Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Сентябрь 2022, 09:22

Драматург Зөһрә Бураҡаева тыуған көнөн билдәләй

Прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаеваның бөгөн тыуған көнө. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙына  бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегендә уңыштар, ижади үрҙәр һәм, әлбиттә,  ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ!

Драматург Зөһрә Бураҡаева тыуған көнөн билдәләй
Драматург Зөһрә Бураҡаева тыуған көнөн билдәләй

Республика театрҙарында түбәндәге постановкалар: «Рух иле» (реж. А. Имаметдинов), «Их, өс егет, өс егет…» (реж. Р. Хәкимов), «Февраль. Буран» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында (реж. Х. Үтәшев);

инсценировкалар: Н. Носовтың повесы «Белмәҫйән мажаралары» («Приключения Незнайки») буйынса (реж. З. Сөләймәнов), Р. Гюнтекиндың «Птичка певчая» романы (реж. И. Гиләжев), уғыҙ дастаны «Китабе деде Коркут» (Ҡорҡуттың һуңғы йыры) буйынса (реж. З. Сөләймәнов) (ТЮРКСОЙ Халыҡ-ара премияһы һәм VIII Халыҡ-ара «Мең тын алыш — бер тауыш» («Тысяча дыханий — один голос») төрөк телле театрҙары фестивале дипломанты, Төркиә, Конья ҡалаһы, 1916);

пьесалар авторы «Маймыл Бьянка мажаралары» («Приключения обезьянки Бьянки») балалар пьесаһы, пьеса буйынса спектакль ҡуйылған (реж. Р. Хәкимов). Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт телен өйрәнеү буйынса «Ете мөғжизәле теләк» спектакль-квест ҡуйылды (2017).

Күп кенә документаль фильмдар сценарийҙары авторы: «Урал менән Шүлгән мажаралары» анимация сериалы (реж. А. Байрамғолова), «Рәхмәт» комедияһы (Т. Бураҡаева менән авторҙаш, режиссеры — А. Райбаев), «Минең йондоҙом» йәштәр мелодрамаһы (реж. Т. Бураҡаева); «Карусель», «Япраҡ», «Урман һуҡмағы», «Аҡ ҡарҙар яуғанда» ҡыҫҡа метражлы фильмдар, «Өйҙәштәр» комедия сериалы (реж. Р. Пожидаев;документаль фильмдар: «Заһир Исмәғилев», «Тауҙарға артылғанда» (шағир-фронтовик Хәниф Кәримдең 100 йыллығына), , «Гөлли Мөбәрәкова хаҡында» («Сказка о маленькой Гюлли»), «Ер кешеһе» (Ейәнсура районы Ибрай ауылында йәшәүсе Хөсәйен Ҡолмөхәмәтов тураһында.

Рәми Ғариповтың «Киләсәккә юл ярам», «Пилот яҙмалары», «Уҡыу океаны» уҡыусы көндәлектәрен ҡулъяҙманан нәшергә әҙерләүсе, мөхәррире, баш һүҙ авторы.

«Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Бирешмә!» үҫмерҙәр өсөн телесериалдың сценарийы авторҙашы. Башҡортостан юлдаш телевиденияһының «Я учу башкирский» проектының авторы, йыр һүҙҙәре авторы. Йөҙҙән ашыу концерт, театралштырылған тамаша, республика байрамдарының, сараларҙың сценарий авторы.

Республика матбуғатында, шиғриәт йыйынтыҡтарында, «Халыҡтар дуҫлығы», «Крещатик» (Германия) әҙәби журналдарында Айҙар Хөсәйенов менән берлектә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренең тәржемәләре[8], З.Бураҡаеваның хикәйәләре, публицистика әҫәрәҙәре, шиғырҙары донъя күрә.

Билдәле тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов Зөһрә Бураҡаева тураһында шулай тип яҙа:

Тәржемәсе ике мөхиттә йәшәгән амфибия кеүек, авторҙы аңлай белергә, үҙенекен күрһәтергә түгел, ә автор әйтергә теләгәнде хөрмәт менән әйтеп бирергә, тапшырырға тейеш . Зөһрә быны бик һәйбәт, еренә еткереп башҡара .

2018 йылда "Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018)" федераль программаһы сиктәрендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» тигән китабы ( «Дети улицы») Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендә баҫылып сыҡты.

Автор:
Читайте нас: