Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
12 Февраль 2023, 20:39

Шағирҙың шанлы яҙмышы

Башҡортостандың иң көньяғына – Ейәнсура районының Инәк совхозына эшкә килеп, Оло Һүрәм йылғаһының яҙын ҡотороп ташҡан мәле, әйтерһең дә, Сергейҙе көтөп торған. Уның Уралдағы бер-бер артлы өсөнсө яҙы (Силәбеләге Еман­желинкала, Таналыҡта һәм Оло Һүрәмдә) – ғүмеренең дә һуңғы яҙы булып сыға. Эй аяныслы яҙмыш!..

Шағирҙың шанлы яҙмышы
Шағирҙың шанлы яҙмышы

Дала минән башҡа йәшәй алыр, –
Мин далаһыҙ йәшәй алмайым...»
(«Она без меня проживет, наверно,
Это я без неё не могу!..»)

Сергей Чекмаревтың 1932 йылда яҙған «Ҡарталы станцияһында уйланыуҙар» поэмаһынан алынған был өҙөк шағирҙың йәшәү программаһы кеүек. Унда егерме ике генә йәшлек егеттең донъяға үҙ ҡарашы ла, бөйөк маҡсатҡа ынтылыш та, йәшлек ярһыуҙары ла һалынған. Тәүге бишйыллыҡтар иғлан ителгән ҡыҙыу осор, бөтә илдә яңы төҙөлөштәр барған саҡ, ауылдарҙа коллективлашыу, «кулак»тарҙың милкен тартып алып, үҙҙәрен ғаиләләре менән Себергә һөрөүҙәр, иҫкесә йәшәү менән яңы тормоштоң киҫкен көрәш мәле... Күңеле шиғри хистәр менән мөлдөрәмә тулы Мәскәү егете Сергей Чекмарев быларҙың барыһына ла йәғни тормоштоң ҡаты һынауҙарына әҙер:
«Мине көрәш шағир итһә әгәр,
Шиғырҙарым итер көрәшсе!» –
тип билдәләй ул үҙенең заман алдындағы бурысын.
Йәне-тәне менән заманы алдында яуаплы быуын вәкиле ине Сергей Чекмарев...
Сергей Иванович Чекмарев 1910 йылдың 13 ғинуарында (иҫке стиль менән 1909 йылдың 31 декабре) Мәскәү ҡалаһында тыуа. Бында ул мәктәптә уҡый, комсомолға инә. Мәскәүҙәге ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, 1932 йылда ул Башҡортостанға эшкә килә. Башта «Баймаҡ» (ул икегә бүленгәс – «Таналыҡ») совхозында өлкән зоотехник – директорҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1932 йылдың ноябрь аҙағында уға армияға саҡырыу (повестка) килә, һәм ул совхоздағы эшенән бөтөнләй өҙөлөп, район үҙәге Аҡъярҙа хәрби комиссия үтә. Күҙҙәре насар күреү сәбәпле уны әрме хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип табалар һәм хәрби билет биреп сығаралар. Шулай итеп, Сергей көтмәгәндә «юл сатында» тороп ҡала: ҡайҙа барырға? «Дүрт яғы ла ҡибла» егет Мәскәүгә ҡайтырға ла ашыҡмай, «Таналыҡ» совхозына кире барыу ҙа уны ҡыҙыҡтырмай. Шуға күрә Сергей килеп тыуған бушлыҡтан сығыу юлын башта үҙе хәл итергә тырышып ҡарай. Аҡъярҙан тура килгән машинаға эләгеп, Сара станцияһына килә, артабан Ырымбур ҡалаһынан алыҫ түгел «Һаҡмар» совхозына юллана. Был ҙур хужалыҡта ул үҙенә лайыҡлы эш табырға ниәтләй. Был хаҡта ул үҙенең көндәлектәрендә бына нимәләр яҙа: «Поехал сначала в совхоз «Сакмарский», попробовал там устроиться – не вышло. Тогда поехал в Уфу...» (С. Чекмарев. «Уральская весна», Уфа, 1979, стр. 144).
Өфөгә Сергей тағы шул Силәбе юлы аша китә. Беренсенән, Силәбе яғы – өйрәнгән яҡ, бөтә нәмә таныш. Ул 1931 йылда Силәбе өлкәһендә практикала ла була. Икенсенән, уның күңелендә икеләнеүҙәре лә бар: ҡапыл кире уйлап, Богачевкаға Тоня янына ҡайтып китеү теләге лә юҡ түгел егеттең. Был хаҡта «Не скажи ты: «не приезжай» перед моим отъездом (в Акьяр, в райвоенкомат – К.А.), я был бы в Богачевке теперь. Лучше было бы или хуже?» (С. Чекмарев. Уральская весна, стр. 146). Әрмегә китәсәгенә ныҡ ышаныуы, аҙаҡ эш эҙләп, эш юллап Өфөгә барғанында ла юл буйы кәйефһеҙлек, аҡса юҡлыҡ (совхоздан алған расчетын ул тулыһынса Тоняға ҡалдыра)... Инәк совхозына (Ибрай ауылы) килгәс тә әле йонсотҡос йәшәү шарттарына эләгә... Ҡыҫҡаһы, Сергей үҙенең ниндәй хәлгә ҡалыуына ошондай аңлатма бирә: «Минең әлеге хәлемә килгәндә, ул бигүк матурҙан түгел. Мин Ҡыҙыл Армияға бөтә әҙер нәмәгә иҫәп тотоп барҙым, шуға күрә лә үҙем менән бер әйбер ҙә алманым. Әлеге көндә минең алмаш күлдәк-ыштан да юҡ, бүтәндәрен әйтеп тә тормайым. Бында килешләй Сарала туҡтағайным, бәлки, Богачевкаға инеп сығырмын, ҡайһы бер кәрәк-яраҡ алырмын, тип. Әммә бурандар башланды, машиналар туҡтаны. Мин 140 саҡрымлыҡ ҡайнап-ажғырып торған ҡар ғәрәсәтенә ҡараным да, баш сайҡаным һәм өҫтөмдә нимәм бар – шул килеш киттем. Үлмәм әле!..» (С. Чекмарев. Урал яҙы. 145-се бит).
Ә үлем, баҡһаң, алыҫ та йөрөмәгән икән. Шул тик­лем кисерештәр аша һәм ауырлыҡтар тулы юл­дар үтеп, үлемен эҙләп килгәнме ни ғүмере лә, ял­ҡын­лы шиғри ижады ла яңы ғына башланған шағир?!
Башҡортостандың иң көньяғына – Ейәнсура районының Инәк совхозына эшкә килеп, Оло Һүрәм йылғаһының яҙын ҡотороп ташҡан мәле, әйтерһең дә, Сергейҙе көтөп торған. Уның Уралдағы бер-бер артлы өсөнсө яҙы (Силәбеләге Еман­желинкала, Таналыҡта һәм Оло Һүрәмдә) – ғүмеренең дә һуңғы яҙы булып сыға. Эй аяныслы яҙмыш!..
Башҡортостандың иң көньяҡ-көнсығыш сигендә ятҡан Хәйбулланы («Таналыҡ» совхозы) – икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы далаларҙы, йылға буйҙарындағы гурттарҙы, моңло ғына ағып ятҡан Таналыҡ йылғаһын («Ерҙә лә бит Мәскәү генә түгел, Таналыҡ та йәшәй – шуны бел!») Ейәнсураға – быға тиклем Тоняһы бер аҙ эшләп киткән Инәк совхозына алыштыра. Военкомат Сергейҙы әрме хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип тапҡас, уның бит Богачевкаға – элекке эшенә кире ҡайтырға ла хоҡуғы була. Өйрәнгән ер, таныш кешеләр, яратҡан эше, ғаилә (һөйөклө Тоняһы!) уны барыбер ҙә ҡабул итерҙәр ине. Минең быға иманым камил. Ни хәл итәһең. Егерме ике йәшлек тынғыһыҙ йән, ярһыу йөрәк күп уйлап, һығымталар яһап тормаған шул.
Әлбиттә, Оло Һүрәмдә ул фажиғәгә тарырын алдан белмәгән.
1933 йыл яуынһыҙ, бик ҡоро килә. Үлән үҫмәй, сәскән игендәр ҙә сыҡмай. Ҡарттар илдә хәүеф-хафа булырын (ҡоролоҡ, йот) алдан һиҙәләр. Етмәһә, 11 майҙа Оло Һүрәмдең ташҡынында батып үлгән Сергейҙе иҫкә төшөрәләр: христиан динендәге кешенең мәйетен ауыл зыяратына ерләгән булғандар. Аҡһаҡалдарҙың ҡарары менән Сергей Чекмаревтың мәйете, бер төндә ҡәберенән алынып, мосолман зыяратынан ситтә – ҡайын төбөнә ҡабатлап ерләнә (Был мәғлүмәттәр күренекле журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Виктор Васильевич Шмаковтың «В далекую Башкирию я еду через день...» тигән китабынан алынды. Үҙ ваҡытында урындағы халыҡтан С. Чекмарев тураһында кәрәкле материалдар яҙып алып ҡалғаны өсөн рәхмәт коллегабыҙға!).
Шулай итеп, ярһыу рухлы комсомолец, юғары идеяларға мөкиббән бирелгән «ҡыҙыл» белгес, ҡайнар йөрәкле шағир Сергей Чекмарев Башҡортостандың Ейәнсура районы Ибрай ауылы ерендә үҙенең һуңғы төйәген таба.

* * *

Сергей Чекмаревты үлемһеҙ иткән төп нәмә – уның шиғырҙары, көндәлектәре, айырым яҙмалары һәм туғандарына хаттары.
Үҙе иҫән саҡта шиғырҙары матбуғатта баҫылмаһа ла (сөнки ул шиғырҙарын бер ҡайҙа ла тәҡдим итмәй), изгелекле ҡулдарға эләгеп, улар беренсе тапҡыр «Новый мир» журналының 1956 йылдың беренсе һанында донъя күрә. Бына шунан алып, киң ҡатлам уҡыусылар шағир Сергей Чекмаревты белә һәм үҙҙәре өсөн аса башлай. Шиғырҙары, хаттары һәм көндәлектәренән тупланған китаптары Мәскәүҙә 1957, 1964, 1969, 1980 йылдарҙа иллешәр мең тираж менән нәшер ителде. Өфөлә Сергей Чекмаревтың «Уральская весна» тип аталған китабы 1979 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенең «Золотые родники» махсус серияһында 50 мең тираж менән баҫылды. Башҡорт драматургы һәм халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин С. Чекмаревтың тормошо һәм ижадына бағышлап «Онотма мине, ҡояш!» тигән пьеса (1963) яҙҙы. Өфө, Баймаҡ, Октябрьский, Салауат ҡалаларында һәм башҡа урындарҙа урамдарға Сергей Чекмарев исеме бирелгән. Сибай ҡалаһы гимназияларының береһендә (Таусылар урамы, 8) С. Чекмаревтың тормошо һәм ижадын яҡтыртҡан музей эшләй. Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолда һәм Сөләймән ауылы (Ала байтал) янында, Хәйбулла районының элекке «Таналыҡ» совхозы үҙәге Подольскиҙа, Сибай ҡалаһында С. Чекмаревҡа ҡуйылған һәйкәлдәр бар.
1983 йылда «Таналыҡ» совхозы шағир һәм ялҡынлы комсомолец Сергей Чекмаревтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Сергей Чекмарев исемендәге премия булдырҙы. Был әҙәби премия С. И. Чекмаревтың тормошон һәм ижадын пропагандалаған өсөн бирелә. Бына лауреаттарҙың тулы исемлеге: Азат Абдуллин (1983), Ҡәҙим Аралбаев (1984), Тайфур Сәғитов (1985), Рим Әхмәтов (1986), Ғәлим Дәүләтов (1987), Ғәзим Шафиҡов (1989), Раил Байбулатов (1990), Ирек Кинйәбулатов (2000), Риф Тойғонов (2000), Радик Байназаров (2003), Рәшит Насыров (2005).
Ижады Ленин комсомолы премияһы менән баһаланған (1976) Сергей Чекмаревтың барлыҡ әҙәби мираҫы хәҙер миллионлаған уҡыусыларға билдәле булыуға ҡарамаҫтан, уны тулыһынса өйрәнеп бөтөлгән тип булмай. Тикшеренеү һәм өйрәнеү эштәре музейҙарҙа, мәктәптәрҙә, региондарҙың яҙыусылар союздарында дауам итә. Был тәңгәлдә һуңғы йылдарҙа Рәсәй Яҙыусылар Союзының Силәбе бүлексәһе ҙур эштәр башҡара. Проекттарға нигеҙләнеп, С. Чекмаревтың Уралдағы эҙҙәре буйынса сәйәхәт-экспедициялар ойошторола, шағир биографияһындағы ҡайһы бер «аҡ таптар»ҙы асыҡлау эштәре, тикшеренеүҙәр алып барыла. Мәктәптәрҙә Сергей Чекмаревтың шиғырҙарын тасуири уҡыу буйынса конкурстар үткәрелә...
Эҙәрмәндәрҙе алда ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм илһамлы табыштар көтә. Ә иң мөһиме – Сергей Чекмаревты шиғырҙарының эмоциональ көсөнән күңелгә заряд алыу.
Сергей Чекмаревтың көрәшсән рухы йәш быуынға Тыуған илде яратыу үрнәге булыуҙан һис ҡасан да туҡтамаясаҡ. Ул һәр ваҡыт сафта – мәңгелек комсомолец һәм шағир-патриот.

Ҡәҙим АРАЛБАЕВ.
апрель, 2018.

”Таналыҡ та йәшәй донъяла...”
Сергей Чекмаревҡа

Иҙел кисмәй ир булмайҙыр егет –
Кистем иҙел, күрҙем диңгеҙҙәр.
Ниндәй мәғрур даръя булһалар ҙа,
Тыуған йылғам, һиңә тиңһеҙҙәр.

Оло хистәр, ҡайнар кисерештәр
Ҡуҙғытмай ул дәһшәт даръялай, –
Ер тәнендә тере бер тамырҙай,
Таналығым йәшәй донъяла.

Далам яңы заман ҡояшына
Йөҙөн борған мәлдә ирәйеп,
Рус туғаным,
бында һин килгәнһең,
Ғорур рухлы, шағир йөрәкле.

Килгәнһең дә,
Ете ят тип тормай,
Үҙ иткәнһең дала яҙмышын.
Киңәйткәнһең күңел межаларын,
Тарайғанда ҡай саҡ яңылышып.

Һине улан күреп,
Башҡорт ҡарты
Ишек асҡан ҡара төндәрҙә,
Ҡараштарың ҡалған сауҡаларҙа,
Йырың йоҡҡан сәсән телдәргә...

Минең быуын һинең эҫе эҙҙән
Дала нурлап яңы юл яра.
Һинең йәшлек моңдарыңды көйләп,
Таналығым йәшәй донъяла.
1984.

Шағирҙың өс яҙы
(С. Чекмаревтың Уралдағы өс яҙы тураһында уйланыуҙар)

Мине көрәш шағир итһә әгәр,
Шиғырҙарым итер көрәшсе!
Сергей Чекмарев. 1932.

Уралдағы өс яҙ
Яҙмышыңда
Хәл иткес нур-эҙҙәр ҡайыған.
Эсе тулы дауыл ул яҙҙарҙан
Ярһыу хистәрең дә айныған.

1.
Беренсе яҙ – Еманжелинкала.
Яман-йылға аҫау ҡоторған,
Күбектәрен бөркөп иҫкәрткәнме –
«Кит бынан!» – тип гүйә бойорған.
Ә һин бында, ергә ереккәндәй,
Кендек берешкәндәй халыҡҡа,
Колхоз булып тиҙерәк ойошорға
Көн-төн өгөтләнең ялыҡмай...

Икенсе яҙ... Икенсе биш йыллыҡ:
Ҡайҙа барма – бөйөк ҡоролош...
Ә совхоздар бирер сал далаға
Яңы һулыш, шанлы боролош.
Турыҡайҙан төшмәй, көтөүҙәргә,
Фермаларға, йәнә йәйләүгә...
Таналыҡтың талғын ағышында
Ауаздаш моң таптың көйләргә.
Сал даланың сәскә күҙен асты
Тоняға саф һинең мөхәббәт.
Бергә булғас, ҡыуышта ла – йәннәт,
Донъяң теүәл, йәшәү – мең рәхәт!..

Өсөнсө яҙ... Оло Һүрәм буйы,
Төпкөлдәге Ибрай ауылы.
Төпкөл тимәй, һине эҙләп табып,
Эткән киҫкен заман дауылы.
Мәскәү улы!
Белһәң йылға холҡон,
Ынтылмаҫ та инең кисергә.
Ташҡын бит ул
кешенән дә ажар!
Кеше лә бит күпте кисергән...
Бәлки, ташҡын ғына яҫҡынмаған
Ат өҫтөнән һине йығырға?
Өйрөлтөргә хәтәр сөңгөлдәрҙә,
Ҡумырыҡҡа илтеп тығырға?..
Ташҡын ҡосҡан һине,
Тағы ярһып
Ташыр өсөн килер йылдарҙа.
Ағышында әллә йылғалар ҙа
Ғәйрәт ала микән йырҙарҙан?!
Тоям: күскән Һүрәм ташҡынына
Һинең шиғырҙарҙың ялҡыны!
Ишетәм: һаман сыңлай шиғырҙарың
Ваҡыт даръяһында алҡынып!..
Уралдағы өсөнсө яҙ һине
Алып киткән тулҡын ялында
Һәм сығарған сикһеҙ мәңгелектең
Урал тигән бейек ярына.

2.
Уралымдың һәр бер йылғаһының
Ағышында – шағир тауышы.
Йәшәүҙе бит данлап туймай ул моң
Йөрәк хисе менән ҡауышып.
Ғүмереңде булды оҙатыусы
Уралымдың зәңгәр өс яҙы.
Өс көндәй ҙә булманы ул яҙҙар! –
Булды мәңгелеккә өс аҙым...
Өлгөрөргә теләп барыһына
Йәшәгәнһең йәшләй ашҡынып.
Ана хәҙер:
Хыялдарың – Ваҡыт томанында,
Идеалдарың батты ташҡында.
Һынаған бит һине ныҡлыҡҡа ла
Буръяҡ синфи көрәш яҙҙары,
Шиғырыңды отҡан сыңрау торна,
Ҡаурыйына яҙған ҡаҙҙары...

Донъя өр-яңынан тыуған кеүек!
Ә һин – егерме өс йәшеңдә,
Оло Һүрәмдәге һуңғы йырың
Мөлдөрәне яҙҙың йәшендә.
Һинең ялҡын беҙҙең йөрәк аша
Күпме йәш күңелгә тарала!..
Үлемде һин еңдең
Шиғыр менән,
Йәнең йәшәй беҙҙең арала...

апрель-май, 2017

 


Сергей ЧЕКМАРЁВ (1909 – 1933),
рус шағиры

Бер нәмә йәл бары...

Асыуланма,
Үпкәләмә лә ел,
Һин беләһең – донъя ниндәй киң!
Ерҙә лә бит Мәскәү генә түгел,
Таналыҡ та йәшәй – шуны бел.

Тамырҙарым буйлап хеҙмәт дәрте
Аҡһа ғына – көнөм йәмләнер.
Заман талап итә икән әгәр,
Тир түгергә бында мин әҙер.

Бер нәмә йәл бары был тормошта
(Һис үпкәм юҡ бүтән яғына):
Эләгеп булмай дала ҡосағынан
Беҙҙең Ҡайын аллеяһына;

Ташлап булмай еүеш фуражкамды,
Табып булмай һиңә юлымды,
Бер ҡосаҡлап һине үбеп булмай,
Бирә алмайһың миңә ҡулыңды...
1932 йыл,
«Таналыҡ» совхозы.

Ҡарталы станцияһында уйланыуҙар

Һәм бына мин, шағир, «ҡоло» Феттың,
Килеп инәм – «станса Ҡарталы».
Ишектәрен асам да буфеттың,
Өҫтәлдәрҙе өнһөҙ байҡайым.

Төн. Яй ғына шыуа сәғәт теле,
«Бо-шон, бо-шон...» тиеп бышылдай.
Тәрилкәләр әкрен зыңлап ҡуя,
Һәм сәй ялҡау ғына боҫорай.

Ни ҡылаһың! Сәй ҡуйы һәм ҡайнар.
«Ләкин карманда бит аҡса юҡ».
Руссаға ул тәржемәлә була:
Аҡсаларға килә шул каюк.

Ҡайҙа ҡараһаң да – бер үк нәмә:
Пассажирҙар йөҙө йоҡоло.
Нисек үткәрергә был ваҡытты?
Йә, ултырсы эшһеҙ бойоғоп.

Һәм бына мин ҡулға ҡәләм алам,
Аҡ ҡағыҙҙы алға һалам да
Мысыр сихырсыһы кеүек хас та
Һыҙғылайым серле тамғалар.

Йөрөгәнсе залда эс бошороп,
Ултырғансы салбар туҙҙырып,
Бәлки, ялҡынлы бер поэманы
Тыуҙырырға мөмкин булырҙыр.

Ана бер гражданка. Бар кәрзине.
Сәстәре һуң! – алтын бөҙ(ө)рә.
Исем ҡушам, миҫал өсөн, – Зина,
Һәм бойорам мине һөйөргә.

Акация кеүек моңланһын ул –
Яҙҙы зарығып көтә еркәйем...
Ә бынауы уҫал мыйыҡлы ағай
Булһын уның йүнһеҙ иркәйе.

Һеҙ ҡарағыҙ, нисек ултыра ул!
Йөҙөндә һуң бармы бер аҡыл?
Аңламаҫ ул ҡыҙҙың ярһыу хисен,
Уның изге...
Туҡта, ник шау-шыу?

Нимә булды? Халыҡ ашыҡ-бошоҡ
Кәрзиндәрен алып йүгерә...
Ҡапыл бик күп уттар балҡып китә,
Унан ниҙер әсе үкерә.

Һәм бына ул – тау-үҙәндәр аша
Сабыу өсөн тыуған йәшәүгә –
Килеп туҡтай Магнитогорскиҙан
Тиҙ йөрөшлө поезд Мәскәүгә.

Кешеләрҙең нисек тығылғанын,
Этешкәнен йән-тән аямай,
Яҙыр өсөн минең ҡәләм бармай,
Талантым да әле самалы.

Минең өсөн улар барыбер ҙә,
Улар китәләр бит, мин түгел.
Тик ниңә һуң һағыш ялҡынына
Сорналғандай яна был күңел?

Поезд тора йонсоу, хәле бөткән,
Хәтерләтә дала төлкөһөн.
Тәгәрмәскә яҡын киләм, көтөп
Миңә юлдар еҫен бөркөүен.

Уға әйтәм: – Нисек әле хәлең?
Һауғынамы, иптәш паровоз!
Түләр инем хаҡын ҡаным менән
Күпме тейеш юлда барыуға.

Йәнә әйтәм уға: иптәш состав,
Тыңла борҡотмайса быу-тының,
Һыуыҡта бит минең ҡолаҡ һыҙлай,
Ауырта бит һәр бер быуыным.

Тыңла, дуҫҡай, тамам туйҙым инде
Сикһеҙ далаларҙы гиҙеүҙән,
Өшөп сикәләрҙе туңдырыуҙан,
Сырхап йөрөүҙәрҙән, киҙеүҙән.

Йәйен-ҡышын көтөүҙә йәшәүҙән,
Һәр бер быҙау өсөн ҡыҙылып. –
Был донъяны рәтләп бөтөп булмаҫ,
Бурандарҙы булмаҫ тымыҙып.

Ҡойондарҙан күҙҙе асып булмай,
Бысраҡ кисеп йәшәп ялыҡтым.
Һәм иптәштәй күреп, дуҫтай күреп,
Үтенәм мин һинән: алып кит!

Алып кит һин мине баш ҡалаға –
Донъя һөйләй уның турында.
Унда тормош аға электрҙай,
Балҡый йөҙ мең уттар нурында.

Йотлоғоп та китап уҡыр инем,
Тормаҫ инем эшкә таңдарҙа,
Ә кистәрен киноэкрандарға
Бағыр инем сихри залдарҙа.

Уйнар инем, йырҙар йырлар инем,
Һандуғасҡа хатта көнләшмәй...
Быға нимә әйтерһең һин, состав?
Ҡалырһыңмы икән өндәшмәй?

Нимә? Ишегеңде асаһыңмы миңә
Шаяртам бит, иптәш, беләһең!
Һинең менән китергә юҡ иҫәп,
Китергә һис юҡ бит теләгем.

Беләм: шундай кәрәк мин далаға,
Бында – биш йыллыҡтар алымы.
Ултырып китһәм хәҙер мин поезға,
Дала минһеҙ тороп ҡалырмы?

Юҡ, ахыры, был дөрөҫ үк түгел,
Мин, моғайын, бер аҙ алдайым.
Дала минән башҡа йәшәй алыр, –
Мин далаһыҙ йәшәй алмайым.

Бер ҡасан да ташлап китә алмам,
Ҡушмаҫ намыҫым, етмәҫ йөрәгем:
Аҡ даланы, гуртты, Турыҡайҙы,
Быҙауҙарҙың зәңгәр күҙҙәрен.

Шулай булғас,
беҙ көньяҡта түгел, –
Өт һин, һыуыҡ! Буран, ажғыр һин!
Мин барыбер дауыл үтәһенән
Юлдарымды эҙләп табырмын!..
1932 йыл,
Ҡарталы станцияһы.
* * *
Ябалаҡ ҡар,
Ябалаҡ ҡар,
Ябалаҡ ҡар яуа бурап,
Елә сана, тиҙлек хәтәр,
Күҙҙе асып булмай ҡарап.

Ҡарағайҙар,
Ҡарағайҙар,
Ҡарағайҙар – ҡайҙа баҡма.
Тосенька, тип һарғаяһың...
Бар икән дә һиндәй һармаҡ!

Өркөткән бул,
Ҡурҡытҡан бул,
Ярһытҡан бул Турыҡайҙы!
Башыңды баҫ түбәнгәрәк,
Сабайыҡ йән-фарман, ҡайҙа!

Бик шәп бит был,
Бик шәп бит был,
Бик шәп бит был – ҡарға сумыу, –
Күҙҙәреңде, иренеңде
Ап-аҡ ынйы менән ҡайыу...

Йөрәккә ҡар,
Йөрәккә ҡар,
Йөрәккә ҡар һәлмәк ҡуныр.
Күңелеңдә һаҡла хыял –
Тормошта бер ярап ҡуйыр.
1932.

Юлда

Буран бөгөн, ай, ҡотора
Юлға сығармай,
Минең саптар алаша атым
Ҡолаҡ ҡайсылай.

– Нимә һин, тоҡ-тоҡ һолоно
Йейҙеңме бушҡа?
Бер елдереп киләйексе
Аҡ ҡарлы тышта!

Күҙҙәр йәштән осҡонланһын,
Ел өтһөн битте,
Ҡар ҡойоно күтәрәйек,
Туҙғытып көрттәр.

– Ҡурҡытмаҡ булаһың кемде,
Туҙғаҡбаш буран?
Юҡ бит бында бала-саға,
Гел ир-ат, туған!
Күгәрсенкәй, беҙгә барыбер,
Оло-олома,
Тыя алмаҫ әле тауышың
Мине юлымдан.

Ебәк ҡарҙар араһында,
Дала һыртында, –
Ғүмер буйы эҙләгәнде
Таптым мин бында...

– Һыйынған булаһың, мине
Тыңлап торғандай,
Йә, Саптар, буранға ҡаршы
Сап ҡоторғандай!..

Шулай ҙа мин ҡала халҡын
Бик йәлләп ҡуям:
Тормоштарын машинаға
Бәйләгән улар.

Регулятор, карбюратор
Һәм... шайтан белә!
Ә беҙ сыбыҡ һелтәйбеҙ ҙә
Еләбеҙ генә!

Тиҙлекте һәм йүнәлеште
Үҙгәртәм тиһәң,
Уны йәһәт атҡарабыҙ
Бер йүгән менән.

Ҙур ҡорһаҡ автобустары
Иң ыҙа нәмә –
Беҙҙең үҙәндәрҙә ул бит
Бер имгәк кенә!

Әйт әле: үтә алырмы
Ул ҙур кәбәнгә?
Юҡ, әлбиттә, олағасаҡ
Йәне йәһәннәмгә!

Поршендар, ҡулсалар менән
Булашҡан әҙәм,
Үткәргән китапҡа текләп
Ғүмерен әрәм.

Ул машиналар уйлаған
Унар мең йылдар...
Тик минең Саптарым кеүек
Тапмаған малды, –

Бына шундай йылы тәнде
Һәм ялбыр ялды,
Миңә ҡарап ҡына торған
Хәйлә морондо...
Мине тағы елдерә ул,
Арымай бер ҙә,
Сапҡан саҡта күҙ эйәрмәй
Аҡ бәкәленә.

Һәм бар тормош ваҡлыҡтарын
Мин һелкеп һалам,
Улар сана эҙҙәрендәй
Күмелеп ҡала.
1933.

Сюжеттар

* * *
Мин Советҡа йәнем фиҙа ҡылам,
Күкрәк киреп барам дошманға,
Бер орандан ҡулға ҡорал алам,
Шундуҡ кейәм противогаз да.

* * *
Бәп-бәләкәй
Һәм булдыҡһыҙ кешекәй –
Эй һөйкөмлө,
Үҙе нисек көсһөҙкәй!
Бөтөнләй ят, таныш түгел донъяға
Күҙ тултырып,
Ғәжәпләнеп ул баға!

* * *
Икенсе яҙ –
Большевистик яҙ был –
Күрҙем уны Урал ҡуйынында.
Ул трактор булып һөрән һалды,
Йыш ҡалдырҙы тәмле йоҡомдан.

* * *
Эшсе синыф бер саҡ ҡуйыр биҙәп
Рәсәй бушлыҡтары картаһын.
Бының өсөн кәрәк отҡор күҙҙәр,
Йәш көстәрҙең кәрәк артаһы.

* * *
Минең һөйөүемде,
Һағышымды
Һин бит күптән
Яттан беләһең...

* * *
Мине көрәш шағир итһә әгәр,
Шиғырҙарым итер көрәшсе!


Ҡәҙим АРАЛБАЙ тәржемәләре.

Автор:
Читайте нас: