Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
6 Март 2023, 09:55

Шакир Насировтың тыуыуына – 110 йыл

Эшләпә алыу бик еңел түгел икән шул. «Туҡта, дуҫ-ишкә кәңәш итәйем әле», – тип ул магазиндан сығып китә.

Шакир Насировтың тыуыуына – 110 йыл
Шакир Насировтың тыуыуына – 110 йыл

ҠЫҪҠА ЖАНР ОҪТАҺЫ

Шакир Ғиниəт улы Насиров 1913 йылдың 6 мартында хə ‑
ҙерге Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Баш ‑
ланғыс белемде үҙҙəренең ауыл мəктəбендə ала. 1929 – 1931
йылдарҙа Өфө сəнəғəт‑иҡтисади техникумын тамамлай. Ар ‑
табан уның журналистлыҡ эше башлана: «Башҡортостан»
гəзите редакцияһында махсус хəбəрсе, əҙəби хеҙмəткəр, бүлек
мө дире була. 1935 – 1937 йылдарҙа иһə Ҡыҙыл Армия сафын ‑
да хеҙмəт итə.
1942 йылда Быҙаулыҡ хəрби училищеһын тамамлап, Баш ‑
ҡорт атлы дивизияһының фронт шарттарында сыҡҡан гə ‑
зитендə яуаплы секретарь, полк агитаторы булып эшлəй. 1943
йыл да яралана. Күрһəткəн батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йон ‑
доҙ ордены, миҙалдар менəн наградлана.
1946 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, «Совет Башҡортостаны» гəзите ре ‑
дакцияһында яуаплы секретарь вазифаһында эшлəй, унан уҡырға китə. Сверд ‑
ловскиҙа ике йыллыҡ партия мəктəбен тамамлай һəм 1948 – 1955 йылдарҙа Баш ‑
ҡортостан китап нəшриəтендə нəфис əҙəбиəт редакцияһы мөдире, баш мөхəррир
була. 1955 йылда «Һəнəк» журналының яуаплы секретары итеп күсерелə.
Шакир Насиров утыҙынсы йылдарҙа иң əүҙем журналистарҙың береһе булып
та ныла. Уның колхозға берлəшкəн ауыл кешелəре, сəнəғəттең үҫеше һəм сəскə
атыуы тураһындағы очерктары, мəҡəлəлəре республика матбуғатында йыш ба ҫы ‑
ла. Ул шулай уҡ əҙəби ижад менəн дə даими шөғөллəнə: «Хəтер», «Вəғəҙə бү лəге»,
«Килешеү» исемле новеллалары, «Бүлəгем», «Ҡолмəт ҡоҙа» тигəн бер актлы
пьеса лары авторға танылыу килтерə.
Һуғыш осоронда һəм һуғыштан һуң Шакир Насировтың əҙəби эшмəкəрлеге
бер аҙ тотҡарлана. Илленсе йылдарҙа ул йəнə ижади əүҙемлек күрһəтə. Ошо
осор ҙа бер нисə хикəйəлəр йыйынтығы башҡорт, татар, рус телдəрендə донъя
күрə. Уның əҫəрҙəре авторҙың халыҡ тормошон яҡшы белеүе, ябай кешелəрҙең
уй‑тойғоларын, кəйеф‑кисерештəрен, холоҡ‑фиғелен тəрəн лириклыҡ һəм об ‑
разлылыҡ ярҙамында мауыҡтырғыс һүрəтлəү оҫталығы менəн айырылып тора.
Шакир Насиров оҙаҡ йылдар дауамында кескəй формалағы драматургия жанр ‑
ында эшлəне. Тиҫтəлəгəн бер актлы пьесалары республика халыҡ ижады йорто
коллективтарында, халыҡ театрҙарында, үҙешмəкəр драма түңəрəктəрендə ҡу ‑
йылды. Башҡорт дəүлəт филармонияһының эстрада коллективы өсөн ул күп
фель етондар, интермедиялар яҙҙы.
Əҙип тəржемə өлкəһендə лə байтаҡ хеҙмəт күрһəтте. Ул Е. А. Крашенинников,
Л. Н. Толстой, И. С. Тургенев, А. М. Горькийҙың айырым əҫəрҙəрен, С. Бабаевский,
Е. Кошевая, Ю. Фучик, В. Овечкин, И. Ликстанов һəм башҡа яҙыусыларҙың ро ‑
ман‑повестарын башҡорт теленə тəржемə итте.
Шакир Насиров телебеҙҙең нескəлектəрен белгəн, тəрəн белемле һəм уңған
мөхəррир ҙə ине. Байтаҡ күренекле яҙыусыларыбыҙҙың əҫəрҙəре уның мөхəррир ‑
легендə донъя күрҙе.
Əхмəт МƏХМҮТОВ.

 

Шакир НАСИРОВ

(Уймаҡ хикәйә)

Бер егет эшләпә алырға тип магазинға инә. Һатыусы уның алдына төрлө төҫтәге эшләпәләр килтереп һала: ҡараһы ла, һороһо ла, күге лә, йәшеле лә бар.

"Ниндәй төҫтәгеһен алырға һуң?» – тип баш вата егет. Эшләпә алыу бик еңел түгел икән шул. «Туҡта, дуҫ-ишкә кәңәш итәйем әле», – тип ул магазиндан сығып китә. Бына бер иптәшен осрата. «Һин миңә ниндәй төҫтәге эшләпә алырға кәңәш итер инең?» «Нин­дәйе күңелеңә оҡшай бит. Мин үҙем күк эшләпә яратам». «Улай икән». Егет икенсе иптәшен осрата. Шул уҡ һорау. «Костюмың төҫөндәгене – һороно ал», – ти иптәше. «Улай икән». Өсөнсө иптәше: «Хәҙер йәшел эшләпә модала», – ти. «Улай икән». Эйе, эш­ләпә алыуы еңел эш түгел икән шул. Бик күп иптәштәренән һорап ҡарай, төрлөһө төрлөсә кәңәш бирә. Егет магазинға көн һайын биш-алты тапҡыр инеп сыға. Лә­кин, ниндәй төҫтәгене алырға белмәйенсә, аптырай. Шунан егет эшләпә алыуҙың ҡыйын­лығы ту­раһында бер иптә­шенә зарлана. Иптәше уға: «Һиңә бөтөнләй эш­ләпә алырға кәрәкмәй», – тип кә­ңәш итә. «Ни өсөн?» – тип аптырай егет. Иптәше: «Һин үҙең эшләпә!» – тип яуап ҡайтара. Егет, ысынлап та, эшләпә алмаған.

Фото: bash.bashgazet.ru

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: