Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
24 Сентябрь 2022, 20:35

Әбйәлилдәр шағирын ҙурланы

Асҡар район мәҙәниәт йортонда күренекле шағир, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының  һәм Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының почётлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужаның 80 йыллығына арналған хәтер кисәһе уҙғарылды.

Әбйәлилдәр шағирын ҙурланы
Әбйәлилдәр шағирын ҙурланы

Асҡар район мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, күренекле шағир, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының  һәм Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының почётлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужаның 80 йыллығына арналған хәтер кисәһе уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Йәйғор " әҙәби ойошмаһы етәксеһе Иҙрис Мөҙәрис улы Нөғәмәновҡа райондың рухи-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, шағирә, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының, Әбйәлил районы "Йәйғор" ойошмаһы шиғриәт бүлеге етәксеһе Фәнүзә Зиннур ҡыҙы Биктимероваға, "Йөрәк һүҙе-2021" шиғриәт бәйгеһендә "Заман тураһында уйланыу" шиғыры менән "Йыл авторы " номинацияһы еңеүсеһе Әнисә Махийәнова-Ғәлинаға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: