Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
15 Ғинуар 2023, 11:05

Октябрь проспектын Мортаза Рәхимов исеменә үҙгәртергә тәҡдим иткәндәр

Был тәҡдимгә ҡарата фекерҙәр төрлө. Берәүҙәр мәсетте төҙөп бөтөргә тәҡдим итә, икенселәр  яңы барлыҡҡа киләсәк урамға ҡушырға кәрәк, ти. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?  

Октябрь проспектын Мортаза Рәхимов исеменә үҙгәртергә тәҡдим иткәндәр
Октябрь проспектын Мортаза Рәхимов исеменә үҙгәртергә тәҡдим иткәндәр

Октябрь проспектын Башҡортостандың беренсе президенты хөрмәтенә үҙгәртергә тәҡдим иткәндәр. Был хаҡта "Башҡортостаным/яңылыҡтар хәбәр итә. 

Был тәҡдим менән Өфө ҡалаһынан Дмитрий Лукин Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Уның фекеренсә, Октябрь проспекты йәки баш ҡаланың башҡа ҙур урамы Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов хөрмәтенә үҙгәртелергә тейеш. Дмитрийҙың мөрәжәғәте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең электрон ҡабул итеү сайтында урынлаштырылған. Ул сәйәсмән тураһында иҫтәлек мәңгеләштерелергә тейеш булыуына ышана. «Дәүерҙең күренекле сәйәсмәненең халыҡ һәм дәүләт алдындағы ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, М.Ғ. Рәхимов хөрмәтенә баш ҡала проспекттарының береһенә исем биреү тураһында уйлауығыҙҙы һорайым. Вариант булараҡ Өфө ҡалаһының Октябрь проспектын үҙгәртеү тураһында фекер йөрөтөргә тәҡдим итәбеҙ. Был ҡарар Башҡортостан халҡының йөрәге өсөн ҡәҙерле Мортаза Ғөбәйҙулла улы иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә асыҡ символ булыр тип ышанабыҙ», — тип иҫәпләй Дмитрий Лукин. 

Был тәҡдимгә ҡарата фекерҙәр төрлө. Берәүҙәр мәсетте төҙөп бөтөргә тәҡдим итә, икенселәр  яңы барлыҡҡа киләсәк урамға ҡушырға кәрәк, ти. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?  

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: