

(Күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың тыуған урамынан репортаж)
Һәр кемдең тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрһәң дә, күңел барыбер үҙеңдең тыуған төйәгеңә тарта, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа ла таҙараҡ һымаҡ тойола.
Минең дә үҙенә һәр ваҡыт тартып торған тыуған Смаҡ ауылым бар. Ғаиләбеҙ менән Мәләүездә йәшәһәк тә, мөмкинлек булған һайын ауылыбыҙға ашҡынабыҙ. Шунда йәнебеҙгә рухи көс, тәнебеҙгә сихәт алып кинәнәбеҙ. Ҡоласын йәйеп көтөп тороусы өләсәйҙәремде, мөмкин булһа, бер көнгә лә ҡалдырмаҫ инем. Изгеләремдән мин тормошҡа аҡыл алам. Уларҙың кәңәштәре мине һәр саҡ ҡурсалап, бөгөнгө тормошта аҡтан ҡараны айырырға өйрәтә. Шуға ла үҙемде ныҡ бәхетле тоям. Ә кеше ҡәҙерен ауылдаштарым баһалай белә! Хатта тыуған яғым тәбиғәте лә, илгәҙәк бала шикелле, әллә ҡайҙан ҡоласын йәйеп, ашҡынып ҡайтыусы балаһын да, ситтән талсығып килгән юлаусыны ла, көттөрөп килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ла үҙенә тарта. Моғайын, тәүге тапҡыр юлы төшкән кеше ауылымдың тәбиғәтенә генә түгел, ә ауылдаштарымдың күңел матурлығына, ихласлығына, илгәҙәклелегенә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр.
Ауылым тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан шул: бер яҡтан – күккә ашҡан Өс туған тауы, икенсе яҡтан Ҡыҙҙар тауы уратып алһа, ауылымдың эргәһенән генә йәмле Нөгөш йылғаһы аға.
Һағынып ҡайтып киләм... Таныш урам – Динис Бүләков урамы. Был урамда ике өләсәйем тора, һәм ҡасандыр абруйлы, оло рухлы яҡташым Динис Бүләков йәшәгән...
Динис Бүләков... Был ғәжәйеп оло йөрәкле, изге күңелле яҙыусының арабыҙҙан китеүенә 24 йыл. Быйыл уға 75 йәш тулған булыр ине. Ир-егеттең иң абруйлы, һутлы йәше... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғрур имәнде лә көтмәгәндә дауыл уртаға һындыра ала, йәшен атып көйҙөрә лә икән... Яҡташым Динис ағайҙы мин тап мәғрур имән һынында ғына күҙ алдына килтерәм.
Уйланыуҙар уның тормош юлын, ижадын хәтерләтте... Эйе, бер генә бирелә ғүмер әҙәм балаһына. Динис ағайҙың күпселек әҫәрҙәре тап ошо берҙән-бер ғүмерҙең ҡәҙерен белергә саҡыра. Динис Бүләковтың әҫәрҙәре һәр саҡ йөрәк түренә үтеп, күңел ҡылдарын сиртә. Дөйөм әйткәндә, Динис ағайҙың әҫәрҙәрендә Башҡортостандың тәбиғәте, халыҡтың тормошо сағыла, күбеһенсә экологик мәсьәләләр күтәрелә. Яҙыусының әҫәрҙәрендәге геройҙар авторҙың үҙе һымаҡ һәр саҡ үргә, йондоҙло күккә талпыныусы, ғорур ҙа, сая ла, тышҡы ғына түгел, эске матурлыҡҡа ла эйә булған кешеләр.
Динис Бүләков күп кешеләрҙе изгелеклеге, йомартлығы менән үҙенә тарта. Мостай Кәрим, Ғайса Хөсәйенов, Яныбай Хамматов, Рауил Бикбаев һәм башҡа бик күп яҙыусылар уға ҡарата һоҡланыуын йәшермәй.
Беҙҙең ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр араһында Динис ағайҙың булыуы менән мин дә ғорурланам, уның оло йөрәкле кешелеклелегенә һоҡланам. Уның менән аралашып, бер урамда йәшәп, бергә уйнап үҫкән Валерий олатайым да уның тураһында бик йылы хәтирәләр һөйләп ҡалдырған. Смаҡ ауылының егеттәре: Доларис (ул ваҡытта уның ысын исеме шулай булған), Ғәбделәхмәт, Рафиҡ һәм минең олатайым Валерий бик тырыш, тәртипле, талантлы, үҙ заманында абруйлы кешеләр булған. Ә олатайыма килгәндә, ул Динис ағай Бүләков менән дуҫлашҡан. Олатайымдың шиғыр яҙырға әүәҫ булыуын өләсәйем йыш хәтерләй. Район гәзитендә шиғырҙары баҫыла башлағас, Динис ағай олатайыма: “Ҡустым, һин шиғырҙарыңды республика гәзиттәренә, журналдарына ебәреп ҡара, ә мин һиңә уларҙы баҫтырырға булышлыҡ итермен”, – тигән. Олатайымдың бәләкәй генә хикәйәләре, шиғырҙары “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналында баҫылып сыға башлаған. Шулай итеп, олпат кәүҙәле, матур ҡиәфәтле, тулҡынланып торған ҡара сәсле яҙыусы Динис Бүләков үҙенең ауылдаштарына иғтибарлы шәхес икәнен иҫбатлай. Динис ағай үҙенең әҫәрҙәренең геройҙары итеп үҙ яғының кешеләрен алыуын раҫлай. “Ауылымдың аҡ өйҙәре”, “Нөгөш буйы малайҙары” хикәйәләренең геройҙары – беҙҙең яҡташтарыбыҙ, уларҙың араһында минең дә олатайым булыуына иманым камил.
Ауылыбыҙҙың йәмле Нөгөш йылғаһы буйында Динис ағайҙың аяҡ эҙе йылыһын һаҡлаған, уның хаҡында хәтерләтеп торған минең өсөн ҡәҙерле йорт бар. Был йорт ошоға тиклем бирешмәй һаҡлана, һәм мин ауылыма ҡайтҡан һайын өйҙөң әсе яҙмышына әрнеп ҡарап уҙам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өйҙә башҡа милләт кешеләре йәшәй. Йорт бик йәмһеҙ, ташландыҡ хәлдә, йорт-ҡаралтылары уңған хужаһын юҡһына кеүек. Ә ул бит иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан, әгәр ҙә ул йортто һаҡлап ҡалып, Динис ағайҙың яҡты иҫтәлеген, хәтерен мәңгеләштерһәк, бик яҡшы, изге эш булыр ине. Шулай уҡ яҡташтарын, яҡындарын, уҡыусыларын, дуҫ-иштәрен, бөтә Башҡортостанды ҡыуандырып, республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың бик йәмле, изге урынына – йорт-музейына әүерелер ине.
Әлбиттә, Динис Бүләков исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр эшләнде: 1996 йылдан алып Смаҡ урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, мәктәп ихатаһында уның бюсы белем алырға ашҡынған яҡташтарын һәр иртә ихлас йылмайып ҡаршы ала, Нөгөш һыуһаҡлағысында, беҙҙе ғорурландырып, “Динис Бүләков” теплоходы йөҙөп йөрөй, Мәләүез, Сибай ҡалаларында, Смаҡ, Арыҫлан ауылдарында урамдар уның исемен йөрөтә, ауыл мәҙәниәт йортонда Динис Бүләков музейы эшләп килә.
Музейҙағы ҡомартҡыларҙың ҡәҙерлеһе – сәңгелдәк. Ошо сәңгелдәктең тарихы мине тетрәндерҙе, тормошта мөғжизәнең булыуына тағы бер ышандым. Уның яҙмышын Арыҫлан ауылында йәшәүсе Мәҙинә Иҫәкәева бик яҡшы белгән. Баҡһаң инәйҙең балалары тыуғас та үлеп торған, һәм бер ваҡыт, Тәнзилә ҡыҙы тыуғас, Динис ағайҙың әсәһе Нәғимә апай: “Мә, еңгә, Динистың сәңгелдәген бирәм, балаларың иҫән-һау үҫһен”, – тип улының бишеген бүләк иткән. Шунан һуң балалары иҫән ҡалыр булған. Уларҙың ғаиләһендә алты бала үҫә. Шуларҙың береһе – Иҫәкәев Сәлих, тормош иптәше Рәмзиә инәй менән Арыҫлан ауылында йәшәйҙәр һәм Динис ағайҙың иҫтәлегенә улдарына Динис тип исем биргәндәр. Сәңгелдәкте шулай уҡ башҡа кешеләр ҙә алып торған. Ауылдың күп кенә балалары унда бишек йырын тыңлап үҫкән. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошо ҡомартҡыға арналған шиғыры ла бар:
...Күпме ғаиләләрҙә бәхет артҡан,
Был сәңгелдәк инһә ишектән.
Ауылдағы утыҙлаған бала
Бәүелеп үҫкән ошо бишектә.
Яҙмыш һинән бит егетлек көткән,
Эштәреңде изге, дәү иткән.
Сәңгелдәгең өйҙәргә йәм биргән
Бишегеңде ауыл бәүеткән.
Сәңгелдәгең хәҙер музейыңда,
Ил хәтерендә исемең онотолмаҫ.
Үҫер әле Динис һымаҡ ирҙәр,
Бишектәре илдең буш тормаҫ!
Бөгөн был бишек – музейҙа. Мин музейға ошо бишекте күрер, уға ҡулым менән ҡағылып, Динис ағайҙың бәпес кенә булып ятҡан мәлен күҙ алдына килтерер өсөн генә йыш киләм.
Әҙәбиәткә төрлө яҙыусы төрлөсә килә, төрлө ижад менән шөғөлләнә, йәшәй, хеҙмәт итә. Кемдер ипләп кенә, ашыҡмай ғына аяҡ баҫа, оҙаҡ йылдар тыныс ҡына ижад итә. Ә кемдер ярһып килеп инә, тәүге әҫәрҙәре менән үк: “Ҡабул итегеҙ! Мин килдем!” – тип һөрән һалғандай була, ижадта дөрләп яна һәм көтмәгәндә беҙҙе ташлап китә. Ул үҙенә бирелгән етмеш, һикһән йыллыҡ энергияны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярһып файҙалана, шуға ашҡынып йәшәй, ялҡынлы ижад итә һәм бик тиҙ арабыҙҙан юғала... Динис ағай ҙа шулар иҫәбендә. Күп эштәрен эшләп өлгөрмәгәндер, күп хыялдары тормошҡа ашмай ҡалғандыр... Эйе, Динис ағай Бүләков беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, беҙгә, уҡыусыларға, тереләргә, уның хаҡында хәтерләтеп тороусы, ижадын оноторға юл ҡуймаҫ матур китаптары ҡалды. Ә уларҙа – кеше яҙмыштары...
Уның яҙып ҡалдырған әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙ тарихында ысын мәғәнәһендә төп урындарҙың береһен алды. Уның йәне, рухы эргәбеҙҙә, беҙҙә, уҡыусыларында! Беҙ уны тоябыҙ, һиҙәбеҙ, беләбеҙ!
Миләүшә Хөсәйенова,
Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге
9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
2019 йыл.