Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
17 Ғинуар 2023, 13:44

Зыңлап оса мәлдәр мәңгелеккә, Атылғандай улар шәп уҡтай... Ғалым ЖАЙЛЫБАЙ

Кешелек юғары тиҙлектә әллә ҡайҙарға оса, глобалләшеү осоронда миллилекте яңы һыҙаттар алыштыра. Бына ошо хаҡта ла һөйләй ул Ғалымдың шиғырҙары

Зыңлап оса мәлдәр мәңгелеккә, Атылғандай улар шәп уҡтай... Ғалым ЖАЙЛЫБАЙ
Зыңлап оса мәлдәр мәңгелеккә, Атылғандай улар шәп уҡтай... Ғалым ЖАЙЛЫБАЙ

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) кешеләр менән йышыраҡ аралашығыҙ, сәфәрҙәрҙә булығыҙ, тигән. Ниндәй тәрән мәғәнәле, кеше ғүмеренең моңло ғына бер йыр булыуын да аңлата ошо юлдар. Иҫән сағында бәндәләр бер-береһе мәнән аралашып, күңел йылыһын өләшеп ҡалһа ине ул.

Ҡазанда ойошторолған төрки шиғриәте фестивалендә танышҡайныҡ ҡаҙаҡ шағиры Ғалым Жайлыбай менән. Тәрән моңло, бик үҙенсәлекле уның яҙғандары. Байтаҡ шиғырҙарын тәржемә иттем. Нимәһе менән йәлеп итә һуң мине был шиғриәт? Унда мин тирмәләрҙә, йәйләүҙәрҙә йәшәгән ҡыпсаҡты күрәм. Шағир үҙенең данлы үткәнен һағына ғына түгел, яңы дәүерҙә милли йөҙөн юғалтыуына әсенеүен яҙа. Бына һиңә мә: айырым дәүләт булып йәшәп ятҡан ҡаҙаҡ та ҡаҙаҡтың ирекле тормошон юҡһыныр икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Кешелек юғары тиҙлектә әллә ҡайҙарға оса, глобалләшеү осоронда миллилекте яңы һыҙаттар алыштыра. Бына ошо хаҡта ла һөйләй ул Ғалымдың шиғырҙары. Ниндәйҙер эске ләззәт менән, ҡом буранында ҡалған ауылдарҙың тынын тойоп тәржемә иттем яҙғандарын. Һеҙгә лә бик оҡшар, тип өмөт итәм, “Шоңҡар”ҙы уҡыусылар. Күренекле прозаик Рәшит Солтангәрәевтың шундай фекере бар: “Ниндәй милләт яҙыусыһының әҫәрен уҡыйым, мин унда шул халыҡты күрергә теләйем...” Был ижадсы өсөн бик мөһим сифат. Тап миллилеге, үҙ йөҙө менән генә ижадсы үҙен аса, Ер йөҙөндә кеше булыуын күрһәтә ала. Бөгөн килеп ҡытай телендә яҙа башлаһам да, берәү ҙә мине ҡытай шағиры тип әйтмәҫ. Үҙ халҡыма бер йырымды ҡалдыра алһам да шөкөр, тиер инем. Ғалым Жайлыбай – ҡаҙаҡ халҡына үҙ моңон ҡалдырған шағир!
Жанарҡаның киңлегендә –
ауылым

Жанарҡаның киңлегендә – ауылым,
Йөрәк һүҙен ишетәлер был йырым...
Шағир булыу – хеҙмәт,
Тәҡдир,
Яҙмыш ул,
Арыныммы һүҙ юлынан? Балҡыш ул.
Намыҫ – Хыял – һайланым мин меңдәрҙән,
Офоҡ ялғай мәлде көнгә Күктәрҙә,
Утта янғанда ла, күмер булманым,
Ҡарға көтөүе бар, унда ҡунманым.
Маҡтанмайым, түрә бүләкләмәне,
Һыбай сапҡанда эйәр бөгөлмәне,
Арттан килгән һыбайлылар буш ҡалды,
Яҙғы бәйгеләрҙә уңыш йылмайҙы.
Зат, намыҫ әләмен күтәр, әй, шағир,
Өйөр менән бергә яҙмай һис маһир.
Аҡҡош йырын бата, мираҫ иттем мин,
Кешеләрҙән йырлы мәлде көттөм мин.
Яҙмышыма яҙған көрәш юлдары,
Яҡыныма асам яра ҡандарын,
Бойоҡ ҡарашымда күреп яҙҙың нурын,
Күктә ғәзиз тамсы тымған йән йырын.

 

БЕҘҘЕҢ АУЫЛ

Ауылға мин барҙым.
Ә унда ҡом тамуғы...
Сарыарҡаларҙа уйнай ҡом бураны.
Өлкән ағайҙарҙың ҡатындары һырғаһына
Бойоҡ моңдар һеңгән. Яра һалған ошо ҡом.
Бәреләләр йөҙгә ҡом бөртөктәре,
Сылтырап, быяла һауыттарға. Тынсыу ауыл...
Бар шатлыҡты баҫа туҙан, дауыл.

Ҡайтҡан көндө үк бәрҙе ҡом бураны,
Ҡуйы томан донъя ҡаплап, барын ураны,
Мәңгелеккә ятҡан кеүек ине был томан,
Меҫкен был ауылды бары аҡ ямғырҙар
Дауалай алыр һағыштарҙан һәм ҡомдарҙан.

Дауалаһа, ярҙам итер инем ямғырға,
Ҡайтыр инем алыҫ сәфәрҙәрҙән яңынан,
Рух ҡотолһон өсөн дауылдан,
Ышанысы артһын өсөн ауылдың,
Яйлап астым ишектәрҙе, баҡтым айҙай,
Сәңгелдәктәр бәүелтергә ҡайтыр инем,
белә Хоҙай.

Шуҡ сабыйым менән сәңгелдәктә уйнар инем,
Тыуған йортта бәхет туйлар ине,
Һыбай сабыр инем күркәм атта далаларҙан,
Был халыҡтың инә һөтөн имһә уландары,
Еңә алмаҫ бер ниндәй ҙә дауылдары.

Ауылдарҙан кемдәр алып ҡасҡан ваҡытты?
Ҡасан бында һуңғы тапҡыр яҙ еҫе сыҡты?
Болот араһына сумды дуҫтарым, ай...
... Афғандан ҡайтты тик Афғанбай,
Район үҙәгенә етерлек тә юҡ аҡса... Ил шулай...
Бында һылыуҡайҙар йәшәгән,
Тоҙ сығарған...
Йылҡы баҙарында шат тауыштар яңғыраған...
Минең Сарыарҡама көйә төшкән, таралған,
Ҡом бурандарынан әрнеү яралған,
Шулай йәшәй минең кескәй ауылғынам.

Көн-ҡолонсаҡ Төн-әсәһен оҙатты

Көн-ҡолонсаҡ Төн-әсәһен оҙатты,
Кисен үҙе китер өсөн,
Ай лампалай дала өҫтөндә,
машина фарын ҡабыҙам
Юлды яҡтыртыр өсөн...

Нишләп әле мин китмәнем башҡа эҙҙәр буйлап
Көтөп яҙмышымдың хөкөмөн?
Диңгеҙ тулҡынына әүерелдем мин,
Бөгөрләнеп, күбекләнеп ярҙы төкөнөм.
Нәҙек ботаҡтарҙан ергә төштөм,
Һин булдыңмы минең аҡ ҡошом?
Әремле дала еҫтәренән ауыҙ иттең,
Дала йыры булыр саф төшөң.

Был тормошом минең – һауам,
минең ватаным,
Сәңгелдәктә ҡай саҡ тығын була,
Көҙҙәремде яҙҙар ҡыуған саҡта –
Йылдар тула йәнгә, йырҙар тула...

Тондо инде, таҙарынды һауа,
Һыу ятҡылығы ла шишмәнән, аҡтан.
Зыңлап оса мәлдәр мәңгелеккә,
Атылғандай улар шәп уҡтай...

 

МИН БЕР КҮЛГӘ КИТТЕМ...


Талаптан Әхмәтжан иҫтәлегенә
О Талаптан! Онотолмаҫ дуҫым,
Һинән дә бит ғүмер ысҡынды.
Инеп юғалды шул карабың да
Юғалттым мин һинле тулҡынды...
Ғүмереңдең кинотаҫмалары
Хәтерҙәргә ҡалды уй-ғәме.
О Талаптан! Онотолмаҫ дуҫым!
О Талаптан! Алтай уланы!
Бер Хоҙайҙың хөкөмдәре өҫтөн.
Һин йырланың таңда ҡош моңон.
Беҙ һоролар араһында үҙең
Тарбағатай кеүек тойолдоң.

Тик болғанды һыуы был күлдәрҙең,
Иртән һинең сәләмеңде тойманым.
Ҡанат яралаһаң, ҡолай ҡаҙ ҙа,
Ҡәберең өҫтөн болот алғаны,
Бар Ер шарын ҡара шәле ҡапланы.

О Талаптан!
Бәндә эҙләй, һин һүрәттә генә...
Ул көҙҙәргә инде юлдар юҡ.
Аҡыл эйәһе лә асылмаҫ сер,
Беҙҙе күрештерер ҡулдар юҡ,
Ҡайрат, Нурлан, дуҫтар ҡосағында
Һин йөрөп тор, беҙҙе көтөп ул сағында.

Ҡара урман арттарында – халҡың,
Кем өҫтөнә алһын ғәйепте?
Бүлмә ҡалды асҡыс менән ябылып,
Яҙыусылар союзы – Изге рухың терәге –
Рухың йәшәй бында йәш һәм ҡот булып.

...Бик-бик оҙаҡ уйландым мин,
Тик уйлап та тапманым,
Әсе ҡайғының ҡара һыуы сер һаҡлай.
Дошман түгел, дуҫың аңламаҫ хәл был...
Хәсрәтемде йөкмәт ҡайттым, йән аҡһай,
...Баттым мин бит шул күлдә,
Күҙ йәштәрем күлендә, о Талаптан!

***
Күҙҙәремдең сөңгөлөндә, төбөндә,
Йөрәгемдең иң йәшерен серендә,
Күҙҙәремдең күлдәренең эсендә,
Йөрәгемдең йәшел сәхрәһендә
Һин барһың...

Яғымлы бер хыялым һин, мәғәнәм,
Жанарҡаның иркен киңлеге,
Үләндәрҙән тамған һут тәме,
Күҙ йәшендәй япраҡтарға тамғаны,
Һинең йырың!

***
Күтәреләм, тормош кеүек, текә тауҙарға,
Үрҙәрендә мең-мең төҫлө нур балҡый,
Саптар Кулагерҙең далаларҙа осошо,
Күңелемдән минең шул саҡ моң урғый.
Кулагерҙың үрҙәр яулауылай, көн аға,
Һыу өҫтөнән күтәрелә аҡҡош хыялға,
Мин – шағир, ошо изге тормоштан
Минең Жайығым да ҡушылды бит ағымға!..
Шиғырҙарҙа минең – ғүмер таңдарымдың
ҡеүәте,
Төшөндөрәм тиһәм, аңлаусы юҡ, шағир тип.
Хыялдарҙың иге-сиге булманы,
ҡуйырҙылар томан шикелле,
Осто улар, был хыялға инде ахыр тип.
Ҡайҙа осто улар? Кем һуң яуап бирер?
Йырланым мин хәҙер бары бер йырҙы...
Йөрәгем бит яҙмыш яҙы сәскәләрен тойманы,
Ҡайындарҙа ошо мәлдә хәүеф ҡуйырҙы.
Ҡарағайҙар бер-беренә терәлешеп баҫтылар,
Урҙа хәле мөшкөлләнгәс, иларлыҡ,
Ризыҡ етер көнгә, нур эңерҙә ирей,
Ҡара дөйә көсөн юғалтҡан ул,
йөкһөҙ килеш ауырлыҡ,
Бушап ҡалған ер өҫтө,
Йәйләү менән бергә күсмәндәр ҙә күсте...

 

БЕГИМАЙҘЫҢ ЙЫРЫ

Жумабай Шаштайулыға
Уң ҡулында күгәрсен ултыра,
Һул ҡулында күгәрсен ултыра.
Эй, ҡаҙаҡ, ашыҡма,
Яуап бир һин йыр менән!
(шағирә Бегимайҙың йырынан)

Тыуғандан уҡ уң яғымда һөйөү ултыра,
Уны һағыныуҙан һағыштарым ҡотора,
Йөрәгемде ялмап алды ҡырғыҙ ҡыҙы,
Тәҡәттәрҙән, теләктәрҙән ҡаным ҡыҙҙы!
Ишеттем мин уның моңло йырлауын,
Тойҙом йыры асылымды ҡамауын,
Май кисендә Бешкәктәрҙә тыңланым:
“Уң ҡулымда – күгәрсен, һулында ла –
күгәрсен”
Скрижаль...
Күл өҫтөндә аҡҡоштарҙың йөҙгәне,
Барыһы ла төштә кеүек күҙләүем,
Камиллыҡтың үҙе ине – һылыу Бегимай,
Биш көн үргән ҡуйы сәсен толомлай.

Был тормошта йәшел дә күп, ҡыҙыл да,
Юлым төштө Бешкәктәргә шул йылда,
Жумабайҙың бәхеттәре ташҡан ине:
“Күгәрсендәр, Хоҙай, ҡулға баҫҡан ине!”
Был хәлдәрҙе һәр бер шағир тик үҙенсә яҙҙы,
Ҡырғыҙҙарҙың йөрәк асыҡ, яҡты йөҙө,
Йөрәк-күгәрсенкәй осто бейек күктәргә,
Бегимай ҡыҙҙың йырын тыңланылар күптәр ҙә.
Йырла әле, Бегимай, йырласале йырыңды,
Тауҙар аша үтергә лә мин әҙермен тыңларға.
Илһам бирҙең һин юғары осоштарға,
Күпме хыял, теләк бирелә бит яҙмыштарға!

 

Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

 

Автор:
Читайте нас: