Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
11 Февраль 2023, 14:30

Моряк булырға хыялланған ғалим

Бала саҡтан донъяны күрәм тип ныҡ хыялландым. Ул осорҙа сит илгә сығыу мөмкин булмаған хәл ине бит.

Моряк булырға хыялланған ғалим
Моряк булырға хыялланған ғалим
Фәндә ул күптән инде өйрәнсек түгел – танылған ғалим, Башҡорт дәүләт университетының физиология һәм дөйөм биология кафедраһы профессоры, 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Лайыҡлы остаз да – байтаҡ ҡына фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән. Әммә Айрат Рим улы ИШБИРҘИН үҙен ҡасандыр ошо юлға илткән ҡыҙыҡһыныусанлығына бөгөн дә тоғро булып ҡала. Ысын ғалимдарға ғына хас сифаттыр был. Юҡһа, танылған профессорҙың үҙ өлкәһендә тикшеренеүҙәренән тыш бөгөн юғалыу сигендә булған телдәрҙе өйрәнеүен нисек аңлатырға? Уның менән әңгәмәбеҙҙә беҙ ҙә ғалимдың бала сағына ҡайтып килдек, урмандарыбыҙҙың хәлен баһаланыҡ, башҡорт балының үҙенсәлеген барланыҡ, хатта дигор теленең беҙҙеке менән уртаҡ һыҙаттарын осраттыҡ. Әммә иң мөһиме – кешене бала саҡтан ғалимлыҡҡа әйҙәгән төп сифатты асыҡланыҡ.
 
 

Берәй ҡош йә үлән атамаһын онотһам, әсәйемдән һорайым

 
 

– Айрат ағай, иң ҙур даръя ла бәләкәй генә инештән башлана, тиҙәр. Ә һеҙҙең оло тормош юлына илткән һуҡмағығыҙ ҡайҙан башланды?
 
– Тәүҙә ғаиләбеҙ Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән. Балалар баҡсаһына шунда йөрөгәнмен. Һуңынан Күгәрсен районының Йомағужа ауылына күсеп килдек – бала сағым ошо ауылда үтте. Ул ваҡытта һыуһаҡлағыс юҡ ине әле. Мин ҡалаға сығып киткәс уны төҙөй башланылар. Бала саҡта рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап йөрөгән йылғалар хәҙер барыһы ла шуның аҫтында ҡалды. Бөгөн дә мөмкинлек сыҡҡан һайын ауылға ҡайтырға тырышам. Ғаиләлә ике бала үҫтек – Ләлә исемле һеңлем бар. Әлеге көндә мәктәптә математиканан белем бирә.
 
1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһына ҡайттым. Уға тиклем Күгәрсен һәм Учалы райондарында уҡытыусы булып эшләгәйнем. Элек юллама буйынса эшкә оҙата инеләр бит. Йәш уҡытыусыларҙы түҙемһеҙлек менән көттөләр, бөгөнгө кеүек эшһеҙлек булманы. Ике йылдан университетта эш башланым. Һуңынан Башҡортостандың Фәндәр академияһына күстем, Ботаник баҡса-институтында һәм Биология институтында хеҙмәт иттем. 1998 йылда махсус саҡырыу буйынса Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына юлландыҡ. Ҡатыным менән унда 7 йыл йәшәнек. 2004 йылда ҡабат баш ҡалаға ҡайттыҡ.

– Айрат ағай, биолог булам тип хыялланған малайҙарҙы йыш осратырға тура килмәй. Бөгөнгө һөнәрегеҙ һеҙҙең бала саҡ хыялы инеме?
 
– Эйе, уҡыусы ҡыҙҙар араһында ла ботаник булам тигәндәрен осратҡаным юҡ әлегә. Ауылда үҫкән һәр кем тәбиғәт балаһы бит. Бесән мәлендә йә балыҡта атай менән олатайҙарҙың һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңлайһың. Тәбиғәткә ҡарата һөйөү шул ваҡытта үҙенән-үҙе ярала. Йәнтөйәгеңдең һәр ҡыяғы һәм һәр ташының йәне бар кеүек тойола башлай.
 
Мәҫәлән, урманға Ғарифулла олатайым менән сыға торғайныҡ. Ул үҙе белгәндәр тураһында иҫ киткес мауыҡтырғыс итеп һөйләй инде! Уның һөйләгәндәре күңел түренә һалына бара. 86 йәшен тултырған әсәйем Маһинур ҙа бик күпте белә, хатта әле лә берәй ҡош йә үлән атамаһын онотһам, унан шылтыратып белешәм. Хәтеренә йәштәр ҙә һоҡланырлыҡ! Атайым һөнәре буйынса тарихсы ине, үкенескә ҡаршы, 44 йәшендә генә арабыҙҙан китеп барҙы.
 
Бала саҡтан донъяны күрәм тип ныҡ хыялландым. Ул осорҙа сит илгә сығыу мөмкин булмаған хәл ине бит. Шуға ла моряк булыу теләге менән яндым – йәнәһе лә, “Сәйәхәтселәр клубы” тапшырыуында күрһәткәндәрҙе барып үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен. Мәктәпте тамамлағандан һуң Санкт-Петербургтағы Макаров училищеһына юлландым, әммә сәләмәтлегем буйынса үтмәнем, хатта имтиханға ла ҡабул итмәнеләр. Яҫы табанлылыҡ ҡамасауланы. Ҡайтышлай Өфө авиация-техник институтына имтихандар тапшырҙым – моряк булам тип, физика һәм математиканан яҡшы әҙерләнгәйнем бит. Әммә унда бер йыл уҡыным да ташланым – тимер-томор араһында эш итеүгә һис кенә лә күңелем тартманы.
 
Киләһе йыл Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына килдем – барыбер ауыл малайының күңеленә иң яҡыны тәбиғәт бит. Уның тураһында күберәк өйрәнгем килгәйне. Йылға буйында үҫкәнгәлер, ихтиолог булырмын тигән уй күңелде йылытты. Ботаника буйынса танылған ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Борис Михайлович Миркин уҡытты. Фән юлынан китергә теләгәндәр тап уның янында тупланды. Мин дә тәүге курстан уҡ ошо йүнәлеште һайланым һәм уның кафедраһының аспиранттарына ярҙам итә башланым. Борис Михайлович минең диплом эшемдең, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациямдың етәксеһе булды. Былтыр йәй 80 йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

– Атайығыҙ менән әсәйегеҙ ошо һөнәрҙе һайлауығыҙға ниндәй ҡарашта булды?
 
– Улар миңә бер ҡасан да үҙ фекерен көсләп таҡманы. Ҡыҙыҡһынаһың икән, әйҙә, уҡы, шөғөллән тип әйтерҙәр ине. Был йәһәттән тулыһынса ирек бирҙеләр. Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, шуға балаларға ла ярҙамлашырға тура килә. Шуныһы ҡыҙыҡ – атайым менән әсәйем ҡулыма китап тотоп ултырғанымды күрһә, эш ҡушмай торғайны. Уҡыу, белем алыу – иң ҙур хеҙмәт, тигәндәре хәтеремдә.

– Тимәк, бәләкәйҙән китап уҡып үҫтегеҙ инде…
 
– Ҡулға килеп эләккән китаптарҙың бөтәһен дә һыу һымаҡ эстем. Балалар өсөнмө, ололарға тәғәйенләнгәнме – айырып тороу юҡ ине. Нәфис әҙәбиәтте лә, төрлө энциклопедияларҙы ла ҡулдан төшөрмәнем. Ысынлап та, был йәһәттән ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан ныҡ көслө булды. “Ҙур Совет Энциклопедияһы”ның килгән һәр томын атайым менән бергә ҡарап сыға торғайныҡ. Балалар энциклопедиялары ла күп килде. Ауылыбыҙ ҙур булғанға, беҙҙә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә китапхана эшләне. Балалар китапханаһын беренсе класты тамамлағансы уҡ уҡып сыҡтым. Шуға ла икенсе класта Сережа тигән дуҫ малай менән ололар китапханаһына яҙылырға киттек. Әммә беҙҙе тәүҙә теркәмәй ыҙалаттылар. Иламһырай башлағас ҡына теләгебеҙ үтәлде, хәҙер инде шундағы китаптарҙы уҡыныҡ.
 
 

Башҡорт балынан һуң тәм айыра башлау өсөн ярты сәғәт ял кәрәк

 

– Фәнни биология ябай кешеләргә йыш ҡына аңлашылып та бөтмәй. Шәхсән һеҙ бөгөн ниндәй йүнәлештәрҙә тикшеренеүҙәр алып бараһығыҙ?
 
– Бер йүнәлеш менән генә шөғөлләнеү хатта профессорҙарҙы ла ялҡыта. Шуға ла мине ҡыҙыҡһындырған башҡа тармаҡтар ҙа бар. Диплом эштәренә етәкселек итәм, диссертация өҫтөндә эшләгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙам. Мәҫәлән, башҡорт балын һәм бал ҡортон өйрәнәм. Был өлкәлә бер докторлыҡ һәм өс кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған аспиранттарым бар. Беҙҙә донъяның төрлө төбәгенән йыйылған бал һаҡлана. Антарктиданан ғына юҡ. Уларҙы дегустация – еҫе һәм тәме арҡылы өҫтөнлөктәрен өйрәнеү өсөн һаҡлайбыҙ.
 
Бының өсөн ике йыл дауамында итальян белгестәрендә уҡыным. Хәҙер бал буйынса халыҡ-ара белгес-дегустатор тигән сертификатым бар. 2015 йылда Кореяла үткән “Апимондия” конгресында ҡатнаштым. Унда 11 жюри ағзаһы араһында булдым – бал һәм бал продукттарын баһаланыҡ.
 
Һуңғы ваҡыт гербицидтарҙы өйрәнәм. Был да минең өсөн бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш. Бөтәһе лә уның ҡый үләндәренә ҡаршы көрәштә өҫтөнлөктәрен белә. Әммә урынын, ваҡытын һәм миҡдарын дөрөҫ файҙаланғанда стимулятор рәүешендә лә ҡулланырға, һөҙөмтәлә уңышты бер нисә процентҡа арттырырға була. Яңыраҡ был йүнәлештә тәжрибә туплау һәм өйрәнеү өсөн Үзбәкстан магистрант hәм аспиранттары килде.

– Гербицидтарҙың ашлыҡҡа үтә лә зарарлы булыуы тураһында һуңғы ваҡыт бик күп һөйләнелә. Шул һүҙҙәр дөрөҫлөккә тап киләме?
 
– Төрлөһө – кешегә зарарлыһы һәм шул арҡала күптән тыйылғандары ла, санитар нормаларға яраҡлыһы ла бар. Шуны аңларға кәрәк – был күберәк иҡтисад мәсьәләһе. Төрлө корпорациялар үҙҙәре етештергәнде баҙарға сығарырға һәм ҙур табыш алырға ынтыла. Был маҡсаттан төрлө алымдар эшкә егелә – бер-береһенә яла яғыуға тиклем барып етәләр.
 
Дөрөҫөн әйткәндә, гербицидһыҙ лайыҡлы уңыш алыу бөгөн мөмкин түгел тиерлек. Элек кенә колхоздарҙа халыҡты утауға сығарғандар һәм сүп үләндәрен ҡул менән йолҡҡандар, хатта иген баҫыуҙарын шулай таҙартҡандар. Ә бөгөн бындай мөмкинлек юҡ.

– Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе лә өйрәнәһегеҙ икән. Беҙҙең йәшеллек донъяһының бөгөн хәле нисек – был турала һеҙ ниндәй фекерҙә?
 
– Йәшеллек донъяһының хәле яҡшырып киткән йә ҡабат насарайған осорҙар булып тора. Үткән быуаттың һуңғы йылдарында көтөүлектәрҙең ғәҙәттән тыш ярлыланыу (перевыпас) мәсьәләһе бик киҫкенләшкәйне. Мал көтөүе үләндәрҙе ҡырып бөтөргәйне. Ауылдарҙың янында туҙан борҡоп ятты, йүнле көтөүлектәр ҙә ҡалмағайны. Ниндәй малды аҫрарға һәм көтөүгә сығарырға икәнлеген хәл иткәндә ландшаф үҙенсәлеген дә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Бесәнлек өсөн етерлек майҙан бармы – быны ла ҡарарға кәрәк. Ә СССР-ҙағы план хужалығы осоронда уға бөтөнләй иғтибар итмәнеләр. Мәҫәлән, бер мәл һарыҡсылыҡ үтә лә үҫешкәйне, бөгөн иһә йылҡы малын күпләп аҫрайҙар. Совет осоронда тап шулар үләндәрҙе ныҡ ҡырҙы ла инде. Хатта экологтар донъяла ике етди проблема барлығын билдәләргә мәжбүр булғайны – беренсеһе диңгеҙ ресурстарының киҫкен кәмеүе булһа, икенсеһе – көтөүлектәрҙең ғәҙәттән тыш ярлыланыуы ине.
 
Әммә үткән быуаттың 90-сы йылдарында климат ҡапыл үҙгәрә башланы, бер нисә йыл рәттән ямғырлы йылдар тура килде, өҫтәүенә иҡтисади көрсөк арҡаһында колхоз-совхоздар бөлдө. Һөҙөмтәлә ауыл малдары көтөүгә ҡырғараҡ йөрөй башланы. Көтмәгәндә беҙ бөтөнләйгә бөткән тигән үҫемлектәр ҙә нисектер ҡабат баш ҡалҡытты. Моғайын, барыһын да тәбиғәт үҙе шулай көйләйҙер инде.

– Ә бөгөнгө мәлдә хәлдәр нисек? “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр тергеҙеләме?
 
– Улар ҡурсаулыҡтарҙа һаҡлана бит. Әлбиттә, бөтә төрҙәрен дә тейешенсә ҡурсалап булмай. Ҡурсаулыҡтар ҙа, нигеҙҙә, таулы-урманлы ерҙәрҙә урынлашҡан. Ә далалы яҡтарҙа юҡ – уларҙың кәрәклеге тураһында күп һөйләһәк тә һөҙөмтәгә өлгәшә алманыҡ. Бына Ырымбур өлкәһендә 2014 йылда “Шайтан-тау” ҡурсаулығы барлыҡҡа килде.

– Бөгөн урмандарыбыҙҙы рөхсәтһеҙ ҙә, рөхсәт менән дә ҡырҡалар. Шул хәл буйынса һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй? Уның экологиябыҙға хәүефе ҙурмы, әллә, ҡайһы берәүҙәр раҫлағанса, берәй мәл үҙенән-үҙе тергеҙеләсәкме?
 
– Ысынлап та, урманды ҡабат тергеҙеп була. Шулай ҙа ҡырҡып ташлау һәм йөҙ йылдан бында барыбер урман гөрләйәсәк тип өмөтләнеү аҡылһыҙлыҡҡа бәрәбәр. Һис шикһеҙ ул һаҡланырға тейеш. Тәбиғи кимәлендә – үҫемлектәре һәм йәнлектәре менән. Әммә бөгөн ағастары ҡырағайҙарса ҡырылған урмандар бихисап. Мәҫәлән, һуңғы ун биш йылда Рәсәйҙә урман майҙаны яҡынса 40 миллион гектарға кәмегән, ә урынына ни бары 16 миллион гектар тергеҙелгән. Йәғни урмандарыбыҙҙың 2 процентын тулыһынса юғалтҡанбыҙ. Бындай тиҙлек менән киләсәктә ни көтөрөн фаразлауы ла ҡурҡыныс.

– Эйе, һуғыш ваҡытында ла ныҡ ҡырылған бит – хатта бөгөн дә шул арҡала яланғасланып ултырған тауҙар бар…
 
– Бына бөгөн бейек тауҙарҙың түбәһенән ҡараш ташлау менән яҡындағы урмандарҙың ниндәй хәлдә икәнлеген шунда уҡ сырамытырға була. Яңы барлыҡҡа килгән делянкалар ҙа, элеккеләре лә бихисап – әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Тәбиғәтте төшөнмәгән кешегә генә юл буйында урмандарыбыҙ үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡ кеүек күренеүе ихтимал. Ә аңлағандар урманыбыҙҙың ниндәй хәлдә икәнлеген шунда уҡ шәйләй.
 
Урманды ҡырҡмайынса ла булмай. Әммә элек күпме кәрәк шул тиклемен генә алғандар. Мәҫәлән, һуңғы ваҡыт ағас эшкәртеү предприятиелары ҡырҡҡа артты. Урындағы халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә эшләһәләр ярай ҙа бит. Юҡ шул, ағастарыбыҙ күпләп сит илдәргә оҙатыла. Әммә Урал урмандарын тулыһынса ҡырҡҡанда ла бөтә донъяны тәьмин итә алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә урындағы халыҡҡа ла етмәй ҡала. Әлбиттә, был хәл ризаһыҙлыҡҡа һәм урлашыуға килтерә.

– Был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы бармы?
 
– Тик ҡануниәт ярҙамында ғына, әлбиттә. Бының өсөн иң юғары кимәлдә иғтибар булырға тейеш. Бөгөн бит ҡырҡылған урман урынына ултыртылғандары ла йыш ҡына тәрбиәһеҙ килеш ҡала. Ә урман эсендә йәшәгән ауыл халҡының мейес яғырлыҡ утыны юҡ. Мин “Халыҡ фронты” хәрәкәтенең экология буйынса белгесе – беҙ бер нисә йыл элек был турала үҙ фекерҙәребеҙҙе еткергәйнек. Халыҡҡа кипкән ағастарҙы йығырға рөхсәт бирергә тәҡдим иттек. Бының өсөн административ эш аса һәм ҙур штраф түләтә торғайнылар бит. Хәҙер был йәһәттән ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә шикелле.

– Сит илдәрҙә тәбиғәтте – шул уҡ үҫентеләрҙе, урманды һаҡлауға мөнәсәбәт нисек?
 
– Миҫал өсөн сиктәш Финляндияны килтерергә була. Урманға ифрат бай дәүләт икәнлеге бөтәбеҙгә лә билдәле. Мәскәү ҡалаһында бер семинарҙа беҙгә Рәсәй менән Финляндияның сигендә урынлашҡан урмандарҙың космостан төшөрөлгән һүрәтен күрһәттеләр. Эс бошорлоҡ күренеш – Рәсәй яғынан урмандарыбыҙ ҡот осҡос ҡырылған булһа, күршеләребеҙҙә йәм-йәшел булып гөрләп үҫеп ултыра. Әйткәндәй, улар беҙгә һатыуға төрлө мебель индерә. Үҙҙәренекенән етештерәләр тиһегеҙме? Юҡ икән, беҙҙекен һатып алалар. Ә үҙ урмандарын киләһе быуын өсөн һаҡлайҙар. Шулай уҡ браконьерҙарҙың урмандарыбыҙҙы Ҡытайға сығарыуы тураһында ла көн һайын тиерлек телевизорҙан ишетәбеҙ. Беҙҙә лә ҡайһы мәл шундай хәлдәр осраштыра. Мәҫәлән, мине йыш ҡына белгес булараҡ законһыҙ урман ҡырҡыу осраҡтары буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан саҡыралар – урынға барып тикшерергә тура килә. Шәхси эшҡыуарҙар делянка алып урман ҡырҡалар – әммә бер ағасҡа ғына ла артыҡ артыҡ ҡырҡҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылыу хәүефе бар. Ҡайһы берәүҙәрен ҡыу ағас тип күрһәтәләр – һуңынан шулаймы-юҡмы икәнлеген асыҡларға тура килә. Мәҫәлән, ике йылдан ашыу Свердловск өлкәһендә тикшеренеү алып барҙым – законһыҙ урман ҡырҡыу арҡаһында дәүләткә миллиард һумдан артыҡ зыян килтерелгән ине. Хәрби лесничествола санитар таҙалау тип күрһәтеп урманды ҡырып сыҡҡандар. Хатта ракеталарҙы йәшерерлек тә урын ҡалмағайны.

– Әлеге мәлдә умартасылыҡ әүҙем үҫешә. Шул уҡ ваҡытта кавказ һәм карпат бал ҡорттарын беҙгә күпләп килтереү күҙәтелә. Был тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлегенә хәүеф тыуҙырамы?
 
– Ысынлап та, был бик ҙур проблема. Беренсенән, мәҫәлән, үҙебеҙҙең Бөрйән бал ҡортон һаҡларға кәрәклеге барыбыҙға ла мәғлүм. Ә шул уҡ ваҡытта бөтәбеҙгә лә етерлек бал да кәрәк бит әле. Бының өсөн сәнәғәт пасекалары булдырыу зарур. Балды күберәк етештереү һәм был өлкәлә республикабыҙҙың данын үҫтереү өсөн. Үкенескә ҡаршы, үҙебеҙҙең бал ҡорттары менән генә быға өлгәшеп булмай тип иҫәпләйем. Сәнәғәт пасекаларының технологияларына беҙҙең бал ҡорттары яраҡлаша алмай. Йәшерен-батырыны юҡ, улар ялҡауыраҡ – көндәр йылынғансы йоҡлай, ә һуңынан үҙҙәренә тере ҡалырлыҡ ҡына бал йыя ла, йүкәнең сәскә атҡанын көтә. Ә йүкәнән бал йыйыу менән туҡтай ҙа ҡуя. Кавказ һәм карпат бал ҡорттарын ғәҙәттә иртә яҙ менән оса башлай. Шуға ла иҡтисади йәһәттән үтә лә отошло һанала. Ә Башҡортостандың бал етештереүҙә ресурстары биниһая – был балды йыйырға кәрәк. Минеңсә, Бөрйән, Ишембай, Мәләүез кеүек урманлы яҡтарҙа ғына кавказ һәм карпат бал ҡорттарын үрсетеүҙе тыйырға кәрәк. Ҡалғанын тәбиғәт үҙе көйләйәсәк.

– Һеҙ балды сенсорлы анализлау буйынса ла белгес – башҡорт балының төп үҙенсәлеге нимәлә? Бөтә донъя балдарын тәмләп ҡараған кеше булараҡ был турала нимә әйтә алаһығыҙ?
 
– Беҙ башҡорт балына шул тиклем өйрәнгәнбеҙ, шуға ла уның үҙенсәлеген хәҙер тоймайбыҙ ҙа кеүек. Мәҫәлән, итальян белгесе уны ҡабып ҡарау менән: “Был бит үтә лә көслө бал”, – тип белдерҙе. Баҡһаң, был балдан һуң тәм айыра башлау өсөн кәмендә ярты сәғәт ял итергә кәрәк. Беҙҙең башҡорт балының бөтә төрөндә лә тиерлек йүкә балы бар. Был шул йүкә балының көсө һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, йүкәлектәрҙең күп өлөшө беҙҙә урынлашҡан, был да төп өҫтөнлөгөбөҙ.
 
 

Дигор телендә беҙҙекенә оҡшаш һыҙаттарҙы күп осраттым

 
 

– Һеҙгә сит илдәрҙә лә сығыш яһарға тура килә – унда башҡорт ғалимдарының тикшеренеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу көслөмө?
 
– Һәр бер фәнни өлкәлә тырышҡан ғилми йәмәғәтселек бар бит. Сит ил ғалимдарының һин эшләгән йүнәлештә ниндәй асыштар яһауы, әлбиттә, ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, Швейцарияла, Италияла йә иһә Үзбәкстанда шул уҡ бал буйынса ниндәй эштәр башҡарыуҙары мине һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра. Швейцариянан йә Италиянан булғаны өсөн түгел – ә проблема уртаҡ. Әммә беҙҙең ғалимдарыбыҙҙың ҙур етешһеҙлеге – үҙебеҙҙең тикшеренеүҙәрҙе сит ил журналдарында сит телдәрҙә яҙып сығармайбыҙ. Сөнки уларҙа баҫылыу бөгөн бизнесҡа әүерелде – бының өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. Эйе, әгәр ҙә иҫ киткес асыш яһаған мәҡәлә түгел икән, уны шул фәнни журнал биттәрендә күреү өсөн кеҫәңдән кәмендә 100-50 мең һум сығарып һалырға тура килә.

– Һәр ғалимға үҙенән һуң эшен дауам итерлек уҡыусылар ҙа ҡалдырыу мөһим…
 
– Әлбиттә. Мин бер фән докторы, 12 фән кандидаты әҙерләнем. Уҡыусыларымдың береһенең дә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Һәр береһе үҙ урынында – академияла, институттарҙа, ҡурсаулыҡтарҙа, мәктәптәрҙә лайыҡлы эшләй. Кешенең башында юҡ икән – был әллә ҡайҙан күренеп тора. Иң тәүҙә фәнгә ынтылыш булырға тейеш. Мәҫәлән, визиткаһына биология фәндәре кандидаты тигән яҙыу алыу өсөн генә килгәндәрҙе лә йыраҡтан таныйым. Бөгөн белем алырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, июнь айында Дүшәмбе ҡалаһына юлланырға торам – аспирантым кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаясаҡ. Украина, Үзбәкстан, Тажикстан кеүек илдәрҙән яҙғандарҙы йә килгәндәрҙең һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам, бер ваҡытта ла баш тартмайым.

– Айрат Рим улы, яҡындарығыҙ тураһында ла белгебеҙ килә…
 
– Ҡатыным Мая Мөнир ҡыҙы менән кафедрала бергә эшләйбеҙ, ул да профессор, биология фәндәре докторы. Бөгөн Айгөл һәм Наҙгөл исемле ике игеҙәк ҡыҙ үҫтерәбеҙ – икенсе класта уҡып йөрөйҙәр.

– Профессор, ғалим дәрәжәһенә етеү, йәмғиәттә күренекле шәхес булыуға өлгәшеү өсөн кеше үҙендә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә тейеш?
 
– Үҙ-үҙеңде махсус рәүештә тәрбиәләп кенә ғалим булып китеп буламы икән? Белемгә ынтылыш һәм ҡыҙыҡһыныу ҙа бала саҡтан һалына бит. Тикшеренеүҙәрең тураһында илһамланып һөйләйһең дә яҙмайһың да ҡуяһың тип мине хатта әрләгәндәре лә бар. Үҙең генә белһәң булдымы әллә, башҡаларға ла еткерергә кәрәк бит тип ҡатыным да әйтә. Ғалим булыу – үҙеңдең ҡыҙыҡһыныуыңды ҡәнәғәтләндереү тиҙәр бит. Үкенескә ҡаршы, бөтәһен дә яҙып өлгөрөп тә булмай. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта яңы хобби барлыҡҡа килде – төрки һәм иран телдәренең этимологик һүҙлектәре менән ҡыҙыһынам. Осетин теленең бер диалекты булған дигор телен өйрәнәм. Минеңсә, тап ул бөгөн Ер йөҙөндә иң боронғо телдәрҙең береһе, бәлки, иң боронғоһолор ҙа, кем белә. Унда төрки теленә оҡшаш һыҙаттар ҙа күп кенә осраттым.

– Уны нисек өйрәнәһегеҙ?
 
– Иң тәүҙә был телдең һүҙлеген таптым. Һуңынан Осетияға барып уның авторы менән таныштым. Хәҙер яҙышып һәм аралашып торабыҙ. Осетияла ла дуҫтарым артты – улар миңә төрлө китаптар ебәреп тора. Бына янығыҙҙағы кәштәнең яртыһын шул китаптар биләй. Тажикстанда ла шундай юғалыу сигенә еткән ягноб теле бар – уның менән дә ҡыҙыҡһынам. Унда ла башҡорт телендә булған һүҙҙәрҙе осраттым. Ысынлап та, йыш ҡына беҙ атаманы йә һүҙҙе башҡортса тибеҙ, асылына төшөнөп тә тормайбыҙ. Ә башҡа төрки телдәрендә ул бөтөнләй осрамай. Мәҫәлән, тау-йылға атамалары ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Минеңсә, улар үҙебеҙҙең боронғо телебеҙҙән ҡалған атамалар – тимәк, башҡорттарҙың боронғо теле булған, бары ул бөгөнгөгә ҡәҙәр үҙгәреш кисергән һәм үҫешкән.

– Айрат ағай, һеҙҙеңсә тормоштоң асылы нимәлә?
 
– Һәр көнөңдөң ҡәҙерен белеп йәшәүҙә. Был яҡты донъяла булыу – үҙе үк иң ҙур бәхет.
 
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әңгәмәләште.
 
Архив, 2018 йыл.
Автор:
Читайте нас: