Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
13 Сентябрь 2022, 19:40

Азат Бадранов: "Таңсулпан Ғарипова - ысын халыҡ яҙыусыһы"

«Торатау» Конгресс-холының Ултырыштар залында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатыТаңсулпан Ғарипованың 75 йәшенә бағышланған «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө» тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли әҙәбиәт музейы, М.Ғафури мемориаль музей-йорто, БР Яҙыусылар берлеге, «Әҙәбиәт. Музей. Мәҙәниәт» автономиялы ойошмаһы сығыш яһаны.
Форумда ҡатнашыусыларҙы БР Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов әҙибәне ҡотлап:

"Таңсулпан Ғарипова - ысын халыҡ яҙыусыһы. Быны уҡыусыларҙың уның әҫәрҙәренә һөйөүе күрһәтә.
Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, уның романы "Бөйрәкәй" романы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң уҡымлы китаптарҙың береһе тип танылды.

Әлбиттә, авторҙың ижадында бик күп әҫәрҙәр бар, танылыу һәм еңеүҙәр күп булды. Әҙәбиәттә 70-се йылдарҙан алып тырышып эшләп, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы барыбыҙ өсөн дә эшһөйәрлек өлгөһөн күрһәтте. Ул, үҙ эшеңде яратһаң һәм күп эшләһәң, һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшерһең, тип иҫбатлай.Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын тағын күркәм юбилейы менән ҡотлайым! Ысын күңелдән уға рәхмәтлемен һәм ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади уңыштар теләйем", - тине.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, дәүләт учреждениелары һәм ойошмалар, шул иҫәптән РФ субъекттары вәкилдәре сәләмләне, юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Пленар өлөштә Т.Ғарипова әҫәрҙәренең этаптары һәм үҙенсәлектәрен, художество һәм жанр-стиль үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған, шулай уҡ күренекле яҙыусыларҙың тормошон һәм эшмәкәрлеге буйынса инновацион эштәр һәм тәжрибәләр тураһында 9, секцияларҙа иһә 50-ләп доклад тыңланды.
Конференция һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителде.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: