Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
13 Сентябрь 2022, 10:55

Бәхил бул, Рәзим Ибраһим улы!

Ул башҡаларҙың проблемаларына битараф ҡалмаған һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған тыйнаҡ, ярҙамсыл, яуаплы етәксе булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Ул үҙенең тыуған яғын, ауылын, эшен, ғаиләһен ысынлап та яратты. Рәзим Ибраһим улының ғаиләһенең, балаларының,яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. Мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын. "Шоңҡар"ҙар. 

Бәхил бул, Рәзим Ибраһим улы!
Бәхил бул, Рәзим Ибраһим улы!

Бөгөн Сәйетбаба халҡы  Рәзим Ибраһим улы Мәүлитҡоловты һуңғы юлға оҙата. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең сәхифәһендә ҡайғы уртаҡлашыуын белдергән.

"Кисә 66-сы йәшендә Рәзим Ибраһим улы Мәүлитҡолов арабыҙҙан китте.
Уның бөтә биографияһы Сәйетбаба ауылы менән бәйле. Ул тыуған, эшләгән, халыҡҡа ысын хеҙмәт иткән, ышаныслы иптәш һәм аҡыллы кәңәшсе булды. Рәзим Ибраһим улы 26 йыл «Йондоҙ» колхозында эшләй, бригадирҙан, агрономдан алып рәйескә тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2 йыл дауамында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында етәкселек итте. Бынан һуң 11 йылдан ашыу “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген етәкләй.

Ул башҡаларҙың проблемаларына битараф ҡалмаған һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған тыйнаҡ, ярҙамсыл, яуаплы етәксе булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Ул үҙенең тыуған яғын, ауылын, эшен, ғаиләһен ысынлап та яратты.

Рәзим Ибраһим улының туғандарының, яҡындарының һәм уны белгән кешеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", - тигән Фәнзил Фәйез улы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: