

Уға ҡарата ине... тип әйтеүе лә ауыр. Бар ине КЕШЕ, бөгөн юҡ. Был афәт ҡайҙалыр ситтә йөрөр ҙә, беҙгә ҡағылмаҫ һымаҡ ине... Яҙмыш үҙ эшен башҡарып ҡуя икән ул...
Класымда ҡыҙҙар араһында бер бөртөк кенә егет ине, беҙҙең яҡлаусыбыҙ, терәгебеҙ ине. Каникул алдынан һуңғы уҡыу көнөндә отверткаһын тотоп килеп кластағы өҫтәл, ултырғыстарҙың шөрөптәрен нығытып, ҡарап сыға ине... Бер ҡасан да асыу һаҡлап, насарлыҡ ҡылып йөрөмәне, йөҙөнән йылмайыу китмәне... Армияға китер алдынан да хушлашырға барып, имен ҡайтыуын теләгәйнек тә...
Тыныс йоҡла, Ғәзиз, ауыр тупрағың еңел булһын, уҡыусым. Яҡындарыңа, ата-әсәйеңә, апайыңа, ағайҙарыңа, барлыҡ туғандарыңа сабырлыҡтар теләйем.