Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
7 Сентябрь 2022, 10:55

Тынғыһыҙ йөрәк

Айса аҙ ғына ваҡытҡа вокзалға килергә форсат таба. Нисек тә ғаиләһен был мәхшәрҙән йолоп алырға, балаларын һаҡларға кәрәк. Шуға ла политрук, бер автомашина шоферы менән һөйләшеп, вокзалдан кире өйҙәренә яҡындарын оҙата.

Тынғыһыҙ йөрәк
Тынғыһыҙ йөрәк

Вил ағай Өмөтбаев менән танышып, йышыраҡ күрешә башлағас, былай тинем: “Бар бит һоҡланғыс кешеләр, бар бит халҡыбыҙҙың аҫыл улдары, ғүмерҙәре йәштәргә өлгө булырҙайҙары!” Улар өгөт-нәсихәт тә уҡымай — тормоштары үҙе ҙур мәктәп. Әйткән һүҙҙәре аҡһаҡалдарса — сәп-күңелдең нескә ҡылдарына барып етә лә уйланырға мәжбүр итә. Сәсәндең думбыраһындағылай ошо ҡылдарҙы сиртә.
Вил Өмөтбаев — техник фәндәр докторы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, Рәсәйҙең Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник хеҙмәткәре, бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетының геология кафедраһы профессоры... Һанай китһәң, осона сығырлыҡ түгел. Иң мөһиме — һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлап, тормош юлынан ары атлағанда ла тынғыһыҙлығы, хәрәкәтсән булыуы һоҡландыра, оптимистик ҡарашы иртәгәһе көнгә дәрт, сәм өҫтәй. Айҙай ҡараңғылыҡты яҡтыртыр, заман ығы-зығыһын еңер өсөн генә лә уның һымаҡ ағайҙарҙы — ир уҙамандарын Хоҙай үҙе Ер йөҙөнә ебәрәлер.
Ваҡытында миңә Вил Өмөтбаев тураһында “Тынғыһыҙ йөрәк” тигән очерк яҙырға тура килгәйне. Ошо арала Вил Айса улының үҙенең ижадын (ғилми эштәрҙән тыш) байҡап, баҫмаға туплау бәхете тейҙе. Был сағында техник фәндәр докторы икенсе яҡтан — журналист булараҡ асылды. Вил ағай — республикала ғына түгел, нефть-газ сығарыу, эшкәртеү хеҙмәткәрҙәре араһында Рәсәйҙә билдәле шәхес. Ғилми эштәре киң танылыу алған. Әҙәбиәтте яратыуы, журналистикала танылыуы иһә күңел кәрәҙенең мөлдөрәмә тулы булыуы тураһында һөйләй. Һуңғы ике йылда Өмөтбаев бер-бер артлы “Ғүмер юлдары”, “Хәтирәле сәйәхәт” тип аталған, мәҡәлә һәм юлъяҙмаларҙан торған ике китап сығарҙы.
Вил Өмөтбаев — “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫы. Нефть һәм газ сәнәғәте, хеҙмәттәштәре, халҡыбыҙҙың шәхестәре тураһында мәҡәләләре, һүрәтләмәләре баҫылып тора. Үҙе әйтмешләй, иҫ белгәндән бирле гәзиттән айырылғаны юҡ. Хатта Алжирҙа — алыҫ Африка илендә сағында ла (1979 — 1982 йылдар) “Совет Башҡортостаны” гәзитен, “Ағиҙел” журналын илселек аша алдырып уҡый. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә даими авторыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, “Тынғыһыҙ йөрәк” тигән очерктан әсәһе тураһында өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

“Балаларҙы ғына һаҡла...”

“Полуторка” кабинаһы тупһаһына оҙаҡ баҫып бара политрук. “Балаларҙы һаҡла, Нәсиха, балаларҙы-ы...” — һикереп төшөп ҡалғанда һуңғы һүҙҙәре ошо була. Моғайын, аҙаҡ: “Эх, Днепрҙы ғына сығып етә алһындарсы, Днепрҙы-ы...” — тип тә теләгәндер. Кем белә. Шуныһы, машина күперҙе сығып ике көн дә үтмәй, фашист ҡоҙғондары уны бомбаға тота. Өс көндән иһә беҙҙең частар биләгән ерҙәр нимес ҡулында ҡала...
Юҡ, кинонан өҙөк тә, яҙыусы фанта­зияһы ла түгел ул. Был ысынбарлыҡ. Көнбайыш Украина ерҙәренә фашист итеге иң тәүҙә баҫа. Һуңынан ғына: “Һуғыш сығырын һуңғы сиккә тиклем белмәгәндәр”, — тип тарих битенә яҙыласаҡ. Асылда иһә төрлө диверсиялар булып, йәғни ҡабатланып торған. Польша яғынан сығыусылар ҙа ниместең көстәре ил сигендә булыуын еткергән. Беҙҙең разведка ла хәбәр иткән. Шуға ла Станислав өлкәһенең Долина ҡалаһында хеҙмәт иткән офицер Айса Өмөтбаев һуғыш алды айҙарында өйөнә бик һирәк ҡайта башлай. Тәүлектәр буйы күнекмәләр үтә, дежур­стволар йыш ҡабатланып тора.
— Айса, ниңә ҡайтып та инә алмайһың һуң? — тип хафалана Нәсиха.
Билдәле, Германия менән килешеү булғас, барыһы ла хәрби сер итеп һаҡлана. Хәйер, кешеләр араһында имеш-мимеш күптән йөрөй, хатта байтағы һуғыш булырына шикләнмәй ҙә башлай. Алдан ғаиләләрен ата-әсәһенә, туғандарына оҙаталар, булған мөлкәттәрен тейәп ебәрәләр. Айса ла хәүеф сығырын һиҙә. Тик, намыҫлы офицер булараҡ, ҡатынын, күрше-күләнен паникаға бирелмәҫкә саҡыра. Нәсиханы һуңғы сиккә тиклем тынысландыра:
— Борсолма, күнекмәләр бөтһә, көн буйы һеҙҙең эргәлә булырмын, — ти.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Айса һуңғы тапҡыр өйөнән 21 июндә сығып китә. Уйсан була. Хушлашҡанда һөйгәнен ҡосоп үбә. Нәсиха ниндәйҙер хәүеф барлығын һиҙә. Ире элек бер генә лә улай хеҙмәтенә ашыҡмай. Әле иһә, әйтерһең, кире ҡайтмаҫҡа китә. Ниҙер әйтергә теләгән дә һымаҡ була, тик:
— Бер үк борсолма, йәме. Эх, һеҙҙе элегерәк ауылға оҙатырға булған, — тип кенә көрһөнә.
Һуңынан былай тип өҫтәй:
— Кем белгән инде... Йә, ярай, барыһы ла яҡшы булыр. Балаларҙы ғына һаҡла...
Ишек ябыла. Нәсиха быуынһыҙ булып ултырып ҡала — йөрәге урынында түгел. Үҙе менән бергә алып килгән апаһының ун йәшлек ҡыҙы Сәриә уны тынысландырырға тырыша:
— Нәсиха апай, ҡуй, илама, — ти ул, ҡатындың күҙҙәренән йәш эркелеүен күреп.
Нәсиха барып, төшөндә йоҡо баҙары кәштәләренән “мәмәй” эҙләп йөрөгән өс йәшлек Вилдең өҫтөнә яба, ун айлыҡ Ленаның башынан һыйпай.
— Барыһы ла һәйбәт булыр, сабыйҙарым. Барыһы ла... Атайығыҙ нисек әйтте, шулай булыр...
22 июнь. Таң һарыһы ла бөтөп өлгөрмәгән, ниңәлер көнбайыш яҡлап офоҡ ҡып-ҡыҙыл булып тора. Туҡ-туҡ-туҡ... Ишек ҡағалар. Дөп-дөп... Был юлы тибәләр.
— Ыстаҡ, кем булыр икән? — Өҫтөнә халатын һалып, Нәсиха ишеккә килде. — Кем бар унда?
— Нина, Нина! Ас, был мин — күршең, — ти тыштағы тауыш.
Нәсиха келәне тартты. Шуны ғына көткәндәй, күрше ҡатындың ялбыр башы күренде, күҙҙәре ҡурҡыуҙан аларған, йөҙө ағарған, элекке ҡып-ҡыҙыл ирендәре зәңгәрләнеп-күгәреп киткән.
— Ни-нимә булды-ы? Айса менән берәр хәл булмағайы, — тип борсолдо Нәсиха.
— Бөтәһе менән дә булды, Нина. Һуғыш сыҡҡан. Ирҙәрҙе фронтҡа оҙаталар. Беҙгә тиҙ генә вокзалға төшөргә ҡуштылар. Йәһәтерәк бул, балаларҙы кейендер ҙә, әйҙә, йүгерҙек. Төйөнсөгөңә бер аҙ ғына аҙыҡ һал...
Нәсиха бер ни аңламаны. Шулай ҙа мейе һырҙары буйлап: “Тиҙ бул, ҡабалан, балаларҙы ҡотҡар!” — тигән уй үтте. Иренең киткәндәге һүҙҙәре иҫенә төштө: балаларҙы һаҡла...
Күкрәгенә ҡыҙын ҡосоп, бер яғына Вилде етәкләп, икенсе ҡулына бәләкәй сумаҙанын тотҡан Нәсиха йүгерешкән ҡатын-ҡыҙ артынан төшә. Эргәһендә апаһының ҡыҙы төйөнсөгөн һөйрәп тигәндәй йүгерә-атлай. Элегерәк ҡала ситендәге вокзал эргәлә генә һымаҡ күренһә, әле барып етерлек түгел. Етмәһә, төрлө уйҙарҙан ҡатындың башы шаңҡыған, тамағына табан үрмәләгән төйөр тынын ҡыҫа.
Вокзалдың эсендә генә түгел, тышында ла мәхшәр. Кемдер ҡысҡырып яҡындарын эҙләй, кемдәрҙер хәле бөтөп стенаға һөйәлгән. Өмөтһөҙлөк, төшөнкөлөк, ҡурҡыу — барыһы бергә ҡушылып, йөҙҙәренә сыҡҡан. Ҡайҙа барырға? Ни эшләргә? Береһендә лә икенсеһенең эше юҡ. Кисә генә күбеһе сит-ят ҡалала бер-береһенә туғандай инеләр, әле килеп ашарҙай булып ҡыланалар. Этешәләр, төртөшәләр. Һәр ҡайһыһы көнсығышҡа табан аҙ ғына булһа ла ара китергә, бындағы мәхшәрҙән ҡотолорға теләй. Үҙ-үҙеңде һаҡлау тигән ғәләмәт ҡандарында урғыла ла баштарында бер генә уй ойоша: мин генә ҡалмайым, балаларым ғына тороп ҡалмаһын.
Нәсиха ла сабыйҙарын ҡосҡан, Сәриәне етәкләгән. Был сағында уға бер ни кәрәк түгел: ошо балаларҙы ғына һаҡлаһын Хоҙай, тип теләй. Политрук ҡатыны булһа ла, үҙе коммунистик юғары уҡыу йортоноң комсомол бүлеген тамамлаһа ла, бындай саҡта кеше тәбиғи асылына ҡайта икән — Аллаһы Тәғәләгә һыйына, ярҙам һорай.
— Нәсиха-а! Нәсиха!
Бәй, уға өндәшәләр түгелме? Әллә һаташа инде, ире Айсаның тауышы лаһа! Юҡ, һаташмай ҡатын. Айса аҙ ғына ваҡытҡа вокзалға килергә форсат таба. Нисек тә ғаиләһен был мәхшәрҙән йолоп алырға, балаларын һаҡларға кәрәк. Шуға ла политрук, бер автомашина шоферы менән һөйләшеп, вокзалдан кире өйҙәренә яҡындарын оҙата.
Улар бер аҙ аҙыҡ, кейем алып, башҡа хәрби ғаиләләре менән Миргородҡа алып барған машиналарға эләгергә тейеш. Унда бер аҙ тынысыраҡ. Һәр хәлдә, поезға ултырып китерлек. Бына ошонда — вокзалда — Ҡыҙыл Армия офицеры Өмөтбаев ғаиләһе менән мәңгелеккә хушлаша ла инде. Һөйгәнен, балаларҙы кабинаға ултырта ла үҙе машина тупһаһына баҫып бара. “Балаларҙы ғына һаҡлай күр, Нәсиха”. Ошо була һуңғы һүҙҙәре. Ә ҡараштары, ҡараштары-ы... Ах, ғүмере буйы онотмаясаҡ уларҙы ҡатын: мөлдөрәмә тулы һағыш та, ялбарыу, үтенеү ҙә бар.
Шул саҡта Нәсиха нисек итеп үҙен иренең, үҙенең уны яратыуына тағы бер тапҡыр инана. Был хисте китапҡа яҙып бөтөрөп тә, аңлатып, йыр-һағышҡа һалып та булмай. Уны тойорға, тағы бер тапҡыр кисерергә генә мөмкин. Беҙҙең халыҡта аҙым һайын “яратам” тип сөсөләнеү юҡ. Әммә ошо ҡайнар тойғо саҡрымдар, йылдар аша һыуынмай. Ярты быуат үткәс тә, Нәсиха уның ҡайнарлығын һис юғалтмаясаҡ, мөхәббәт менән мөлдөрәмә тулы күңелен һуңғы минуттарына саҡлы, ожмах түрендә һөйгәне менән осрашҡансы һаҡлаясаҡ.
Миргород әллә ни ҙур ҡала түгел. Хәйер, эш ҙурлыҡтамы ни, бында тимер юл станцияһы бар. Урал тарафтарына — Магнитогорск ҡалаһына литер (юл йөрөргә, аҙыҡ пайына бушлай рөхсәт) алған. Уларҙы бер мәктәп бинаһына урынлаштырып торалар. Етмәһә, Миргородҡа юлда ултырған ЗИС-5 машинаһы, ғөмүмән, колонна бомба аҫтына эләгә. Ярай әле шофер тәжрибәле, машинаһын нисек тә уттан алып сыға. Ҡатындарға таралып ергә ятырға, иген араһына һибелергә ҡуша. Аҙыҡ та бөтә. Ҡайҙа консерва банкаһы, ҡайҙа башҡа һауыт тотоп һыу алып килеүен-киләләр, тик балалар ас. Сабыйҙарға ҡот осҡос һуғыш сығыуын, атайҙарының утлы өйөрмә эсендә ҡалыуын, ни өсөн “мәмәй” генә түгел, хатта ҡатҡан ҡара икмәктең дә бөткәнлеген аңлатып ҡара. Ярай әле мәрйә ҡатындары бар, улар нәҙек кенә теленгән сало киҫәге бирҙеләр, шуларҙы булһа ла Вил менән Лена супылдатып һура. Сәриә: “Мин бит инде ҙур, ибет, апай”, — тип сер бирмәгән булһа ла, күҙҙәре әлеге сало киҫәгендә.
Бына поезд. Этешеп-төртөшөп, саҡ кәрәкле урынға ултыралар. Тышта иһә мәхшәрҙең мәхшәре: бер-береһенең башына менерҙәй булып талашалар, кемдер икенсеһенең яғаһын айырып төшөрә, өсөнсөһө ишеккә йәбешергә аҙаплана, тәҙрәгә устары менән һуғалар — ялбарыулы, өмөтһөҙ ҡараштарын эстәгеләргә төбәгәндәр...
Яй ғына, саҡрым артынан саҡрымдарҙы һанай-һанай поезд көнсығышҡа табан бара. Тиҙерәк, тиҙерәк кәрәк ине лә... Юҡ, шул. Эстәгеләргә ул ҡала трамвайы шикелле бик аҡрын йүнәлгән, аҙым һайын туҡтаған һымаҡ...
Фиү-ү... Ба-ба-ахх... Был ни ғәләмәт? Ҡапыл эшелон туҡтап ҡала. Вагондағыларҙың ҡайһыһы коридор буйлап тәгәрәй, баштарын бәрә, өҫтәгеләр ҡолап төшә. Ҡысҡырыш, сыр-сыу...
— Бомбаға тоталар, бомба-ға...
— А-а... Ҡотҡарығыҙ, ҡыҫылып ҡалдым...
Ярай әле Нәсихаларҙың урыны ишеккә яҡын. Ҡатын тиҙерәк балаларҙы эләктерә һала ла алдан сығыусыларҙың артынан эйәрә. Бер баҫҡысҡа баҫып өлгөрәме-юҡмы, аҫҡа табан тәгәрәй. Нисек тә ҡулындағы сабыйҙарын ғына ысҡындырмаҫҡа кәрәк, улар ғына кеше аяғы аҫтында ҡалмаһын. Ә апаһының ҡыҙы ҡайҙа?
— Сәриә?! Сәриә-ә...
Ишетә буламы һуң ҡыҙыҡай: мәхшәрҙең мәхшәре ҡупты, гөрһөлдәп, сыйылдап бомбалар ярыла, кемдер ҡолай, кемдер өҫкә баҫа яҙып килә, абына, һөрлөгә, ҡолай...
— Сәриә-ә... — Нәсиханың хәле бөтә. Күкрәгенә ике балаһын ҡосоп, ул да башҡалар артынан йүгерә. Бына иген баҫыуы. Барыһы шунда — ҡуйы булып үҫкән иген араһынан ышыҡ эҙләй. Әйтерһең, фашист ҡоҙғоно өҫтән күрмәй. Төйлөгәндән ҡасҡан себештәрҙе, ҡаҙ бәпкәләрен хәтерләтә бит улар. Уның һайын әйләнеп килгән самолет бомба ташлай, пулеметтан ҡурғаш яуҙыра.
— Апа-ай...
Бәй, башҡортса өндәшәләр түгелме? Сәриә бит был, Сәриә! Тик ҡайҙа ҡысҡыра һуң ул? Ҡатындың башы зыңҡыған, бер ни аңларлыҡ хәлдә түгел. Вил менән Лена бер туҡтауһыҙ илай, күҙҙәре шарҙай булып асылған, һындары ҡатҡан. Кемдер төртә түгелме? Эйе, итәгенә йәбешкән бит. Бәй, Сәриә ләһа! Уф-ф... Нәсиха иҫһеҙ булып йығыла. Күпме ятҡандыр, аңына килгәндә Вил уның битен һыйпай.
— Ма-ма-а, ма-ам, — ти сабый руссалап. — Ма-ма-а...
Әсә кеше күҙҙәрен аса. Тынлыҡ. Сәйер тынлыҡ. Тик һауаға үрләгән төтөндәр генә болоттарға ҡушылып ер йөҙөнә күләгә япҡан. Кескәй генә сабый усына бер нисә бойҙай бөртөгө йомған.
— Мам-ма... Мәм-мәм...
Ҡыҙы иһә ирендәрен супылдата-супыл­дата күлдәге иҙеүен тартҡылай — уға ла “мәмәй” кәрәк. Ҡатындың башы сатнап һыҙ­лай, ваҡыты-ваҡыты менән мейеһен ниҙер телеп үткәндәй — ныҡ ауырта. Йә, Хоҙай, шундай афәттән дә алып ҡалдың икән, юҡҡа түгел. Тимәк, балалар хаҡы бар. Ошо сабыйҙар өсөн генә булһа ла то­рорға, йәшәргә кәрәк. Теште ҡыҫып түҙергә кәрәк. Шул саҡ иренең һүҙҙәре ишетелгәндәй, асыҡ тәҙрәнән кабинаға баҡҡан йөҙө күренгәндәй була: “Балаларҙы һаҡла, балаларҙы”, — ти ине уның ҡарашы.
Янған вагондар. Емерек тимер юл, арҡыс-торҡос рельстар. Бомба соҡорҙары. Улар тирәләй һибелгән мәйеттәр. Яралылар. Ыңғырашыуҙар. Ярҙамға саҡы­рыуҙар. Береһенең дә бүтәндә эше юҡ. Һәр кемдә үҙ ҡайғыһы — сатанлай-сатанлай, игенгә абына-һөрөнә урманға ашығалар. Һәр ҡайһыһы алдағы станцияға барып етергә тырыша. Нәсиха ла, балаларын ҡосоп, тегеләргә эйәрергә булды. Ләкин тағы изге кешеләр ярҙамға килде: был тимер юл төп тип иҫәпләнә икән, көтөп тор, оҙаҡламай беҙҙекеләр йүнәтер, тинеләр. Тылға инеп бомбаға тотҡан самолеттан һуң фашистың ҡоро ғәскәрҙәре әле генә килеп етмәйәсәк. Һәр хәлдә, илдә ни булғанын белмәгәндәргә, бер яңылыҡ ишетмәгәндәргә, Ҡыҙыл Армияның сигенә белмәҫлек көс булыуына инанғандарға шулай тойола.
Фаразлауҙар ысынға тура килде: паровоз әллә ни зыян күрмәгән икән, аранан янған вагондарҙы ысҡындырып, тимер юлсылар рельстарҙы йүнәтә башланы, алдағы станциянан да ике-өс белгес килде. Уларға ҡулына көрәк, кәлйә тота алған барыһы ла булышырға тырыша. Нәсиха ла шунда. Балалар эргәһенә барып-барып китә. Вил менән Ленаны Сәриә ҡарап то­ра. Ташлап ҡалдырылған сумаҙан, төйөн­сөктәрҙән бер аҙ ризыҡ, йәшелсә-маҙар ҙа өләштеләр. Алыҫ булмаған йылғанан һыу алып килеүҙе хәстәрләнеләр. Шулай итеп, иртәгәһенә таңдан поезд тағы көнсығышҡа табан ҡуҙғала. Фашист ҡоҙғондары яуҙырған бомба ярсыҡтары, пулемет ҡурғаштары аша тағы ла нисәмә ҡат ҡотолоуҙар...

Нәсиха

Ҡатын оҙаҡ уйланып ятты. Юлда талсыҡҡан балалар шунда уҡ йоҡоға талды. Төшләнеп, ҡурҡып уянған саҡтарында барып өҫтәренә япты, тынысландырҙы:
— Йоҡлағыҙ, йоҡла... Хәҙер бында тыныс, — тип Вилдең арҡаһынан һөйҙө, Ленаның башынан һыйпаны. Һуңынан тағы барып ятты. Осо-ҡырыйы күренмәгән уй йомғағын тағатты...
Ҡайҙа уның һөйөклөһө? Һөйләүҙәренсә, нимес күптән ул хеҙмәт иткән ерҙәрҙе баҫып алған. Ҡаты һуғыштар ил эсенә та­бан ҡара яу булып килә. Ә бит бынан дүрт йыл элек кенә — 1937 йылда — Айсаны Өфөләге коммунистик юғары уҡыу йортоноң өс йыллыҡ партия бүлегендә уҡып йөрөгән еренән Көнбайыш Украинаға хәрби хеҙмәткә оҙатҡайнылар. Нәсиха үҙе Асҡар ауылына ҡайтып, комсомолдың ра­йон комитетына эшкә урынлашты. Хәйер, ул саҡта кем һорап торһон инде — тәүге сабыйы Вил тыуғансы шунда тәғәйен­лә­неләр. Күп тә торманы, яңы донъяға килгән улын күкрәгенә ҡосоп, Каменец-Подольск өлкәһенең Проскуров ҡалаһына юлланды. Ире 115-се уҡсылар дивизияһында политрук булып хеҙмәт итә ине.
Өмөтбаевтар был ҡалала урынлашҡан часта оҙаҡ торманы: инде матур ғына итеп бергә йәшәй башланыҡ тигәндә беҙҙең ғәскәрҙәр тағы ла Көнбайышҡараҡ үтте. Германия яғынан Робентроп, СССР-ҙан Молотов ҡул ҡуйған килешеү буйынса ике ил (был пакт һуңынан сит ил министрҙары фамилиялары менән аталасаҡ) бер-береһенә һөжүм итмәҫкә, бер нисә ил өлөшө, шул иҫәптән Көнбайыш Польша беҙгә ҡушылырға тейеш була. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ике яҡтың да ғәскәрен береһе лә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алмай. Шул иҫәптән политрук Өмөтбаев хеҙмәт иткән 115-се уҡсылар дивизияһын да. Ул Польшаға 1939 йылдың 18 сентябрендә индерелә.
Нәсиха уйланды ла уйланды. Хәтер һандығын аҡтарҙы. Уның һайын уйҙары әле яңы кисергән мәхшәргә алып ҡайтты, тағы Польша тарафтарына алып китте. Ә бит ул саҡта ла нисәмә тапҡыр үлемдән ҡалды ире. Айса менән бергә хеҙмәт иткән күпме дуҫтары шунда башын һалды. Тик былар барыһы хәрби сер итеп һаҡланды. Финляндия һымаҡ асыҡтан-асыҡ һуғыш иғлан ителмәгәйне бит. Килешеүгә ярашлы, пролетариаттарҙың “һорауы буйынса” индерелгәйне ғәскәр. Бик ҡурҡыныс булды ул заманда ла: Польшала ғына түгел, Нәсиха ҡалған Проскуровта ла украин милләтселәре ҡоторҙо. Һалдат-офицерҙарҙы ғына түгел, һуңғыларының ғаиләләрен дә аяманылар. Шуға өйҙәрен һалдаттар һаҡланы, фатир тәҙрәләренә тиклем пулемет ҡуйҙылар. Торғаны ҡәлғә-крепосҡа әйләнде өйҙәр. Бер ҡайҙа сығырлыҡ түгел. Шулай Өмөтбаевҡа отпуск бирелеп, унан һуң Көнбайыш Украинаның Станислав өлкәһенә хеҙмәт итергә кире ебәрелгәнсе дауам итте.
Ә Айсаға ҡыҫҡа ваҡытлы ял биргәс, Нәсиханың шатланғанын күрһәгеҙсе! Осоп ҡына йөрөнө ул саҡта йәштәр, осоп... Улар бит тыуған яҡтарына ялға ҡайта! Эх, тыуған яҡтар. Ялан тәпәй йүгереп үҫкән болондар, Ҡырҡты тауы битләүҙәре. Нәсиханың тыуған ауылы Мөхәмәттән алыҫ та түгел шишмә булып урғылып, сылтырап аҡҡан Бәләкәй Ҡыҙыл Айсаның тыуған төйәге Әлмөхәмәт эргәһенән үткән Оло Ҡыҙылға ҡоя. Әйтерһең, улар ҙа ошоноң өсөн генә ағып меңәр йылдар уҙғарған — йәштәрҙең ике йылғалай бергә ҡушыласағын алдан юраған, көтөп, тулҡындарын түбән табан йүгерткән.
Шундай мәл була, оҙаҡҡа һуҙыламы ул, юҡмы — белмәҫһең. Бәлки, йәшен уҡтары һауаны телеп үткән саҡлы ғыналыр, ҡараштар осраша ла ике йөрәк тертләп китә. Кем ниндәй тойғо кисергәндер, әммә быға тиклем хәрби хеҙмәттә дүрт йыл буйы һыр бирмәгән һалдаттың быуындары тотмай башлай, телһеҙ ҡала. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу киноларҙа ғына була икән тип йөрөгән бәһлеүән менән ысын мөхәббәт китаптарға ғына яҙылалыр ул тигән сибәркәйҙең ҡараштары осраша ла... күңелдәре аша серле тойғо йөрәк түренә үтеп инеп, илаһи орлоҡто Мөхәббәт тигән ерлеккә һала.
Был мәл 1934 йыл менән билдәләнә. Асҡар мәктәбендә VII класты тамамлаған Мөхәмәт ауылы ҡыҙын уҡытыусы итеп Әлмөхәмәткә ебәргән булалар. Шул саҡта типһә тимер өҙөрлөк Айса Ҡазан ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайта. Былай ҙа тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, тотҡан ерендә һындыра торған тәүәккәл егет ҡыҙға хистәрен еткерә лә уны атаһы тупһаһы аша атлата. Йәштән эшкә шәп, уңған өлкән улы Айсаның ҡарарына атаһы Әхмәтйәр ҙә, әсәһе Һәҙиә лә ҡаршы төшмәй. Етмәһә, һалдаттан ҡайтыу менән эшен дә тәҡдим итәләр: ун һигеҙ йәшендә үк ВКП(б) сафына ингән Өмөтбаевты “Большевик” колхозына (Ташбулат ауыл Советының Айыуһаҙы ауылына) парторг итеп тәғәйенләйҙәр.
Оҙаҡ, бик оҙаҡ уйланып ятты Нәсиха. Ире, туғандары ситтә ҡалманы, ата-әсәһенең яҙмышы күңелен телгеләне. Машинаға ултыртып ебәргәндән һуң Айсанан хәбәр юҡ. Ике апаһы, ҡустыһы Һаҙый (һуңынан һуғыштан ауыр яраланып ҡайтып, 38 йәшендә вафат була) иҫән-һау. Әсәһе лә үҙ йүнен үҙе күрерлек. Атаһы Баймырҙа ғына михнәттәр сигеп баҡыйлыҡҡа күсте. Уйланып, ҡайғырып ултырған сағында гелән бер йырҙы ҡабатлар булған бисара:
“Бәләтүркәй тауҙың сейәһе
Бештениһә сөйҙә, үҙе юҡ,
Кейемдәре сөйҙә, үҙе юҡ,
Ҡайҙа икән уның эйәһе?”
“Ҡайҙа икән уның эйәһе?” Олатаһынан ҡалған кейемдәр ҙә сөйҙә эленеп тора. Үҙе юҡ. Исеменә күрә есеме тигәндәй, Баймырҙа тырышлығы арҡаһында хәлле генә йәшәй. Тәүге ғаиләһенән ике улы тыуа. Уларҙың береһе — Нуретдинды ун һигеҙ йәшендә (1919 йылда) аҡтар язалап үлтерә. Әллә хаҡ, әллә нахаҡ, имеш, ул ҡыҙылдарға Белорет ҡалаһына юлды күрһәткән. Баймырҙаның үҙен дә һуңынан “кулак” яһайҙар. Йәнәһе, ғаиләһендә тағы ике ҡустыһын тотҡан, “кеше эшен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған”. Ике атын, дүрт һыйырын, барлыҡ һарығын тартып алғандар, быларға сепаратор, башҡа нәмәләре лә өҫтәлгән. Шулай итеп, Нәсиханың атаһы аҡтарҙан да, Совет власынан да нахаҡҡа рәнйетелә. Йөрәге түҙерлекме һуң эштән алйыған, ике ғаилә ҡараған кешенең?
Нәсиха үҙе шул замандағы алдынғы йәштәрҙән ҡалышманы: Мөхәмәттә өс класты, Асҡарҙа етене тамамлап, уҡытыусы булды, комсомол сафына инде. Айсаға кейәүгә сыҡҡас, Ҡаҙмаш ауылына ете йыллыҡ мәктәпкә уҡытыусы итеп күсерҙеләр. Закон ҡаты бит — комсомол ҡайҙа ҡуша, шунда барырға тейешһең. Уның ҡарауы, оҙаҡламай икеһен дә Өфөгә коммунистик юғары уҡыу йортона ебәрәләр: ҡатынды бер йыллыҡ комсомол, ирҙе өс йыллыҡ партия бүлегенә... Ә инде 1938 йылдың буранлы февралендә район үҙәге Асҡарҙа улдары Вил донъяға килә. Сабый фанилыҡҡа яр һалғанда, атаһы Айса Көнбайыш Украинала хеҙмәткә политрук итеп оҙатылған була.
Эй, был тормош. Бер ҡараһаң, күп тә үтмәгән. Ә арала тотош ғүмер ята төҫлө. Һуңғы сыуалыштарҙы, мәхшәрҙе уйлаһаң, ҡот оса. Әйтерһең, ир менән ҡатынды ике яҡ ярға айырып араларында упҡын хасил булған да көнләп, юҡ, сәғәт, минутлап киңәйә бара.
Нәсиха балалары менән апаһы Ғәлиә йортона килеп йығылған төндән һуң күп тә үтмәй, август айында Айсаның һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килтереп тотторалар. Тик ошо ай эсендә ҡәләм менән бер нисә һөйләм генә яҙылған, ҡош телендәй ике генә хат алып өлгөрә. “Балаларҙы һаҡла...” — тиелә унда. Хас та политрук Өмөтбаев машина кабинаһы тупһаһына баҫып барғандағы һүҙҙәрен ҡабатлай. Былар ҡолаҡ төбөнән ғүмер буйы китмәйәсәк, артабанғы тормоштоң асылын Әсә балаларын ҡурсалауға, уларҙы уҡытып, Кеше итеүгә арнаясаҡ...

Балалыҡ эҙҙәрен һаҡлай Мөхәмәт

Бөгөн, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған сағында, Вил Айса улының уйҙары бала сағын бик йыш урай, Ғүмер тигән оло тауҙың башынан хәтергә уйылып ҡалған айырым хәлдәрҙе барлай. Ҡайһылары түбәндә — уйһыулыҡта таралған томан эсендә ҡалғандай, бәғзеләре иһә ап-асыҡ булып йылдар төпкөлөнән күңел кәрәҙен һуғара. Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы суҡ-суҡ булып тәлгәшләнгән муйыл, Ҡырҡты тауы битләүҙәрендәге сейә, еләк, олатаһы данлап йырлаған Бәләтүр, Сырҙан һырттарындағы ҡыҙыл, ҡара көртмәле, Йәҙгәр, Килендәр яландарындағы ҡымыҙлыҡ, йыуа тәмдәрен оноторлоҡмо һуң?!
Утлы ғәрәсәтте үтеп, әсәһе менән Магнитогорск ҡалаһына нисек килеп етеүҙәре, һуңынан Мөхәмәткә ҡайтыуҙары тураһында аҙаҡ сәстәре салланған Өмөтбаев былай тип хәтерләр: “...Аслы-туҡлы, хәлдән тайып, Магнитогорскиға килеп еткәнбеҙ. Бында беҙҙе Асҡарҙан атлы ылау көтөп торған. Асҡарға килеп инеү менән Сәриә әсәһе йортона йүгергән. Ләкин Ғәлиә апай Мөхәмәт ауылына әсәһе янына (әсәйем яғынан беҙҙең өләсәй) ҡайтып киткән булған. Ә уларҙың йортонда Фәтҡулла Ишҡыуатовтарҙың ғаиләһе йәшәй икән. Беҙ ҙә бер ни тиклем ваҡыт өйҙәш булдыҡ. Улдары Рәфҡәт менән (һуңынан Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә киң билдәле педагог) дуҫлығыбыҙ шул замандан килә. Тормош ауыр ине, Украинанан сығып киткәндә бер әйбер ҙә алманыҡ. Бер аҙҙан әсәйем, Асҡарҙа райсобестағы вазифаһын ҡалдырып, тыуған ауылы Мөхәмәткә ҡайта. Бында ул колхозда, артелдә эшләй, ирҙәре, улдары һуғышҡа киткән ғаиләләрҙе уларға тәғәйенләнгән матди ярҙам менән тәьмин итеү буйынса ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Бының өсөн уға йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә, көнөн дә, төнөн дә Асҡар, Ташбулат ауылдарына, Магнитогорск, Белорет ҡалаларына йөрөргә тура килә. Беҙҙе тәрбиәләү өҫтөнә II төркөм инвалиды булып ҡайтҡан ҡустыһының, һеңлеләренең дә балаларын ҡарашты, аяҡҡа баҫтырышты. Әсәйем “1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнде. Балалары менән Өфөлә йәшәне, һикһән дүртенсе йәшендә вафат булды.
Атайымдан ҡәләм менән яҙылған ике генә хат килде. 1941 йылдың авгусында әсәйем уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Атайыма утыҙ бер генә йәш була. Бик һөйкөмлө, йыйнаҡ, баҫалҡы кеше ине. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмере үҙ халҡына, Ватанына намыҫлы хеҙмәт итеүгә бағышланған...”
Мөхәмәт. Ожмахҡа тиң тәбиғәте менән һуғыш осоро, унан һуңғы ауыл күренеше һис тә тап килмәй төҫлө. Бер яҡтан йәйен йәшеллеккә күмелеп, муллыҡтан һығылған урман-болондар, тауҙар, уларҙы төйәк иткән ҡош-ҡорт, йәнлек, хайуандар донъяһы. Икенсе яҡтан, әҙәм йәшәгән өйҙәрҙә аслыҡ, яланғаслыҡ. Шуға бар халыҡ ҡырға тартыла, күптәрен йотлоҡтан да, ул алып килгән ауырыуҙарҙан да нәҡ ошо тирә-яҡ ҡотҡара. Хатта һалҡын ҡыш көндәрендә лә...
— Элек беҙҙең яҡта ҡоралай күп булды, хәҙер улар сәпсим юҡ, — тип хәтер төйөнөн сисә Вил ағай. — Ауылда ҡалған олораҡ ирҙәр, үҫмерҙәр шуларға һунарға йөрөнө. Ағастан ярып саңғы эшләйҙәр ҙә, аҫтына ошо уҡ ҡоралайҙың тиреһен йәбештерәләр — тауға менгәндә кире шыумаҫҡа. Бәләкәй булһам да, бер тапҡыр әсәйҙең апаһы Ғәлиәнең улына, минең ике туған ағай Рафаэль Ғөбәйевкә эйәреп барҙым. Ҡар күп. Ҡоралайҙы ҡыуалар, ҡарҙың иң күп урынында теге бата. Ағайҙарҙың һәр береһендә икешәр метрлы таяҡ. Шуның менән мөгөҙ уртаһына һуғалар. Ушын алғас, һуйып, күмеп китәләр. Төндә генә барып алалар. Лесник беҙҙең туған ине. Шулай булһа ла ҡаты булды. Күрһә инде — төрмә. Кеше астан үлһә бер ни юҡ, ҡоралайҙы ашар өсөн алдың икән — хушлаш...
Үҙенә иптәш булһын типме, әллә улы атайһыҙ ҙа ысын ирҙәрсә үҫһен типме, Нәсиха Вилде гелән үҙе менән алып йөрөй: һыбай йөрөгәндә алдына ултырта, йәйен — арбаға, ҡышын иһә санаға.
Бер шулай әсәһе илле саҡрымда ятҡан район үҙәге Асҡарға китергә йыйына. Ҡыш. Буранлап тора. Ныҡлап ҡараңғы төшкәнсе барып етергә кәрәк. Ул саҡта Нәсихаға фронтовиктарҙың ғаиләләренә ярҙам йөҙөнән бирелгән кейем, башҡа кәрәк-яраҡ алып ҡайтып өләшеүҙе йөкмәткән булғандар.
— Тәки илап, санаһынан төшмәйем дә ҡуям. Кисен генә сығып киттек Асҡарға. Егермеләп саҡрым аранан һуң Ҡырҡты тауын үткәс, бүреләр олой башланы, — тип һөйләй Вил ағай. — Прәме эргәлә генә. Төн. Бер нәмә күренмәй. Етмәһә, буран ҡоторҙо. Минең күңелдә ошо бүре олоуы ғүмерлеккә ҡалған. Тик ул саҡта әллә ни төшөнмәгәнмендер инде. Шуныһы күҙ алдымда тора: алда-ан бер ут күренде. Ялан халҡы элек аттарҙы тибенгә сығарған, ана шуларҙың будкаһы булған. Кәрәсинле лампа янған икән. Әсәй атын шунда ҡыуа. Бүреләр яҡынайғандан-яҡыная. Ошондағы ирҙәр ҡотҡарҙы. Унда таң атҡансы буржуйка мейесендә йылынып, иртәнсәк тағы ҡуҙғалдыҡ...
Бындай мәлдәр әсәһе ғүмерендә бик күп була. Һуңыраҡ ҡатынды белгәндәр, яҡын­дары: “Кеше йәнле Нәсиха”, — тип нарыҡлаған. Улы Вил дә: “Ғүмере буйы кеше өсөн йәшәне, туғандары, ауыл халҡы өсөн”, — тип йылы хистәр менән иҫләр. Уға оҡшап үҙе лә гелән башҡаларға ярҙамға килер.
1945 йыл. Илебеҙ тарихына ул фашис­тик Германияны еңгән йыл булараҡ яҙылыр. Кескәй Вил өсөн тәүләп мәктәп ишеген асыу, белем һуҡмағына ҡыйыуһыҙ ғына тәүге аҙымдар яһау ошонан башланыр. Уныһын бер аҙ ҡалдырып торайыҡ та, тағы олатаһынан ҡалған кескәй генә ике яҡлы иҫке өйгә ҡайтайыҡ. Ошонда Ғәлиә, Ғәлимә апалары, уларҙың балалары менән бергә Нәсихалар ҙа йәшәй. Нәҡ алда телгә алған йылды Мәхмүзә инәйҙең Һаҙый исемле улы ауыр яраланып ҡайта. Арҡаһы тимер ярсыҡтарынан телгеләнеп, сыбарланып бөткән була бахырҙың. Ошо яраларҙан төҙәлә алмай. Ҡыҫҡа ғына ғүмере һыҙланып үтә. Етмәһә, Ғәлимәнең ире Хәйбулла Һибәтуллин Белоретта хеҙмәт армияһында ҡаты ауырый — ашҡаҙанына операция яһайҙар. Уны Нәсиха ҡыш көнө ат санаһына һалып ҡайта. Ғәлимә апаһы үҙе лә аяныслы сиргә дусар була — фалиж (инсульт) һуға. Тәненең бер яғы эшләмәй. Муллаларға йөрөтөү ҙә, өшкөрөү, дауалауҙар ҙа файҙа бирмәй. Шулай итеп, Нәсиха иңенә нисәмә оло кешене, балаларҙы ҡарау төшә.
Берсә үткән ғүмерен уйлапмы, яҡындарының яҙмышын хәтеренән тағы бер тапҡыр үткәрепме, һуңынан ул былай тип йырлар булған:
Таң атмаған тип уйлағайным,
Ҡояш ҡына ҡалҡыр мәл икән.
Хәсрәт уттарында үткәрһәң дә,
Үтеп киткән ғүмер йәл икән.
Даръяларына ҡарап торған инем,
Даръяһына күрә яры бар.
Бәндәләргә ҡарап, зарһыҙ, тимә,
Бәндәһенә ҡарап зары бар...
Нәсиха балалары, яҡындары хаҡына бар булмышы менән эшкә сума. Ғүмере буйы иренә тоғро ҡалып, “Балаларҙы ғына һаҡла” тигән һүҙҙәрен йәшәү маҡсаты итеп ала. Үҙендәге ғәҙеллек, тырышлыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәү һымаҡ матур сифаттарҙы улы менән ҡыҙында ла тәрбиәләй. Юҡ, ул, шулай итегеҙ, былай итегеҙ, тип үҫтермәй балаларын — үҙе өлгө күрһәтә, эшһөйәрлекте ҡандарына һеңдерә...

Архив. 2018 йыл. 

Рәлис УРАҘҒОЛОВю

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: