Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
26 Июль 2022, 16:20

Ғәли ХӘСӘНОВ тыуған көнөн билдәләй

Ғәли Әхтәр улы  20 йылдан ашыу Татарстанда башҡорттарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Уҙаманды тыуан көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Ғәли ХӘСӘНОВ тыуған көнөн билдәләй
Ғәли ХӘСӘНОВ тыуған көнөн билдәләй

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Татарстан республикаһы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе, күп профилле "Реабилитация" клиникаһының баш табибы, кардиолог Ғәли Әхтәр улы Хәсәнов Әбйәлил районы Ишкилде ауылында донъяға килә. 

 “Беҙҙең автономия 20 йылдан ашыу башҡорттарҙың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Күп йылдар йәштәрҙең ҡеүәтен, мәҙәниәттәр диалогын асыуға йүнәлтелгән “Дуҫлаш! Хыяллан! Ижад ит!”, “Бергә беҙ берҙәмбеҙ” тигән проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Улар халыҡта хуплау таба. Былтыр декабрҙә ҙур проектты – “Заман Рәсәйендә милләт-ара мөнәсәбәттәр: хәл итеү мәсьәләләре һәм юлдары” ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрҙек. Унда Рәсәй телдәрен, халыҡтар мәҙәниәттәрен һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Хәҙер беҙҙең Башҡорттарҙың федераль автономияһы бар. Берлектә тағы күп яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ”, – ти Ғәли Хәсәнов.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: