Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Ғинуар 2023, 10:08

158 йыл элек билдәле рус рәссамы Валентин Серов тыуған

Валентин Серовтың был билдәле картинаһында 12 йәшлек Вера, меценат Савва Мамонтовтың балаһы, һүрәт­ләнгән. Йомшаҡ ҡарашлы, йыл­майынҡырап беҙгә баҡҡан был мөләйем ҡыҙҙың ғүмере бик иртә өҙөлә...

158 йыл элек билдәле рус рәссамы Валентин Серов тыуған
158 йыл элек билдәле рус рәссамы Валентин Серов тыуған

Валентин Александрович Серов 1865 йылдың 19 ғинуарында Петербургта музыкаль ғаиләлә тыуған. Уның бик иртә һынлы сәнғәткә һәләте асыла, ә беренсе уҡытыусыһы Илья Репин була.

1880 йылда тап Репин Валентин Серовты Петербург Художество академияһына уҡырға инергә тәҡдим итә. Павел Чистяков уҡыған ваҡытта Валентиндың остазы була.

Сергейовтың Мамонтовтың ҡыҙын һүрәтләгән «Девочка с персиками» картинаһы тормош көсө, буяуҙарҙың байлығы менән айырылып тора. Ошо портрет өсөн Серов Мәскәүҙең художество һөйөүселәр йәмғиәте премияһын алған.

 

“Персик менән ҡыҙ”ҙың фажиғәле яҙмышы

Валентин Серовтың был билдәле картинаһында 12 йәшлек Вера, меценат Савва Мамонтовтың балаһы, һүрәт­ләнгән. Йомшаҡ ҡарашлы, йыл­майынҡырап беҙгә баҡҡан был мөләйем ҡыҙҙың ғүмере бик иртә өҙөлә...

Рәссам картинаны 22 йәшендә төшөрә. Яңы сәйәхәттән ҡайтҡан йәш егет Савва Мамонтовтарға ҡунаҡҡа килә. Һөйләшеп ултырған арала, өйгә тышта уйнап йөрөгән Вера йүгереп инә һәм бер нисә секундҡа ғына өҫтәл артына ултырып, персикка үрелә. Был мәлде рәссам шул тиклем оҡшата. Алһыу йөҙлө, вайымһыҙ ҡыҙҙы мотлаҡ һүрәткә төшөрөргә була.
Валентин Серов, теремек Вераны бер урында сәғәттәр буйы ултырырға мәжбүр иткәненә ғәфү үтенә-үтенә, картинаны ай буйы яҙа. Эш тамамланғас, рәссам уны Вераның әсәһенә бүләк итә. Аҙаҡ инде картина Третьяков галереяһына бирелә һәм авторына билдәлелек килтерә.
Ә Вераның яҙмышы фажиғәле булып сыға. Алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу ҡыҙ белем алып, бәхетле булып, буй еткерә. 1903 йылда яратҡан кешеһенә — Александр Самаринға кейәүгә сыға. Ғаиләнең тормошо матур бара, улар ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Әммә шатлыҡлы йылдар тик 5 йылға ғына һуҙыла. 32 йәшлек Вера пневмония арҡаһында бер нисә көн эсендә шәм кеүек һүнә һәм вафат була. Ире, Вера вафат булғас, башҡаса өйләнмәй. Уның яҙмышы ла еңелдән булмай: Александр Самаринды һөргөнгә ебәрәләр. 1932 йылда, иректә бер генә йыл йәшәп өлгөрөп, ул да үлеп ҡала.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: