Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Шәхес
20 Октябрь 2022, 04:50

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө ( 1919 - 2005)

Һеҙгә шағирҙың айырыуса ниндәй әҫәрҙәре оҡшай?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө ( 1919 - 2005)Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө ( 1919 - 2005)
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө ( 1919 - 2005)

Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

 

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә;
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
Ун туғыҙ йыл әрней ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Мостай Кәрим. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа..."

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.

2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында[ ерләнгән.

Сығанаҡ: "Башҡортса Википедия" 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас