Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Сентябрь 2022, 22:25

Ҡаҙмаштың аҫыл ҡыҙы ине

Бөгөн Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы халҡы аҫыл ҡыҙын -  Хөбъямал Шакирйән  ҡыҙы Сәғәҙәтованы юғалтты. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған инәйҙең тормошо үҙе бер легендаға торошло ине. Бәхил бул, ил инәһе. Йәнең йәннәттә булһын! 

Ҡаҙмаштың аҫыл ҡыҙы ине
Ҡаҙмаштың аҫыл ҡыҙы ине

1966 йылда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороуға күп көс һалған Хөбъямал инәй Сәғәҙәтова ҡапҡаһы янына башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырыусы бай экспонаттарҙан торған урындыҡ ҡуйҙыртҡан. Килен булып төшкән­дәге һандығы өҫтөнә күпереп торған ҡаралтыларын, үҙе яһаған мендәр-түшәктәрҙе өйөп ҡуйған. Өҫтәл түрендә урын алған еҙ самауыр ҙа – үҙе тере тарих. Илле йыл элек ҡунаҡтарҙы башҡорт кейемендә һыбай ҡаршылаған Хөбъямал Шакирйән ҡыҙының әле ауылдаштарын, ат өҫтөндә сәләмләй алмаһа ла, йорто янында ихлас ҡаршылауы үҙе бер ғорурлыҡ, батырлыҡ түгелме ни?! Бына ҡайҙа ул быуындар сылбырын дауам итеү, киләсәк быуынға өлгө күрһәтеү! Ағинәйҙең йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙәге тос өлөшө хаҡында ишетеп, ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡуйҙым.
– 1945 йылда әсәйем Бөйөк Еңеү хаҡында ишеткәс тә беҙҙән, бәләкәй ҡыҙҙарҙан, анау тауҙың башына үҙенең ҡыҙыл шәлен флаг итеп элдерҙе. Бейеклеккә тиҫтәләгән бала мендек. Шунан алып әлегә тиклем йыл һайын 9 Май алдынан тауға ҡыҙыл флаг ҡаҙайбыҙ, – ти Хөбъямал инәй. – Элегерәк менеүе рәхәт ине, һуңғы йылдарҙа бер аҙ ауырға тура килә, әммә күтәрелмәй ҡалғаным юҡ, Аллаға шөкөр. Һаулыҡ яғы бер аҙ һиҙҙерә башла­ғас, бала-саға менән бара башланым. Уларға буҙа күпертеп, бутҡа бешереп, тәмлекәстәр һалып алам. Тауға күмәкләп менеп, флагты ҡаҙайбыҙ, балаларға ауыл тарихын һөйләйем, һуғыш йылдары хаҡында бәйән итәм.
Ағинәйҙең хәтере шәплегенә хайран ҡалмалы! Ошондай өлкәндәр барҙа рухыбыҙ ныҡ.

Архив, 2015 йыл. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: