Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
30 Декабрь 2022, 09:50

Ғалим, яҙыусы Диҡҡәт Бураҡаевтың тыуыуына - 90 йыл (1932 - 1981)

Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлап, 1952 йылда Диҡҡәт Бураҡаев Тыуған илебеҙҙең иң шөһрәтле уҡыу йорто — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инә. Мәскәүҙең Ленин тауҙарында урынлашҡан был юғары уҡыу йортонда белем алыу илаһи күңелле башҡорт егетенең хыял ҡанаттарын нығыта, уның алдында фәндең һәм ғилемдең ҡатлы-ҡатлы ҡапҡалары асылып киткәндәй була.

Ғалим, яҙыусы Диҡҡәт Бураҡаевтың тыуыуына - 90 йыл (1932  - 1981)
Ғалим, яҙыусы Диҡҡәт Бураҡаевтың тыуыуына - 90 йыл (1932 - 1981)

Геология,— һис һүҙһеҙ, иң романтик профессияларҙың береһе. Геологияға, минеңсә, кешене, бөтәһенән дә бигерәк, Хыял һәм Ҡыҙыҡһыныу алып килә. Донъяны һәм, әлбиттә, мәңге серле булып ҡаласаҡ ер төҙөлөшөн, Ерҙең /планетаның/ тарихын танып белеү, ерҙең ете ҡатында һәм унан да тәрәнерәк ҡатламдарында ятҡан ҡаҙылма байлыҡтарҙы асыу һәм өйрәнеү теләген һәм хыялын әҙәм балаһында бары тик шиғри хис-тойғолар уяныуы менән генә сағыштырып була торғандыр. Шуның өсөн дә ысын геологтар күңелдәре менән генә түгел, шөғөлдәре менән дә шағирҙар улар. Ысын мәғәнәһендә ҡанатлы хеҙмәт кешеләре. Башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе, талантлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, республикабыҙҙың атҡаҙанған культура 3 работнигы Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев тап бына шундай кешеләрҙең береһе ине. Миңә Диҡҡәт ағайҙы яҡындан белеп-куреп, күп кенә йылдар уның менән аралашып йәшәү насип булды. Шуның өсөн уның тормош юлы ла, ғилми эҙләнеүҙәре лә, ниндәй уй-хыялдар менән ҡанатланып йәшәгәнлеге лә һәр саҡ минең күҙ алдымда. Диҡҡәт ағай үҙенең тыуған ере — элекке Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылы, олатаһы Зияйетдин ҡарт тураһында һәр ваҡыт һағынып, ололап һөйләр ине. Ғәжәп киң күңелле, бәһлеүән ҡиәфәтле кешеләр йәшәгән булыр ул Үрге Моталда. Ә инде Зияйетдин Бураҡаев олатаһы — үҙе тере тарих һәм аҡыл эйәһе. Рус-япон һуғышында ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән, һәр ике телдә: руссаға ла оҫта, төрки-башҡорт яҙмаһына ла маһир Зияйетдин аҡһаҡал. Башҡорт халҡының аҡылын, зиһенен, хәтерен һаҡлаусы ил ҡарттарының береһе, һуғыш йылдарында атаһыҙ ҡалған Диҡҡәт өсөн иң яҡын кеше лә, тормош һәм тәбиғәт дәрестәрен биреүсе лә, йәйен-көҙөн бесәнгә, утынға йөрөгәндә, балыҡ ҡармаҡлағанда, әйләнә-тирәнең әллә күпме серҙәренә төшөндөрөүсе лә була ул. Бәләкәй Диҡҡәт күңелендә бына ошо ҡәҙерле һәм хикмәтле олатай дәрестәре ғүмер буйы һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ ҡыҙыҡһыныуҙы, белем менән ҡанатланып йәшәү тойғоһон уята. Күрше ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Өфөнөң 9-сы /хәҙерге 1-се/ интернат-мәктәбенә килеп урынлаша. Уның уҡыуы һәм тәртибе, бөтә булмышы менән белемгә ынтылып йәшәүе мәктәптең тарихында матур бер иҫтәлек булып ҡала. Сөнки яҡшы уҡыусылар араһында ла ундай уҡ балалар һирәк була. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлап, 1952 йылда Диҡҡәт Бураҡаев Тыуған илебеҙҙең иң шөһрәтле уҡыу йорто — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына 4 уҡырға инә. Мәскәүҙең Ленин тауҙарында урынлашҡан был юғары уҡыу йортонда белем алыу илаһи күңелле башҡорт егетенең хыял ҡанаттарын нығыта, уның алдында фәндең һәм ғилемдең ҡатлы-ҡатлы ҡапҡалары асылып киткәндәй була. Уҡыған, белгән һайын, һыуһыны ҡанмайынса, ғилем донъяһының яңынан-яңы артылыштарына ынтыла Диҡҡәт. Беренсе курста геология факультетының студенттар отряды Кавказ тауҙарына, Дағстанға юлға сыға. Ҡулына геологтар сүкеше тотоп, арҡаһына поход тоҡсайын аҫып, ул үҙенең тәүге эҙләнеү-тикшеренеү маршруттарын шул тауҙарҙа үтә. Алдағы йөйҙәрҙең береһендә илебеҙҙең төньяғына — Баренц диңгеҙе буйҙарына китә. Өс йылдан һуң студент Д. Н. Бураҡаевты геология отрядының етәксеһе сифатында Төньяҡ Кавказға — Ҡабарҙа-Балҡар АССР-ына ебәрәләр. Бында ул, Эльбрус тауы итәгендә, күмер ятҡылығына разведка үткәрә һәм яңы күмер ятҡылығы табыуға өлгәшә. МДУ-ны Диҡҡәт Бураҡаев, күмер ятҡылыҡтарына арналған диплом эше яҙып, отличие менән тамамлай. 1957 йылда юғары квалификациялы йәш белгес баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡайта һәм шул ваҡыттан башлап ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, сирек быуатҡа яҡын, фәҡәт бер генө урында — СССР Геология министерствоһының, хәҙер СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының, Геология институтында эшләй. Ошо дәүер эсендә коммунист Д. Н. Бураҡаев республикабыҙҙа һәм унан ситтә Көньяҡ Урал геологияһын өйрәнеү өлкәһендә ҙур һәм авторитетлы белгес булып өлгөрә. Ошо уҡ институтта ул 1968 йылда геология-минералогия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алыу өсөн диссертация яҡлай. Ул үҙ ғүмерендә 70 ғилми хеҙмәт яҙа. Бынан тыш, Д. Н. Бураҡаев республика күләмендәге региональ һәм Бөтә Союз ғилми кәңәшмәләрендә 15-тән артыҡ доклад менән сығыш яһай. 5 Д. Н. Бураҡаевтың ғилми эҙләнеүҙәре республикабыҙҙың Урал алды райондарына, был региондың уға тиклем аҙ өйрәнелгән карбон ҡатламдарында нефть һәм газ перспективаларын билдәләүгә йүнәлтелде. Бының менән ул Башҡортостандың минераль-сырье базаһын үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта Диҡҡәт Насретдин улының, дөрөҫөн генә әйткәндә, һәләтле һәм ҙур исемле ғалимдар араһында ла шаҡтай һирәк осрай торған һоҡланғыс бер сифаты бар ине. Был — уның фәнде, белемде, ғилми фекер ҡаҙаныштарын һәр ваҡыт халыҡҡа, киң ҡатлам уҡыусыларға еткерә барыу ынтылышы. Ә ниндәй ихласлыҡ һәм геология белемдәренә, шул белемдәр менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға тәрән хөрмәт һәм мөхәббәт тойғоһо менән яҙылыр ине уның фәнни-популяр хеҙмәттәре! Һис шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин: Д. Н. Бураҡаев башҡорт халҡы өсөн уның туған телендә байтаҡ фәнни-популяр әҫәрҙәр ижад итеп, был өлкөлө бик күп йылдар буйы өлгө булып торорлоҡ үҙенсәлекле һәм ҡиммәтле мираҫ ҡалдырҙы. Ул үҙе иҫән саҡта «Нефть тураһында очерктар» /1966/, «Серҙәр донъяһына сәйәхәт» /1971/, «Аждаһа күле» /1974/ исемле ғәжәп ҡыҙыҡлы йыйынтыҡтар баҫтырып сығарҙы. Был баҫмалар һәм, әлбиттә, профессор Ҡ. Р. Тимер, ғазиндың /«Башҡортостан нефте, уны асыу тарихы һәм үҫеш перспективалары», 1959/, геология-минералогия фәндәре кандидаты М. М. Моталовтың /«Тылсымлы минералдар», 1980/, географтарҙан М. X. Хисмәтовтың /«Кеше һәм тәбиғәт», 1972/, профессор, геология.минерология фәндәре докторы Б. М. Йосоповтың, геология-минералогия фәндәре кандидаты В. Д. Мәһәҙиевтың тәбиғәт фәндәрен башҡорт телендә пропагандалауға арналған хеҙмәттәре беҙҙең уҡыусыбыҙҙың белем даирәһен киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә шаҡтай ҙур булышлыҡ итте. 6 Ә Д. Н. Бураҡаевтың юғарыла атап күрһәтелгән китаптары.— уның фәнде популярлаштырыу эшмәкәрлегенең аҙ ғына бер өлөшө. Асылда 60-сы — 70-се йылдарҙа ике тиҫтә йыл буйы Башҡортостан матбуғатында иң актив яҙышҡан белгестәрҙең береһе Диҡҡәт Бураҡаев ине. Башҡорт геологтарының ижади активлығы күпме кешеләрҙең күңелен күтәреп, донъяны танып белеү шатлығы килтерҙе. Э бит ысын күңелдән, йөрәк хисе менән яҙылған фәнни-популяр әҫәрҙәр кешене тәрбиәләүгә, уның рухын байытыуға хеҙмәт итә. Геолог Бураҡаев йәне-тәне менән ысын халыҡ улы һәм саф күңелле тәбиғәт балаһы ине. Бында мин халыҡ һәм тәбиғәт һүҙҙәрен бик етди яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡулланам. Диҡҡәт Насретдин улының йөрәгендә тулы мәғәнәһендә халыҡ рухы йәшәр ине. Ул башҡорт халҡының иң яҡшы сифаттарын — күңел киңлеген, аҡыл һәм тойғо нәфислеген, тәрбиәлелекте һәм рухи ҙурлыҡты бер үҙендә туплаған кеше ине. Ә ниндәйерәк йөрәк моңо менән йырлар ине ул «Порт-Артурҙы», «Бөйрәкәйҙе», тағы әллә күпме башҡорт халыҡ йырҙарын! Бураҡаев шәхесенең ҙурлығы уның фәнни-популяр йәиһә, икенсе төрлө әйтһәк, журналислыҡ эшсәнлегендә (ә ул СССР Журналистар союзы ағзаһы булып торҙо) бөтә тулылығында сағылды. Ул пропагандалаған геология фәне, геология белемдәре һәр ваҡыт тыуған тәбиғәт яҙмышы, башҡорт теленең ошо тупраҡта үткән данлы тарихы менән үрелеп барыр булды. Уның өсөн ер тәбиғи байлыҡтар сығанағы ла, ата-бабаларҙың изге төйәге лә ул. Шуның өсөн дә, әйтәйек, туған тәбиғәт серҙәренә арналған мәҡәләләрендә йәки очерктарында ғалим йыш ҡына халыҡ хәтеренә, легенда һәм риүәйәттәргә мөрәжәғәт итә, хатта ҡайһы бер мифологияның, фольклорҙың әҙәм ышанмаҫлыҡ раҫлауҙарында ла осраҡлы булмаған элементтар таба. Вылар барыһы ла уның үҙенең күргәндәре, экспедициялар ваҡытындағы күҙәтеүҙәре менән аралашып бара һәм, ниһайәт, ҙур һәм талапсан фән методтары менән бик оҫта анализланып, нығытылып ҡуйыла. Был йәһәттән, ғалим дың «Аждаһа күле», «Серҙәр донъяһына сәйәхәт» тигән китаптары һәйбәт өлгө була ала. Ә инде 1981 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып, ошо журналдың премияһына лайыҡ булған «Боронғо башҡорттарҙа дары яһау» тигән мәҡәлә геолог-ғалимдың башҡорт халҡының тарихына бәләкәс кенә, ләкин бик мөһим бер асышы тип иҫәпләргә мөмкин. Диҡҡәт Насретдинович — туған тәбиғәтте һаҡлауға, Башҡортостан матбуғатында экологияның актуаль проблемаларын күтәреүгә бик күп көс һалған белгестәрҙең береһе. Был йүнәлештәге эшсәнлеге өсөн уға бер нисә тапҡыр Бөтә Россия тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Башҡортостан республика советының премиялары бирелде. Д. Н. Бураҡаев тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен, ғөмүмән, геологтарҙың көндәлек хәстәрлегенә өйләндереү фекерен күтәреп сыҡты. Был хаҡта «Совет Башҡортостанында» «Район геологы» тигән мәҡәлә баҫтырылып, газета биттәрендә йәнле һөйләшеү булып алды. Аҙаҡ ошо уҡ идеяны ул «Правда» газетаһында «Приди, геолог» тигән мәҡәләһендә яҙы п. сыҡты. Геолог Бураҡаев, ерҙең иң ҡиммәтле байлығы кеше ашаған аш һәм икмәк һымаҡ уҡ ҡәҙерле һыу һәм һыуҙы һаҡлау проблемаһына арнап, һөр яҡтан нигеҙләнгән ғилми-публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Һыу, беҙҙең йылға-күлдәребеҙ — барса тереклектең йәшәү сығанағы, уның ҡәҙерен беләйек, тип мөрәжәғәт итте ғалим үҙенең замандаштарына. Диҡҡәт Бураҡаевтың ғилми офоҡтары һәм ҡыҙыҡһыныу даирәһе ғәжәп киң ине. Уның геолог булараҡ географияға, тарихҡа, фольклорға йыш ҡына мөрәжәғәт итеүен күрһәтеп үткәйнек инде. Ләкин әҙәбиәт һәм башҡорт әҙәбиәтенең боронғо тарихы, тел, археология, этнография, топонимика, халыҡ сәнғөте һәм художестволы промыслалар — былар бөтәһе лә Бураҡаевҡа яҡын да, ҡыҙыҡлы ла. Ә уның башҡорт телендә геология терминологияһын үҫтереүгә индергән хеҙмәтен ентекләп барлайһы һәм баһалайһы бар әле. 1981 йылдың йәйендә Өфөлә беренсе мәртәбә башҡорт халыҡ шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың ҙур шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Шул айҡанлы матбуғатта иң тәүге шатлыҡ тойғоһон газета аша уртаҡлашыусы һәм үҫмер сағынан уҡ Аҡмулланың билдәһеҙ ҡалған шиғыр юлдарын хәтерендә һаҡлаусы — кем тиһегеҙ?— Геолог Бураҡаев булды. Уның «Әйҙүк, Аҡмулла» тигән мәҡәләһен бик күп хеҙмәтсәндәр яратып уҡыны. Диҡҡәт Бураҡаевтың теле тураһында бер генө һүҙ менән әйтергә мөмкин: уның фәнни-популяр әҫәрҙәре туған телебеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтарын, уның матурлығын, нәфислеген бөтә күңеле, йөрәге менән тойоп, белеп, аңлап, оҫталыҡ һәм ҙур зауыҡ менән ижад ителгән. Был китапҡа Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаевтың иң һәйбәт фәнни-популяр мәҡәләләре һәм очерктары тупланған. Ошо китап аша ул геология фәненең илһамлы шағиры һәм мәғрифәтсеһе булараҡ беҙҙең күҙ алдына баҫа. Рәшит Шәкүр, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты,

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: