Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Шәхес
22 Октябрь 2022, 15:45

Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа таҡтаташ асылды

Сығыш яһаусылар Зиннур Ғөбәйҙулла улының Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, институт директоры вазифаһында эшләгән йылдарына байҡау яһаны, уның Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары, республика, ғөмүмән, дөйөм башҡорт халҡы үҫешенә индергән баһалап бөткөһеҙ хеҙмәтен хәтергә төшөрҙө.

Зиннур  Йәрмөхәмәтовҡа  таҡтаташ асылдыЗиннур  Йәрмөхәмәтовҡа  таҡтаташ асылды
Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа таҡтаташ асылды

Сибай институтының төп уҡыу йорто бинаһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, ошо белем усағына нигеҙ һалыусы, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины Зиннур Ғөбәйҙуллы улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап таҡтаташ асылды. Тантанала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының ҡыҙы Гүзәл Зиннур ҡыҙы, туғандары, дуҫтары, яҡындары, коллегалары, ҡала халҡы ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Зиннур Ғөбәйҙулла улының Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, институт директоры вазифаһында эшләгән йылдарына байҡау яһаны, уның Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары, республика, ғөмүмән, дөйөм башҡорт халҡы үҫешенә индергән баһалап бөткөһеҙ хеҙмәтен хәтергә төшөрҙө.

Сығанаҡ: БДУ-ның Сибай институты. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас