Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
28 Ғинуар 2023, 19:50

“Беҙ аслыҡты еңдек...”

Асия апайыбыҙ Ишембайға кит­кән була. “Һин барып урынлаш та, һәйбәт булһа, беҙ ҙә күсербеҙ”, – тигән уға әсәй. Күпмелер ваҡыттан һуң атайым шунда барып, күреп ҡайтырға юлға сыға. Инде барып ет­тем тигәндә, Петровскийҙа юлба­ҫарҙар уны туҡмап, үлтереп китә. Өҫтөндәге кейемен һалдыралар, бөтә әйберҙәрен алалар.

“Беҙ аслыҡты еңдек...”
“Беҙ аслыҡты еңдек...”

Альбина Хажим ҡыҙы Күсимова (әле Исхаҡова) 1938 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда өс йәштә була.

 


Һуғыш алдынан

 


Асия апайыбыҙ Ишембайға кит­кән була. “Һин барып урынлаш та, һәйбәт булһа, беҙ ҙә күсербеҙ”, – тигән уға әсәй. Күпмелер ваҡыттан һуң атайым шунда барып, күреп ҡайтырға юлға сыға. Инде барып ет­тем тигәндә, Петровскийҙа юлба­ҫарҙар уны туҡмап, үлтереп китә. Өҫтөндәге кейемен һалдыралар, бөтә әйберҙәрен алалар.

Урамдан уйнап ҡайтһам, өйҙә апайҙар илашып ултыра. Мин бер йәшлек кенә Әминә һеңлемдең шаянлығынан көләм. Шунда апайҙарым, миңә асыуланып: “Һин көләһең, атай үлеп ята...” – тине. Был ваҡытта һуғыш башланырға бер ай самаһы ҡалған булған.

Беҙ күмәк инек. Атай менән әсәйҙең ун бер балаһы булған. Ике улдары үлгән. Инде атайһыҙ ҙа ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ Бибиәсмә ауырыу ғына ине, йыш ҡына дауаханала ятты. Инвалидлыҡ та биргәйнеләр. Мин күбеһенсә әсәйемдең әсәһе менән атаһы янында – Һәмиә өләсәйем менән Шәйхаттар олатайҙарҙа йөрөй торғайным. Уларҙың ҡыҙҙары Фәрихә апайым Асҡарҙа уҡытыусы ине.

Олатайым япон һуғышында ҡатнашҡан. Йомарт булды. Мин барып инһәм: “Балаҡай, ана, шкафты ас әле, шунда кәртүк ултыра, алып аша”, – ти торғайны. Ә өләсәйем һаҡсыл ине. Бәлки, шуға ла етеш йәшәгәндәрҙер.

Бер ваҡыт әсәйемдең ҡустыһы Мөғәлләм ағайҙың ике улы – Марс менән Илсен ағайҙар өләсәйҙең бикләп ҡуйған синнегенә өй ҡыйығынан төштө лә кипкән алма алып сыҡты. Миңә лә бирҙеләр. Күп итеп ашап, бүктем дә ҡуйҙым.

Бәләкәй булғанлыҡтан, тотош ғаиләбеҙҙең һуғыш ваҡытында нисек йәшәгәнен әллә ни хәтерләмәйем. Ә бына ҡайһы бер ваҡиғалар иҫтә ҡалған.


...Бер кис тағы ла өләсәйҙәргә киттем. Барҙым да, хәйерсе балаһы кеүек, ишек төбөндә баҫып торам. Күргән кеше лә, өндәшкән әҙәм дә юҡ. Ҡараһам, береһе лә өйҙә юҡ икән. Бер аҙҙан ҡайтып инделәр. Әтлеккә, һарынаға киткән булғандар.

Әтлек – керәнгә оҡшаған, оҙон тамырлы үҫемлек. Миңә берҙе биргәйнеләр, ҡыуанып йүгереп ҡайтып киттем. Уны киптереп, ҡул тирмәненән тартып, икмәк тә бешерәләр. Һарынаның бутҡаһы бик тәмле була ине.

 


Икмәк тәме

 


Минең менән бергә уйнап йөрөгән иптәштәрем гел түрә балалары булды. Военкоматта эшләгән Зенцов тигән кешенең ике ҡыҙы менән ике улы беҙгә килһә, ашар ваҡыт етһә, әсәйем уларға ла һөт, ҡатыҡ эсерә. Ә мин барһам, бер нәмә лә бирмәйҙәр. Улар бөтәһе бергә ашарға ултыра.

Хатта урамда йөрөгәндәрен дә саҡырып алып, барыһы ла йыйылғас ҡына ашай башлайҙар. Һәр кемгә ризыҡты тигеҙ итеп бүләләр, икмәктәрен өлөшләп ҡырҡып һалалар. Эй ашағым килә торғайны шул икмәкте, әҙ генә бирһәләр ине, тип өмөтләнәм. Юҡ, мине саҡырмайҙар ҙа, бер нәмә лә бирмәйҙәр ҙә. Улар ашап бөткәнсе икенсе бүлмәлә көтөп ултырам.

Бер көн ныҡ асыуым килде лә тегеләрҙең ҡайсыларын алып сығып киттем. Галушымдың эсенә һалдым да алып ҡайттым. Өйгә алып инмәнем, тышҡа ҡайҙалыр бүрәнә араһына ҡыҫтырып ҡуйҙым. Аҙаҡ ул әллә ҡайҙа булды. Эҙләмәнем дә. Тегеләр бер тапҡыр: “Һин алманыңмы ҡайсыбыҙҙы?” тип һорағайны, мин: “Юҡ!” – тинем.

...Һуғыш ваҡытында бет ныҡ күп булды. Кешеләр йонсоуҙан бетләне. Бер ваҡыт Магнитогорскиға Мөғәлләм ағайҙарға барҙым. Булат ағайым да шунда ине. Ул да бетләгән. Йылға буйына барҙыҡ та, беттәрҙе сүпләп, һыуға ағыҙып ултырабыҙ. Мәрйә ҡатындары ни эшләгәнебеҙҙе күрҙе лә әрләп ҡыуып ебәрҙе.

Кешеләр өйҙә кистәрен бер-береһенең баштарын ҡараша торғайны. Миңә генә баш ҡалманы. Минең дә ҡарағым килә. Шул ваҡыт бер хәйерсе килеп инде лә, минең дә башымды ҡарағыҙ әле, тине. Эй ҡыуандым. Тубығыма башын һалғайны, беттәр мыжғып тора. Башҡа баш ҡарамаҫтай булдым.

...Һабантуй мәле етте. Күршеләр китеп бөткән. Беҙ ҙә барырға йөрөйбөҙ, тышта ололарҙы көтөп ултырабыҙ. Шул саҡ ҡаршылағы йорттоң өй башынан бер егет һикереп килеп төштө. Ҡултыҡ аҫтына ярты буханка икмәк ҡыҫтырған.

...Әсәй прокуратурала иҙән дә йыуҙы, икмәк тә бешерҙе. Хәленсә эшләне. Күберәген сирләне. Инвалидлығы өсөн паек бирәләр ине. Бер ваҡыт Хафиза апай райисполкомға барһа, әсәйемдең паегын бирмәгәндәр. Апайым ҡайтып әйткәс, әсәйем пыр туҙып китте. Барып:


– Кем ашата минең балаларымды? – тип бик ҡаты әрләшеп ҡайтҡан.

Бер көн үткәс, әсәйемде райисполкомға саҡырталар. Төрмәгә ултыртырҙармы икән, тип ҡурҡып ҡына киткән. Барһа, быны бик һәйбәт ҡаршы алғандар.

– Нимәгә мохтажһығыҙ? – тип һорағандар.

– Нимәгә тип ни, бөтәһе лә кәрәк инде, оно ла, шәкәре лә... – тип аптырап яуап биргән әсәйем.


Күсимовтың ҡайтҡаны

 

Бер ваҡыт бөтә ризыҡтарҙы килтереп киткәндәр. Электрик килеп, өйгә радио ҡуйған. Әсәй аптыраған.


Фәриха апай:


– Күсимов ҡәйнешең ҡайта бит ауылға, – тигән.

Миңә матур күлдәк биргәндәр. “Бер ҙур ағай машина менән килеп төшһә, ҡаршыһына йүгереп барһын”, – тигәндәр. Эй көтәм, бер кем дә күренмәй. Машина ла юҡ, ағай ҙа юҡ. Тәҙрәнән ҡарап, арып бөттөм. Матур күлдәгемде иптәштәремә тиҙерәк күрһәткем килә.

Бына бер ваҡыт өйөбөҙҙөң алдына машина килеп туҡтаны. Унан ҙур кәүҙәле бер ағай килеп сыҡты. Мин тиҙ генә күлдәкте кейҙем дә ҡаршыһына йүгерҙем. Ул, мине күтәреп алып, күккә һикертте. Миндә ул ағай ҡайғыһы юҡ, тиҙ генә ысҡындым да иптәштәремә күлдәгемде күрһәтергә йүгерҙем. Ул Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов булған. Мәскәүгә уҡырға китер алдынан (Фрунзе исемендәге хәрби академияға – авт.) ауылға ҡайтып киткән.

...Бер ваҡыт фронттан туған тейешле Ғәйфулла Ғәбитов тигән ағайҙан Мөғәлләм ағайҙың ҡатыны Сания апайға посылка килде. Был хаҡта иң беренсе мин белдем дә һөйөнсө алырға йүгерҙем. “Һөйөнсөгә нимә кәрәк?” – ти ул. Мин: “Трусик”, – тинем. Күрәһең, булмағандыр йә етмәгәндер инде. Ул посылкала нимә булғандыр, белмәйем. Фәриха апайға бер алҡа бар ине, шуны хәтерләйем. Бәләкәй генә, матур ғына ине. “Үҫкәс, һиңә бирермен”, – тине ул. Ғүмер буйы көттөм, бирмәне...

Аҙаҡ һуғыштан ҡайтып, ауылда йәшәп, бер Өфөгә беҙгә килгәнендә Ғәйфулла ағайҙан ул посылкала нимә булғанын һорай ҡуйҙым. “Беҙ унда нимә барлығын да белмәнек. Бер бинаға барып кергәндә, күп йәшниктәргә әйберҙәр тултырылып әҙерләп ҡуйылғайны. Беҙ адрестар яҙҙыҡ та ебәрҙек”, – тине.

"Башҡортостан" гәзитенән. 

 

Автор:
Читайте нас: