

Бөйөк Еңеү менән беркетелде
Атайҙарҙың изге анттары.
Беҙгә бына ошо хаҡта һөйләй
Атайҙарҙың өскөл хаттары.
Яу ораны һалғас Ватаным,
Халҡым эйәрләне аттарҙы.
Түҙемлелек менән көттөк беҙ
Яу ҡырынан килгән хаттарҙы.
Әле булһа күҙ алдымда тора
Атайҙарҙың ярһыу аттары.
Әле булһа йөрәк түрендә ул
Атайҙарҙың өскөл хаттары.
Өскөл хаттар! Йылдар үтһәләр ҙә,
Һеҙ шаһиты хәтәр замандың.
Ошо хаттар яҙылдылар бит
Азатлығы өсөн Ватандың.
Күпме ҡорбан булды атайҙар
Күрә алмай тыуған яҡтарҙы.
Әле булһа һаҡлай әсәләр
Окоптарҙан килгән хаттарҙы.
Өскөл хаттар! Пуля аҫтында
Яҙылдығыҙ окоп эсенән,
Бомба шартлағанда, атакала
Яҙылдығыҙ еңеү хисенән.
Тыуған ергә ҡайтҡан кеүектәр,
Өскөл хаттар алһа атайҙар.
Фашист менән алыш барғанда
Батыр бөркөт була атайҙар.
Әсәм хаты булып фронттарҙа
Дәрт өҫтәнең атам көсөнә.
Еңеү хәбәрҙәрен алып килеп
Йәшәү бирҙең әсәм көсөнә.
Уландарым ҡайтыр әле тип,
Әсә һуҙа алға ҡулдарын.
Яу ҡырынан еңеп ҡайтыр тип,
Әсә көтә әле улдарын.
Өскөл хаттар! Һеҙҙе уҡығанда
Атайҙар бит яуҙа атлайҙар.
Ошо Бөйөк Еңеү хөрмәтенә,
Өскөл хаттар, һеҙҙе һаҡлайҙар.
Ошо хаттар еңеүҙәргә илтте
Яуҙа саҡта беҙҙең атайҙар.
Шуның өсөн һалдат хаттарын
Изге хаттар итеп һаҡлайҙар.
Һалдат хаты!.. Кескәй булһаң да һин,
Оло йөк күтәрҙең иңеңә.
Һалдат хаты! Еңеү хаты булып
Һин яуҙарҙан килдең илемә.
Бөйөк Еңеү менән беркетелде
Атайҙарҙың изге анттары.
Беҙгә бына ошо хаҡта һөйләй
Атайҙарҙың өскөл хаттары.
Рим ИСКӘНДӘРОВ (1931-2010)
Фото: Айрат ИСКӘНДӘРОВ.