

Билдәле академик һәм ғалим, арҙаҡлы тарихсы Нияз Мәжитов йәшәгән йортҡа (Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 167а) мемориаль таҡтаташ асылды.
Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Нияз Абдулхаҡ улы археологияның күп серҙәрен асҡан титандар исемлегендә. Ул археология фәнендә яҡты эҙ ҡалдырған. Илебеҙҙең археология картаһында Башҡортостан иң ҡыҙыҡлы һәм иң байҙарҙан иҫәпләнә.
Шулай уҡ ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, ғалим Нәзир Ҡолбахтин Нияз Мәжитовтың фәнде күтәреүгә тос өлөш индереүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Нияз Мәжитовтың ҡыҙы ғалимә Әлфиә Солтанова ла иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Фото: "Башҡортостан" гәзите.