Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
7 Февраль 2023, 05:55

Халҡы өсөн хеҙмәт иткән шәхес

Марат Ҡолшәриповтың фәнни хеҙмәттәре Башҡорт ғәскәрен, Башҡорт милли хәрәкәтен, ХХ быуат Башҡортостан тарихын һәм историографияһын өйрәнеүгә, милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Халҡы өсөн хеҙмәт иткән шәхес
Халҡы өсөн хеҙмәт иткән шәхес

 

 

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы — ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире. 1991—1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге (2002), Р. Ғ. Кузеев исемендәге (2014) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов 1941 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ыныңКүгәрсен районы Ерекле ауылында тыуған.

  • 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетынтамамлай.
  • 1971 йылдан шул уҡ уҡыу йортонда эшләй: 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы.
  • 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире.
  • 1991—1996 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе.

Марат Ҡолшәриповтың фәнни хеҙмәттәре Башҡорт ғәскәрен, Башҡорт милли хәрәкәтен, ХХ быуат Башҡортостан тарихын һәм историографияһын өйрәнеүгә, милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Башҡорт Википедияһынан. 

Автор:
Читайте нас: