһы­нан урғылған шишмә... «Шишмә бер соҡор­ҙоң таштары араһынан урғыла, ә һыуы көҙгө һауа шикелле саф һәм һалҡын. Бында ер еләге ашағандан һуң шишмә ситенә ятып оҙаҡ-оҙаҡ уның һыуын эсәбеҙ, тик тештәр сатнаған­дай булып тойолғас ҡына ­туҡ­­тай­­­быҙ», – ти Муса Ғайса улы, уны һағы­нып. Ташшишмәнең тирә-яғы әле лә матурлығын ташламаған, ожмахҡа тиң.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халҡының ҡаһарман улы, 250-гә яҡын осош яһап, дошманды тар-мар итеүҙә батырлыҡ күрһәткән. Яҡташы­быҙ хеҙмәт иткән 76-сы авиаполктың ул етәкселек иткән хәрби осоусылар төркө­мө немецтарҙың 138 самолетын, 133 автомашинаһын, 76 танкын, 21 бронетранспортерын һәм үҙйөрөшлө ору­дие­һын, 30 батареяһын юҡҡа сығарған. Һуғыштан һуң Муса Ғайса улының тормош юлы хәрби-транспорт авиация хеҙмәтендә үткән, ул унға яҡын яңы самолет үҙләштергән, иң ауыр маршрут­тарға юл һалған.
1965 йылдың октябренән ДОСААФ-тың Башҡортостан республика өлкә комитеты рәйесе вази­фаһын башҡарған. Шулай уҡ депу­татлыҡ эшен дә алып барған. Ябай кешеләр уға дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек эҙләп килер булған.
– Муса хәрбиҙәрсә тура һүҙле, етди кеше ине. Һуғышта уға күпкә еңелерәк булды. Һуғыш – ул хеҙмәт. Ауыр хеҙ­мәт. Тыныс тормошта иһә дипломат бу­лыу, ялағайлана белеү кәрәк. Муса кеүек тура һүҙлеләрҙе ­яратып бөтөр­мәйҙәр, ундайҙарға йәшәү бик ҡыйынға тура килә. Мин ғүмеремде яратҡан ирем – Мусаға ғына бағыш­ланым. Осоштарҙан ҡайтып, ишекте яба ла: “Йортоң­да яратып, көтөп ҡаршы алған кешең булыу – үҙе ҙур бәхет”, — тип күҙемә ҡарап йылмая ине, – ти тормош иптәше Галина Александровна. Муса Ғайса улын дуҫтары, туғандары, яҡындары, ауылдаштары йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.
Тәбиғәт ҡануны шулай: кеше ғүмере сәскәнеке шикелле, яҙын тирә-яҡҡа йәм биргәндәй тойола ла, күп тә үтмәй, орлоҡ ҡойоп, ергә һыйына. Үҙеңдән һуң һинең ғүмереңде дауам иттерерлек кеше ҡалһа, тимәк, бушҡа йәшәлмәгән.
Муса Гәрәевтең тиңһеҙ батырлығы тура­һында үҙенең иҫтәлектәре китабынан башҡа ла бик күп яҙылды. Әммә бер генә китап та, айырым очерк та ҡаһарман­дың шәхси әйберҙәре һаҡлан­ған музейҙы алмаштыра алмайҙыр. Илештә улар икәү: район үҙәге Үрге Йәркәйҙә һәм тыуған яғы Ташшишмәлә. Музейҙар хәрби-патриотик тәрбиә биреү бурысын намыҫ менән үтәп килә.
Үрге Йәркәйҙәге музей фондында бөгөн 3800-ҙән ашыу экспонат иҫәп­ләнә. Бинаның беренсе ҡатында герой­ҙың Ташшишмәләге һәм һуғыш­тан һуң Өфөләге тормошо сағылыш тапҡан. Икенсе ҡатты «Аэродром» тип атаған­дар. Залдың түшәме күк йөҙөн хәтер­ләтә, унда геройҙың «Ил-2» самолеты “осоп” бара. Бында заманса техник саралар ярҙамында Муса Гәрәевтең «Штурмовиктар һөжүмгә бара» китабы буйынса төшөрөлгән фильм күрһәтелә. Залда осоусы-штур­мовиктың һу­ғыш, һуғыштан һуңғы йылдарын тасуир­лаған фотоһүрәттәр, до­кумент­тар, уның шәх­си кейемдәре, кәрәк-яраҡтарынан төҙөлгән экспозициялар урын алған. Уларҙы ҡарап, документтар менән танышҡас, легендар осоусы тураһында бик күп яңы мәғлүмәт беләһең. Музей хеҙмәт­кәрҙәренең даими эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ул тулылана бара. Фидан Мәрүәров, Муса Ғайса улының яҡында­ры менән аралашып, архивтарҙа эҙләнеп, Герой­ҙың атаһы менән әсәһе яғынан шәжәрәһен төҙөй, һәм ул бөгөн лайыҡлы урын алып тора. Музей ихата­һындағы «Ан-2» самолетына ла экскурсиялар ойошторола. Хәйер, бы­ны үҙегеҙ ҙә килеп ҡарай алаһығыҙ. Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәрҙе алып барыу кәрәк унда.
Оҙон һуғыш юлын үткән яҡташыбыҙ тураһында яҡты хәтирәләр күңелдә мәңге һаҡланырға, иҫтәлектәр быуын­дан быуынға тапшырылырға тейеш. Яҡташыбыҙ Муса Гәрәев кеүек шәхес­тәр быуатҡа берәү тыуа. Киләсәк быуын­ға Бөйөк Ватан һуғышы вете­ранының тормош юлын еткереү — беҙҙең бурыс. Бары тик үткәнен белгән халыҡтың ғына киләсәге бар.

Элина ҒИЛМУЛЛИНА. 

Архив, 2014.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: