Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
7 Февраль 2023, 14:40

Яҙыусы, ғалим Берйән Байымовтың тыуыуынаа - 75 йыл

Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыр, таҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған.

Яҙыусы, ғалим Берйән Байымовтың тыуыуынаа - 75 йыл
Яҙыусы, ғалим Берйән Байымовтың тыуыуынаа - 75 йыл

Байымов Берйән Сафа улы 1948 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының[1]Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған.

  • Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
  • Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
  • Сибай интернат-мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
  • 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
  • 1980—1982 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтыаспирантураһында уҡый. 1993 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1983—1998 һәм 2000—2002 йылдарҙа шул уҡ институттың фольклор һәм сәнғәт бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
  • 1998—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй.
  • 2004 йылда Өфөлә вафат була, тыуған яғында ерләнә.

Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыртаҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. М. Буранғоловтың «Сәсән аманаты», Мөхтәр Сәғитовтың «Ғүмерлеккә ҡалған яра» китаптарын һәм «Башҡорт фольклоры. II сығарылыш» йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә.

Берйән Байымов, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, 1998 йылда башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған «Атылған йондоҙ Амантай» китабын нәшер итә. Әҙип шулай уҡ балалар өсөн «Урман бүләге» исемле шиғыр (1987) һәм «Мажаралы төн» исемле хикәйә (1993) йыйынтыҡтары, «Ҡон» повесы (2004) авторы. Ул 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Әҫәрҙәре:

  • Урман бүләге. — Өфө, 1987.
  • Мажаралы төн. — Өфө, 1993.
  • Ал гармуның, әйт таҡмағың… — Өфө, 1993.
  • Атылған йондоҙ Амантай. — Өфө, 1998.
  • Өҙөлгән сәфәр: повесть, хикәйәләр. — Өфө, 1999.
  • Ижадсылар (ижади портреттар). — Өфө, 2008.

Башҡорт Википедияһынан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: