

Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы башҡорт опера йырсыһы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының (1949) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955), Башҡорт АССР-ының (1951) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957).
Буласаҡ йырсы Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған.
1938 йылдан хор артисы була.
1938—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.
1941—1942 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт опера студияһында шөғөлләнә, унда уҡыған сағында театрҙа эшләүен дауам итә. Өфө музыка училищеһы уҡытыусыһы Римма Лазаревна Фишерҙан вокал дәрестәре ала[2].
1947 йылда Бөтә Рәсәй театр йәштәре смотрында ҡатнаша һәм «Кармен» операһынан Хабанераны башҡарған өсөн беренсе премия менән бүләкләнә. Һуңынан Прагала үткән Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була.
1953 йылдан КПСС ағзаһы. 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты[3].
Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы